Сарайлы (Татарстан)
Сарайлы (Ҫарайлы-Бикмәт) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы. Ләшәүтамаҡ ауыл биләмәһе составына керә.
Ауыл | |
Ҫарайлы | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы |
350 человек (2010) |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
423353 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
16, 116 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
География
үҙгәртергәАуыл Минзәлә буйында, Сарман ауылынан көньяҡтараҡ 12 км алыҫлыҡта урынлашҡан[1].
Тарих
үҙгәртергәСарайлы-Бикмәт (Ҫарайлы) — ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттарының ауылы. Атамаһы этнонимдан (Сарайлы) һәм антропонимдан (Бикмәт) барлыҡҡа килгән[2]. XVII быуат аҙағында нигеҙләнгән тип иҫәпләнә[1]. Рәсми документтарҙа тәүге тапҡыр 1748 йылда телгә алына[3]. Ырымбур губернаһы Минзәлә өйәҙе Байлар улусы Салағош түбәһенә ҡарай. 1865 йылда Минзәлә өйәҙе Өфө губернаһына инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Иҫке Кәшер улусы составына керә.
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан — Саллы кантоны 1930 йылдан — Сарман районы составында була[1].
Халҡы
үҙгәртергә1795 йылда ир енесле 85 йән аҫаба башҡорт, 40 яһаҡлы татар, 29 типтәр; 1816 йылда — 153 башҡорт (шуларҙың 8-һе — ике ҡатынлы), 32 татар крәҫтиәне, 10 типтәр; 1834 йылда — 233 башҡорт (шуларҙың 2-һе — ике ҡатынлы), 38 татар крәҫтиәне, 13 типтәр; 1870 йылда — 316 башҡорт һәм 127 татар; 1913 йылда — 1708 башҡорт һәм 285 типтәр йәшәй[2][4].
1870 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
443 | 982 | 1072 | 1028 | 750 | 662 | 652 | 510 | 334 | 370 | 350 |
Инфраструктура
үҙгәртергәИгенселек, малсылыҡ үҫешкән. Ауылда мәктәп, мәҙәниәт йорто, китапхана бар[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 1,4 Татарская энциклопедия.
- ↑ 2,0 2,1 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 204—206. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.
- ↑ Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии// Башкирская энциклопедия. — Уфа: НИК «Башкирская энциклопедия», 2013.
- ↑ История башкирских родов. Минг. Том 17. Ч. 1 / С. И. Хамидуллин, Б. А. Азнабаев, И. З. Султанмуратов, И. Р. Саитбатталов, Р. Р. Шайхеев, Р. Р. Асылгужин, А. М. Зайнуллин, В. Г. Волков, А. А. Каримов. — Уфа: ИИЯЛ УНЦ РАН; Государственное унитарное предприятие Республики Башкортостан Башкирское издательство «Китап» имени Зайнаб Биишевой, 2016. — С. 107. — 488 с. — ISBN 978-5-85051-605-5.