Иҙрис (Әлшәй районы)

Иҙрис (рус. Идрисово) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 389 кеше[1]. Почта индексы — 452120, ОКАТО коды — 80202870006.

Ауыл
Иҙрис
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Әлшәй районы

Координаталар

54°01′09″ с. ш. 54°51′39″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 202 870 006

ОКТМО коды

80 602 470 111

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Иҙрис (Рәсәй)
Иҙрис
Иҙрис
Иҙрис (Әлшәй районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Иҙрис


Халыҡ һаны үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1906 йыл 492
1920 йыл 26 август 612
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 583
1959 йыл 15 ғинуар 613
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 462
2002 йыл 9 октябрь 445
2010 йыл 14 октябрь 389 196 193 50,4 49,6

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны үҙгәртергә

  • Район үҙәгенә тиклем (Раевка): 7 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Сураҡай): 8 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Шафран): 7 км

Урамдары үҙгәртергә

  • Ҡарға урамы (рус. Грача (улица))
  • Торна урамы (рус. Журавлиная (улица))
  • Туғай урамы (рус. Луговая (улица))
  • МТФ урамы (рус. МТФ (улица))
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная (улица))
  • Йәйғорло урам (рус. Радужная (улица))
  • Сыйырсыҡ урамы (рус. Скворечная (улица))
  • Һандуғас урамы (рус. Соловьиная (улица))
  • Һайыҫҡан урамы (рус. Сороки (улица))
  • Үҙәк урам (рус. Центральная (улица))
  • Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))[2]

Тарихы үҙгәртергә

Иҙрис ауылы — Яйыҡ-ҫыбы-мең улусы аҫабалары торамаһы. Тәүге төпләнеүсе — улус йөҙ башы Иҙрис Моашев, ул 1760 йылдың 14 мартында төҙөлгән килешеү буйынса старшина Мәҡсүт Мырҙаҡаев етәкселегендә башҡа аҫаба халыҡтар менән берлектәге ерҙәргә татарҙарҙы индерә. Ул саҡта Иҙрис Сураҡай ауылында ла йәшәй. 1770 йылда йөҙ башы Иҙрис Муашев шул уҡ ауылда йәшәй. Яңы ауыл XVIII быуаттың 70-се йылдарында барлыҡҡа килгән. 1795 йылда Иҙрис ауылы — 68 кеше йәшәгән 11 ихаталы ауыл. 1834 йылда 23 йортта 183 кеше иҫәпләнә, 1859 йылда 46 йортта — 276, 1870 йылда 45 йортта — 268, 1817 йылда 128 йортта — 717, 1920 йылда 125 йортта — 612 аҫаба башҡорт.

1843 йылда 183 кешегә 32 бот ужым, 768 бот яҙғы иген сәселгән. 1917 йылда 128 йорт хужаһының 494 дисәтинә һөрөнтө ере була, шул иҫәптән 77 — 4 дисәтинәгә тиклем, 33 — 10 дисәтинәгә тиклем, 4 — 15-кә тиклем, тағы 4 — 15-тән ашыу дисәтинә. 10 кеше игенселек менән шөғөлләнмәгән. 3 йортта йәшәгән 33 рус кешеһенең 75 тиҫтә һөрөнтө ере булған[3].

Матбуғатта үҙгәртергә

Видеофильмдар үҙгәртергә

Бәйләнештә төркөмөндә үҙгәртергә

«Бәйләнештә» социаль селәтерендә "Ҡурай даны - 2020." Ҡул оҫтаһы - Светлана Сәйетова, Әлшәй районы, Иҙрис ауылы. Иҙрис (Әлшәй районы)

Инфраструктура үҙгәртергә

Ауылда медпункт, китапханаһы менән мәҙәниәт йорто, балалар баҡсаһы һәм мәсет бар. Мәктәп ябылған.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә