Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы

СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, дипломат, Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле, сәйәси золом ҡорбаны
(Кәрим Хәкимов битенән йүнәлтелде)

Хәкимов Кәрим Әбдрәүеф улы (ғәр. کریم حاك‎; «Ҡыҙыл паша»; төп исеме — Ғәбделхәкимов Ғәбделкәрим Ғәбделрәүеф улы; 28 ноябрь (15 ноябрь) 1890 йыл — 10 ғинуар 1938 йыл) — СССР-ҙың дәүләт эшмәкәре, дипломат. Ғәрәп илдәрендә СССР-ҙың тәүге тулы хоҡуҡлы вәкиле. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Сәйәси золом ҡорбаны. Сәғүдтәр династияһының яңы дәүләте үҫешендә туранан-тура ҡатнаша һәм король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүдтең дуҫы булып китә. Мосолман мөхитендә тәрбиәләнеп һәм элгәрәк революционер, ҡыҙыл командир һәм совет власын ойоштороусы булараҡ, Кәрим Хәкимов үҙенең шәхси абруйы менән ғәрәп-фарсы донъяһында Совет Рәсәйенең ыңғай йөҙөн барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. СССР-ҙың Тышҡы эштәр министырлығында Хәкимов ғәрәп Көнсығышы буйынса иң яҡшы белгестәрҙең береһе тип иҫәпләнгән.

Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов
рус. Карим Абдрауфович Хакимов
Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов
Сәғүд Ғәрәбстанында СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле
1936 — 1937
Йемен Короллегендә СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле
1929 — 1931
Хиджаз, Неджд Короллегендә һәм уларға ҡушылған өлкәләрҙә СССР-ҙың Генераль консулы
1926 — 1928
Хиджаз Короллегендә СССР-ҙың дипломатик вәкиле
1924 — 1925
Персияның Мәшһәд һәм Решт ҡалаларында РСФСР-ҙың Генераль консулы
1921 — 1924
Төркөстан компартияһының ҮК секретары, Бохара Халыҡ Совет Республикаһы Компартияһының ҮК секретары
1920 — 1921
Ырымбур губернаһының ХРК ағзаһы, Ырымбур губернаһының халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире
1918 — 1920
 
Дине: ислам
Тыуған: 28 ноябрь 1890({{padleft:1890|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Дүсән ауылы, Бәләбәй өйәҙе, Өфө губернаһы
(хәҙерге Башҡортостандың Бишбүләк районы)
Үлгән: 10 ғинуар 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (47 йәш)
Мәскәү, РСФСР, СССР
Ерләнгән: Коммунарка атыу полигоны
Партия: РКП(б)
Белеме: Ғәлиә мәҙрәсәһе

"Ҡыҙыл паша"ны репрессиялау һәм язалап үлтереү Сәғүд Ғәрәбстанында идара итеүсе династияға тәрән тәьҫир яһай — шул уҡ 1938 йылда короллек СССР менән дипломатик мөнәсәбәттәрҙе өҙә һәм улар тик 1990-сы йылдар башында ғына тергеҙелә.

Биографияһы үҙгәртергә

Сығышы һәм ғаиләһе үҙгәртергә

 
Кәрим Хакимов ҡатыны Хәҙисә һәм улы Шамил менән

Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов 1890 йылдың 28 ноябрендә Өфө губернаһы Бәләбәй өйәҙе Дүсән ауылында (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бишбүләк районы) тыуған. Сығышы менән Һарайлы-Мең ырыуы башҡорто.

Ҡартатаһы Ғәбделхәким Ғәбделфаиз улы (1810—?) һәм уның улы — Кәримдең атаһы — Ғәбделрәүеф 1850 йылғы ревизия буйынса Дүсән ауылы башҡорттары исемлегендә булғандар[1].

1917 йылғы Ауыл хужалығы иҫәбен алған саҡта ла Кәримдең атаһы Ғәбделрәүеф Ғәбделхәким улы һәм әсәһе — Хәмиҙә Мөхәмәтғәле ҡыҙы үҙҙәренең милләте башҡорт булыуын белдергәндәр. 1917 йылда Томск ҡалаһының 2-се һанлы гимназияһын тамамлау тураһындағы таныҡлығында Кәрим Хәкимов үҙенең милләте башҡорт булыуын күрһәткән[2], ә НКВД-ның 1938 йылғы Коммунарка — аттырылғандар исемлегендә уның милләтен татар тип яҙғандар[3].

Кәримдең ҡустыһы Хәкимов Халиҡ Рәүеп улы (1895—1975; ысын исеме — Ғәбделхәкимов Халиҡ Ғәбделрәүеф улы) — инженер, техник фәндәре докторы (1956), профессор (1957). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Уларҙың һеңлеләре Мәғниә Ғәбдрәүеф ҡыҙы Ғәҙелова иренә — Лотфи Закир улы Ғәҙеловҡа Кәрим тураһында башҡорт һәм рус телдәрендә китаптар яҙырға ярҙам итә.

К. Ә. Хәкимовтың ҡатыны Хәҙисә Ғәйнетдин ҡыҙы (1903—1998) менән ике бала — Шамил һәм Флораны үҫтерәләр. 1925 йылда улдары Шамил Сәғүд Ғәрәбстанында дизентериянан ауырып мәрхүм була[4].

Үҫеш йылдары үҙгәртергә

 
Томск гимназияһы таныҡлығы

1908 йылда Ырымбур губернаһының Ырымбур өйәҙендә[5] урынлашҡан Ҡарғалы мәҙрәсәһендә уҡый. 1910—1911 йылдарҙа Өфөлә йәшәй һәм «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә белем ала[6]. Фарсы, ғәрәп һәм Европа телдәрен өйрәнә.

Артабан Фирғәнә ҡалаһы янындағы шахтала һәм Орск тимер юлдарында төрлө эштәрҙә эшләй[7].

1917 йылда Кәрим Хәкимов Томск ҡалаһының 2-се һанлы гимназияһын тамамлай. Рәсәйҙәге 1917 йылғы революциялар осоронда большевиктарҙың идеяларын яҡлап сыға. Башҡа башҡорттарҙан сыҡҡан билдәле большевик-революционерҙар — Бәхтегәрәй Шәфиев, Шәһит Хоҙайбирҙин, Баһауетдин Нуриманов һымаҡ Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтен контрреволюцион тип иҫәпләй[8].

 
Кәрим Хәкимов ғәрәп кейемендә

1918 йылдың башында Ырымбур губернаһының хәрби-революцион комитеты ағзаһы итеп һайлана, халыҡ мәғарифы бүлегенең мөдире вазифаһын башҡара. 1918 йылдың апрелендә ВКП(б) фирҡәһе ағзаһы булып китә[7]. 1918 йылдың яҙында Хәкимов етәкселегендә Ырымбур ҡалаһының нәшриәттәре национализациялана[9].

Рәсәйҙәге Граждандар һуғышында ҡатнаша. Аҡтүбә фронтында 2-се интернационал полкы командиры, 1919 йылдан алып 2-се башҡорт-татар батальоны командиры. 1920 йылдың февралендә М. В. Фрунзе менән Төркөстанға ебәрелә[7]. 1920—1921 йылдарҙа Төркөстан фронтының сәйәси идаралағы башлығының урынбаҫары, бер үк ваҡытта Төркөстан Коммунистар фирҡәһенең үҙәк комитетының секретары вазифаһын ваҡытлыса үтәй. Бохара Халыҡ Совет Республикаһында РСФСР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле, шул уҡ республиканың Коммунистар партияһының үҙәк комитеты секретары була[6].

Дипломатик эшмәкәрлеге үҙгәртергә

1921 йылдың майында В. В. Куйбышев тәҡдиме буйынса Мәскәүгә РСФСР-ҙың Тышҡы эштәр буйынса халыҡ комиссариатына эшкә ебәрелә[7].

1921 йылдың октяберендә Кәрим Хәкимовты Ирандың Мәшһәд ҡалаһына генераль консул итеп тәғәйенләйҙәр. 1923 йылдан алып Ирандың Решт ҡалаһындағы РСФСР-ҙың генераль консулы вазифаһын башҡара һәм шул уҡ ваҡытта совет-фарсы ҡатнаш сик комиссияһында эшләй[10].

 
Король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд

Кәрим Хәкимовтың Ирандағы дипломатик эшмәкәрлегенә ыңғай баһа бирелә һәм 1924 йылдың ғинуарында ул йәнә Мәскәүгә саҡыртыла. Бында Хәкимовты Хиджаз короллегенең СССР-ҙың генераль консулы итеп тәғәйенләргә ҡарар итәләр. 1924 йылдың 6 авгусында К. Ә. Хәкимов үҙенең ғаиләһе һәм Генераль консуллыҡ хеҙмәткәрҙәре менән бергә Джидда ҡалаһына килә. Һәм шул уҡ йылдың 9 авгусында Кәрим Хәкимов Хиджаз короле Хөсәйен бин Али әл-Хәшими менән Мәккә ҡалаһында осраша һәм уға танытма грамотаһын тапшыра[10].

1925 йылдың декаберендә Неджд әмире Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд Хиджаз короллеге менән һуғыш барышында Джидданы баҫып ала һәм 1926 йылдың башында ул үҙен Хиджаз, Неджд һәм ҡушылған өлкәләрҙең (1932 йылдан алып — Сәғүд Ғәрәбстанының) короле тип иғлан итә һәм шулай итеп яңы дәүләткә нигеҙ һала. 1926 йылдың 16 февралендә Советтар Союзы тәүгеләрҙән булып был дәүләтте таный һәм шул уҡ көндө Хәкимов королгә СССР-ҙың рәсми нотаһын тапшыра[7].

Кәрим Хәкимов король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд менән дуҫлыҡ мөнсәбәттәрен урынлаштыра. Ғәрәп элитаһы һәм ябай халыҡ араһында ул «Ҡыҙыл паша» исеме менән билдәле була. Дипломат К. Ә. Хәкимов король ибн Сәғүдте СССР-ҙың Яҡын Көнсығышта стратегик партнёрына әйләндереү, Совет тауарҙарын төбәк баҙарға индереү, Одесса порты менән даими пароходлы бәйләнеш төҙөү мәсьәләләрен уңышлы үтәй. 1926 йылда Кәрим Хәкимовтың инициативаһы буйынса I Донъя мосолмандары конгрессында совет мосолмандары делегацияһы ла ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә булалар[10].

1928 йылдың сентяберендә Хәкимов Йемен Короллегендәге СССР-ҙың Ближвосторг генераль вәкиле итеп тәғәйенләнә. 1929—1931 йылдарҙа Йемен Короллегендә СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡара[6].

 
К. Ә. Хәкимов буласаҡ Сәғүд Ғәрәбстаны короле — принц Фейсал ибн Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүдте Мәскәүҙә оҙатып йөрөй. 1932 йыл

1932—1935 йылдарҙа Мәскәүҙә Ҡыҙыл профессура институтында уҡый. 1932 йылдың майында Кәрим Хәкимов буласаҡ Сәғүд Ғәрәбстаны короле — принц Фейсал ибн Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүдте Мәскәүҙә оҙатып йөрөй.

1936—1937 йылдарҙа — Сәғүд Ғәрәбстанында СССР-ҙың тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһын башҡара.

1937 йылдың 6 сентябрендә СССР-ҙың Тышҡы эштәр буйынса халыҡ комиссариаты Кәрим Хәкимовҡа тиҙ арала Мәскәүгә ҡайтырға саҡырыу ала. Король Ғәбдел Ғәзиз ибн Сәғүд Хәкимовҡа дәүләтендә ҡалырға һәм сәйәси йәшеренер урын тәҡдим итә. Әммә илсе тыуған иленә ҡайтырға ҡарар итә.

1937 йылдың 27 октябрендә ҡулға алына. 1938 йылдың 10 ғинуарында «шпионаж, контрреволюцион ойошмаларында ҡатнашыу» тигән хөкөм сығарыла һәм шул уҡ көндө Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимов «Коммунарка» полигонында атып үлтерелә. 1956 йылдың 28 ғинуарында СССР Юғары суда ҡарары буйынса тулыһынса аҡлана[7].

Ҡыҙыл пашаға ҡағылышлы репрессия Сәғүд Ғәрәбстанында хакимлыҡ итеүсе династия вәкилдәренең күңелендә тәрән эҙ ҡалдыра. 1938 йылдың 13 апрелендә Ибн Сәғүд СССР-ҙан башҡа тулы хоҡуҡлы илсене ҡабул итеүҙән баш тарта һәм уның менән дипломатик мөнәсәбәттәр шул уҡ йылда өҙөлә, һәм 1990-сы йылдар башында ғына ҡайтанан яңыртыла.

Хеҙмәттәре үҙгәртергә

  • Хакимов К. А. Счастливая Аравия глазами советского полпреда / Прим. и комм. С. Рахимова // Эхо веков. — 1996. — № 1/2. — С. 131—136. — ISSN 2073-7483.

Хәтер үҙгәртергә

 
Дүсән ауылындағы Кәрим Хәкимовтың бюсы
  • 1979 йылда Дүсән ауылында Кәрим Хәкимовтың мемориал музейы асыла. Музей фондтарында 911 ашыу һаҡлау берәмеге, шул иҫәптән дипломаттың шәхси әйберҙәре (мандолина, юл һандығы һ. б.), фото- һәм документаль материалдар һаҡлана. Һуңыраҡ К. Ә. Хәкимовҡа бағышлап музей алдында бюст ҡуйыла. 2014 йылда музей эскпозицияһы менән интернет селтәре аша танышырға мөмкинлек асыла[11].
  • 1982 йылда Башҡорт дәүләт академия театрында Нәжиб Асанбаевтың «Ҡыҙыл паша» пьесаһы буйынса ҡуйылған шул уҡ исемле спектаклдең премьераһы була. Унда төп ролде — Кәрим Хәкимов ролен актёр Әхтәм Абушахманов башҡара. Спектакль данға ҡаҙана һәм уның телевизион варианты төшөрөлә. 1987 йылда пшьеса айырым китап булып нәшер ителгән.
  • Өфө, Ырымбур, Ташкент, Бохара ҡалаларының урамдарына К. Ә. Хәкимов исеме бирелгән.
  • 2002 йылда К. Ә. Хәкимов тураһында «Өфө Тракты» телестудияһы «Полпред» документаль фильмын төшөрә, ә 2011 йылда — "Башҡортостан юлдаш телевидениеһы"нда С. И. Хәмиҙуллиндың «Хакимов Аравийский» исемле документаль фильмы сыға.
  • 2011 йылдан алып Башҡортостанда даими рәүештә Хәкимов уҡыуҙары уҙғарыла.
  • 2015 йылда Башҡортостан Республикаһында Кәрим Әбдрәүеф улы Хәкимовтың тыуыуына 125 йыл тулыуына бағышлап төрлө саралар үткәрелә[12].
  • 2022 йылдың апрелендә совет дипломаты иҫтәлегенә Мәскәүҙә «Хәкимов клубы» ойошторола[13].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа: Китап, 2009. — С. 461. — 744 с. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  2. Государственный архив Томской области. Ф. 147. II Томская мужская гимназия. Oп. 1. Д. 21. Л.2.
  3. Москва, расстрельные списки — Коммунарка // Жертвы политического террора в СССР.
  4. Барабаш Т. Караван историй, караван судьбы... // Вечерняя Уфа. — 19 декабря 2014 года. — С. 7.
  5. Хәҙерге Ырымбур өлкәһенең Һаҡмар районында.
  6. 6,0 6,1 6,2 Гумеров Ф. Х. Хакимов Карим Абдрауфович.// Башкортостан: краткая энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 1996. — С. 616. — 672 с. — ISBN 5-88185-001-7.
  7. 7,0 7,1 7,2 7,3 7,4 7,5 Хакимов Карим Абдурауфович. //Люди и судьбы. Биобиблиографический словарь востоковедов — жертв политического террора в советский период. (1917—1991) / Я. В. Васильков, Сорокина М. Ю.. — Санкт-Петербург: Петербургское Востоковедение, 2003. — С. 393. — ISBN 5-85803-225-7.
  8. Кульшарипов М. М. Октябрь 1917 года// История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — С. 92. — 468 с. — ISBN 978-5-7501-1199-2.
  9. Гадилов Л. З., Гумеров Ф. Х. Карим Хакимов. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1960. — С. 24. — 84 с.
  10. 10,0 10,1 10,2 Густерин П. В. Карим Хакимов — советский полпред и друг Арабского Востока. «ЦентрАзия» (19 сентябрь 2014). Дата обращения: 17 март 2015. 2015 йыл 5 ғинуар архивланған.
  11. Дом-музей Карима Хакимова теперь можно посетить виртуально. «Башинформ» (9 декабрь 2014). Дата обращения: 17 март 2015.
  12. Рустэм Хамитов подписал указ о праздновании 125-летия со дня рождения Карима Хакимова. «Башинформ» (1 апрель 2013). Дата обращения: 16 март 2015.
  13. В память о советском дипломате Кариме Хакимове в Москве создается «Хакимовский клуб». ИА Башинформ, 25 апреля 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 25 апрель 2022)

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Воспоминания о Кариме Хакимове. // Сост. Гадилов Л. З., Г. Г. Амири. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1982. — 71 с.
  • Гадилов Л. З., Гумеров Ф. Х. Карим Хакимов. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1960. — 84 с.
  • Гадилов Л. З., Гумеров Ф. Х. Революционер-дипломат: [К. А. Хакимов]: Ист.-биогр. очерк. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 126 с.
  • Густерин П. В. Советская разведка на Ближнем и Среднем Востоке в 1920—30-х годах. — Саарбрюккен: LAP LAMBERT Academic Publishing, 2014. — С. 38—43. — ISBN 978-3-659-51691-7.
  • Густерин П. В. Памяти Карима Хакимова — дипломата и учёного // Дипломатическая служба. 2008, № 1.
  • Косач Г. Г. Карим Хакимов: годы жизни в Оренбурге.// Неизвестные страницы отечественного востоковедения. Вып. 2. М., 2004. С. 125—147.
  • Наумкин В. В. Советская дипломатия в Хиджазе: первый прорыв в Аравию (1923—1926 гг.). / Арабские страны Западной Азии и Северной Африки. М.: ИВ, 1997. — С. 34—43.
  • Озеров О.Б. Карим Хакимов: летопись жизни (о судьбах ислама и коммунизма в России). — Москва: Издательство научных изданий КМК, 2020. — 232 с. — ISBN 978-5-907213-80-7.
  • Хайретдинов Р. Ф.. Карим Хакимов — революционер, дипломат : диссертация … кандидата исторических наук : 07.00.02 Уфа, 2006. 225 c. : 61 07-7/304.
  • Хайретдинов Р. Ф. Карим Хакимов — дипломат / Археография Южного Урала: Материалы межрегиональной научно-практической конференции. Уфа, 3—4 декабря 2002 г. — Уфа: РИО БашГУ. 2002. — С. 183—185.
  • Хайретдинов Р. Ф. Башкирский дипломат Карим Хакимов / Соглашение Центральной Советской власти с Башкирским правительством о Советской Автономной Башкирии в свете современных проблем Российского федерализма: Материалы региональной научно-практической конференции. — Уфа: РИО БашГУ. 2004. — С. 35—37.
  • Хакимов Карим Абдурауфович. //Люди и судьбы. Биобиблиографический словарь востоковедов — жертв политического террора в советский период. (1917—1991) / Я. В. Васильков, Сорокина М. Ю.. — Санкт-Петербург: Петербургское Востоковедение, 2003. — С. 393. — ISBN 5-85803-225-7.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Видеояҙмалар үҙгәртергә