Ирәкте — башҡорт ҡәбиләһе.

Ирәкте

Тамғалары
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт (төньяҡ-көнбайыш диалект)

Дин

ислам

Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының танып һәм түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләштәренә ҡарай[1].

Ырыу-ҡәбилә ҡоролошо

үҙгәртергә

Аралар: алпауыт, батыҡай, башҡорт, бохар, дауыт, дәүек, ишәле, ҡадырбай, ҡазанбай, ҡазан, күгән, сөрмәт, сөйөрмәт, тимрәш, типтәр, түңгәкле, яппар.

Табылған ҡазан ханының яҙма бойороғонда ирәк һүҙе «ҡәлғә», «нығытма», «кремль» мәғәнәһендә ҡулланыла. Бынан сығып, ирәкте этнонимы «ҡәлғәлә хеҙмәт итеүселәр» йәғни «ҡәлғәне һаҡларға бурыслылар» тип аңлатырға мөмкин[2].

Ирәкте башҡорттары XV быуатта Ыҡ йылғаһы бассейнына Мейәс үҙәненән күсеп килгән көнсығыш (ҡара-табын) һәм көнбайыш табындарҙың тоҡомдары булып торалар. Был мәғлүмәт ҡәбилә шәжәрәһендә сағыла, уның буйынса ирәктеләрҙең боронғо башлығы Майҡы бей һәм уның нәҫеленән сыҡҡан Ҡара-Табын бей булып торалар[3]. Ҡара-Табындың улы Сулман бей осоронда ирәктеләрҙең ата-бабалары Мейәс буйынан Ыҡ йәки Кама буйҙарына күсеп килгәндәр. Шәжәрәгә ярашлы ирәктеләрҙең ата-бабаларының береһе Әхмәт-Шәйех бей (йәғни Шәйех-Әхмәт бей) Ыҡ буйында йәшәгән осорҙа ҡәбиләнең башлығы була. Ырыу шәжәрәһе буйынса уның икенсе исеме — Ирәкте була. 1523 йылғы ҡазан ханы Сәхипгәрәйҙең грамотаһына ярашлы Шәйех-Әхмәт бейгә һәм уның 7 яҡындарына тарханлыҡ биреп уларға ер бүлеп бирелгән[4]. Бында улар XV—XVI быуаттарҙа Ҡазан ханлығы сиктәрен һаҡлап ханға хеҙмәт итеп[2], башҡа башҡорт ҡәбиләләре — байлар, бүләр һәм юрмыйҙар эргәһендә төпләнгәндәр[5].

 
Ирәктеләрҙең миграцияһы

XVI быуатта ирәкте ҡәбиләһенең башлығы Иҫән хан Ҡазан ханлығына Рус дәүләте менән көрәштә ҡорал менән ярҙам иткән, ә Ҡазан ҡолағас батша Иван IV подданлыҡҡа барған[6]. Һуңыраҡ Иҫән хан балыҡсы, гәрә, ирәкте, ҡайпан (танып), байҡы (унлар), таҙлар һәм уран башҡорт ырыуҙары һәм ҡәбиләләре берләшмәһенең етәксеһе булған[7].

XVI быуат аҙағында ирәктеләрҙең ҙур өлөшө Тере Танып һәм Беүә йылғалары араһына күсәләр, бында уларҙың ерҙәре гәрә, таҙ һәм танып ҡәбиләләре биләмәләренә күрше була. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң, ҡәбиләнең аҫаба ерҙәре Уҫы даруғаһының Ирәкте улусын тәшкил итә[5]. Риүәйәттәр буйынса, был яҡтарҙа ирәктеләргә төньяҡта башҡа халыҡтар менән оҙаҡ көрәшергә тура килә, бигерәктә «мари[8] ҡатын-ҡыҙҙарҙың яуы ҡаты булған» халыҡ хәтерендә ныҡ иҫтә ҡалған[2].

П. И. Рычков мәғлүмәттәренә ярашлы XVIII быуат уртаһында Ирәкте улусында 148 йорт иҫәпләнгән. Ирәктеләрҙең ерҙәре XVIII—XIX быуаттарҙа Бөрө, Бәләбәй һәм Минзәлә өйәҙҙәренә, ә 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда — 1-се, 5-се, 10-сы һәм 11-се башҡорт кантондарына ҡарай[5].

Ирәктеләрҙең аҫаба ерҙәре ике өлөштән торған, улар XVIII быуатта ҡәбиләнең уртаҡ биләмәләре тип иҫәпләнгән. Беренсе өлөшө Пермь губернаһында Беүә йылғаһының уң яҡ ярында булып Уран, Гәрә, Таҙ һәм Танып улустары менән сиктәш булған. Унан көнбайыштараҡ, Ырымбур губернаһының Минзәлә өйәҙендә Ыҡ йылғаһы буйында урынлашҡан Ирәкте улусының икенсе өлөшө Байлар, Бүләр, Ҫарайлы-Мең һәм Юрмый улустары менән уратылған була[9]. Был улус Әбделбә һәм Байсары түбәләренә бүленгән. XIX быуат башында Ирәкте улусына 43 193 дисәтинә ер, шул иҫәптән һөрөлгәндәр — 3 425, бесәнлектәр — 1 702, урмандар — 36 551, «ҡулайһыҙ» тип 1 398 дисәтинә ер иҫәпләнгән. 1675 йылда батша хөкүмәтенән алынған һаҡлыҡ грамотаһында улустың сиктәре күрһәтелгән[10].

Урынлашыуы

үҙгәртергә
Ирәкте башҡорттарының тораҡ пункттары[11][12][13][14]
РФ субъекты Район Тораҡ пункттар
Башҡортостан Балтас районы Сурапан, Текән, Түбәнге Ҡанһөйәр, Үрге Ҡанһөйәр
Тәтешле районы 1-се Еремйәбаш, 2-се Еремйәбаш, Аҡсәйет, Артауыл, Биҙ, Еремйә, Илмәт, Иҫке Күрҙем, Иҫке Соҡор, Ҡарҙағош, Мәмәтәй, Сорғолдо, Сәүәләй, Түбәнге Ҡоҙаш, Түбәнге Һикеяҙ, Үрге Ҡоҙаш, Яңғыҙнарат, Яңы Ирәкте, Яңы Ҡоҙаш, Яңы Соҡор һ. б.
Татарстан Мөслим районы Баланлы, Вәрәшбаш, Вәрәш-Ҡатмыш (Ҡатмыш), Имәнле, Иҫке Вәрәш, Метрәй, Мөслим, Мәлләтамаҡ, Мәлләтамаҡ-Шәрип, Наратаҫты, Салауыҙ (Салауз-Мухан), Тамъян, Тегермәнлек, Туғаш, Түбәнге Табын, Юғары Табын һ. б.
 
Мөхәмәтғәли Кейековтың (Ғәли Соҡорой) шәжәрәһе

«Ирәкте ырыуының шәжәрәһе» («Ҡара-Табын ырыуының шәжәрәһе») башҡорт ауыҙ-тел ижадының ҡомартҡыһы булып тора. Шәжәрә 1852—1887 йылдарҙа төрки телендә башҡорт мәғрифәтсеһе Ғәли Соҡорой менән бер нисә вариантта (3 сәсмә һәм 1 шиғри варианты билдәле) төҙөлгән. Тәүсе өс сәсмә варианттарҙа табын ҡәбиләһенең ҡара-табын ырыуынан сыҡҡан ирәктеләрҙең тарихы һүрәтләнә. Әҫәр Ғәли Соҡоройҙоң Майҡы бейҙән килеүсе ата-бабаларының генеалогияһын күрһәтеүҙән башлана. Артабан ирәкте ҡәбиләһенең тарихы, башҡорттарҙың тормошо һәм көнкүреше, уларҙың Ҡазан ханлығы менән мөнәсәбәте, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Рус дәүләтенә инеүе, башҡорт ерҙәрен колониялаштырыу һ. б. тауисирлана. Ирәкте башҡорттары аҡһаҡалдарының Иҫән ханды Мәскәүгә ебәреүе хаҡында мәғлүмәт бирелә[15].

Ғарифулла Кейековтың «Тәүәрихи ә башкордиән үә әнсәби — ирәктиүиән» («Башҡорттар тарихы һәм ирәктеләрҙең генеалогияһы») тигән хеҙмәтендә Майҡы бей ирәкте, балыҡсы, байҡы (унлар) ырыуҙарының ата-бабаһы була тип билдәләй. Шулай уҡ ҡәбиләнең ағасы — ҡарағас, ҡошо — Самрау, ораны — салауат, тамғаһы — өстеш булыуы хаҡында мәғлүмәттәр бирелә[16].

Шәжәрәнең сәсмә варианттарының береһен 1927 йылда «Башҡорт аймағы» журналында С. Ғ. Мирасов баҫтыра, ошо уҡ вариант Р. Ғ. Кузеев менән «Башҡорт шәжәрәләре» («Башкирские шежере»; 1960) йыйынтығына индерелә. Шәжәрәнең икенсе сәсмә варианты Ш. Мәржәниҙең «Мостафад әл‑әхбәр фи әхүәли Ҡазан вә Болғар» (1-се китап, 1885; «Ҡазан һәм Болғарҙағы хәл тураһындағы хәбәрҙәрҙән күсермәләр») китабына кертелә. Әҫәрҙең өсөнсө варианты һәм уның тағы ла ике ҡулъяҙмаһы Ҡазан университетының ҡулъяҙмалар һәм һирәк китаптар бүлегенең Шәреҡ секторында һаҡлана[17].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. История башкирских родов, 2015, с. 54
  2. 2,0 2,1 2,2 Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — С. 319—321. — 572 с.
  3. Башкирские шежере (сост., пер. текстов, введ. и комм. Р. Г. Кузеева). — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1960. — С. 165. — 305 с. (рус.)
  4. «Сахиб-Гирей хан велел быть в тарханах Шейх-Ахмеду с товарищами, семи человекам: и до животов их, до земель, чем они владеют, и в воды их никому не поступаться…»
  5. 5,0 5,1 5,2 Йәнғужин Р. З. Ирәкте // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  6. Иванов В. А., Кортунов А. «...И посчитали нужным искать защиты у русских». Республика Башкортостан (13 сентябрь 2006). Дата обращения: 4 октябрь 2015. 2016 йыл 4 март архивланған. (рус.)
  7. Йосопов Ю. М. Иҫән хан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  8. Элгәре башҡорттар мари (сирмеш) тип мариҙарҙың үҙҙәрен генә түгел, ә бөтә фин-уғыр халҡын атағандар.
  9. Асфандияров А. 3. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 36. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  10. Асфандияров А. 3. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 36. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.

  11. История башкирских родов, 2015, с. 105-129
  12. Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  13. Асфандияров А. 3. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
  14. Асылгужин Р. Р. Некоторые аспекты этнодемографических процессов в полиэтничном регионе // Ватандаш. — 2007. — № 7. — ISSN 1683-3554.
  15. Башкирские родословные = Башҡорт шәжәрәләре / Рос. акад. наук. Уфим. науч. центр. Центр этнол. исслед., Акад. наук Респ. Башкортостан. Отд-ние гуманитар. наук; Сост., предисл., поясн. к пер. на рус. яз., послесл. и указ. Р. М. Булгакова, М. Х. Надергулова; науч. рук. Р. Г. Кузеев. Вып. 1. — Уфа: Китап, 2002. — С. 383—384. — 478 с. — ISBN 5-295-03089-X.
  16. Салауатов А. Ҡан буйынса башҡорттар тамырҙарын иҫкә төшөрһөн. «Киске Өфө» (2 март 2015). Дата обращения: 4 октябрь 2015.
  17. Нәҙерғолов М. Х. «Ирәкте ырыуының шәжәрәһе» // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  • Асфандияров А. 3. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1. (рус.)
  • Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
  • Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Книга 5: Татышлинский, Янаульский, Бураевский районы. — Уфа: Китап, 1994. — 173 с. — ISBN 5-295-01457-6. (рус.)
  • Асфандияров А. 3. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. Книга 6: Кушнаренковский, Чекмагушевский, Дюртюлинский районы. — Уфа: Китап, 1995. — 147 с. — ISBN 5-295-01673-0. (рус.)
  • Башкирские родословные = Башҡорт шәжәрәләре / Рос. акад. наук. Уфим. науч. центр. Центр этнол. исслед., Акад. наук Респ. Башкортостан. Отд-ние гуманитар. наук; Сост., предисл., поясн. к пер. на рус. яз., послесл. и указ. Р. М. Булгакова, М. Х. Надергулова; науч. рук. Р. Г. Кузеев. Вып. 1. — Уфа: Китап, 2002. — С. 383—384. — 478 с. — ISBN 5-295-03089-X.
  • Ғарифулла Кейеков. Башҡорт тарихы вә ирәкте нәсәбе /Төҙ., инеш һүҙ авторы, аңлатма биреүсе Нәҙерғолов М. Х. — Өфө: РФА ӨҒҮТТӘИ, 2001.
  • История башкирских родов. Иректы / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, В. Г. Волков, А. А. Каримов, А. М. Зайнуллин, Б. С. Арманшин, В. Н. Муратова, Ф. Ф. Гайсина, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — Т. 12. — 456 с. — ISBN 978-5-85051-645-1. (рус.)
  • Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
  • Нәҙерғолов М. Х. Ҡара-Табын ырыуы шәжәрәһе. // Башкирские шежере: Филологические исследования и публикации. — Уфа. 1985. — С. 79—89.
  • Нәҙерғолов М. Х. Ирәкте ырыуы шәжәрәһе // Ағиҙел, 1994. № 1. — С. 14—16.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә