Башҡорт корпусы
Башҡорт айырым корпусы менән бутамаҫҡа.
Башҡорт корпусы | |
Ғәмәлдә булған йылдары | |
---|---|
Ил | |
Бойһонған | |
Тип | |
Берләштерә |
1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы |
Функция |
автономия мәнфәғәттәрен яҡлау |
Ҡатнашҡан хәрби бәрелештәр | |
Командирҙары | |
Билдәле командирҙары | |
- | |
Башҡорт корпусы — Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы осорондағы Башҡорт армияһының хәрби формированиеһы.
Ойошторолоуы һәм тарихы
үҙгәртергәБашҡорт ғәскәре командующийы Ә. А. Вәлидовтың 1919 йылдың 26 ғинуарындағы фарманына ярашлы Ырымбур өйәҙенең Ермолаевка ауылынан йыраҡ түгел ерҙә тарҡатылған 9-сы Башҡорт уҡсылар дивизия полктарынан (3-сө Башҡорт уҡсылар полкынан башҡа) төҙөлә.
Башҡорт корпусы составына инделәр:
- 1-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы (1-се, 2-се һәм 4-се Башҡорт уҡсылар полктары);
- 2-се Башҡорт уҡсылар дивизияһы (5-се, 6-сы Башҡорт уҡсылар һәм 1-се, 2-се Башҡорт кавалерия полктары).
Башҡорт корпусы Ырымбур һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары араһындағы фронт линияһында оборона тота. РККА-ның 1-се армияһы уға ҡаршы тора.
Башҡорт Хөкүмәтенең 1918 йылдың 16 февралендәге фарманына ярашлы башҡорт корпусы частәренең РККА яғына күсеүе башлана. Башҡорт частары һәм Ҡыҙыл Армия аҡтарға ҡаршы берләшкән хәрби ғәмәлдәрен башлай. Әммә барыһы ла күсеү менән ризалашмай һәм аҡтар яғында үҙенең отрядтары менән Муса Мортазин, Мөхәмәтғәбделхәй Ҡорбанғалиев, Ғәлимйән Таған һ. б. тороп ҡала.
РККА-ның 1-се армияһына күскән саҡта корпус составында булалар:
- 1-се Башҡорт уҡсылар полкы — 800 кеше,
- 2-се Башҡорт уҡсылар полкы — 715 кеше,
- 4-се Башҡорт уҡсылар полкы — 650 кеше,
- 5-се Башҡорт уҡсылар полкы — 720 кеше,
- 6-сы Башҡорт уҡсылар полкы — 650 кеше,
- 1-се Башҡорт кавалерия полкы — 540 кеше,
- 2-се Башҡорт кавалерия полкы — 1100 кеше,
- Башҡорт запастағы полк — 570 кеше,
- Махсус Үҫәргән кавалерия батальоны — 210 кеше,
- Каруанһарай командаһы — 285 кеше,
- Комендант, ҡараул, конвой, этап, обоз, элемтә, сапер командалары һәм Башҡорт хөкүмәте янындағы айырым комендант ротаһы — барлығы 6 556 кеше.
1919 йылдың март башында РККА ның 1-се армия командованиеһы Башҡорт корпусын тарҡата.
Корпус командующийҙары
үҙгәртергә- Ә. А. Вәлидов (1919 йылдың ғинуарынан);
- Ваҡытлыса вазифаны башҡарыусы И. С. Алкин (1919 йылдың февраль уртаһынан).
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Багаутдинов Р. О. Участие башкир в Белом движении (1917—1920). — Уфа, 2009.
- История башкирского народа: в 7 т./ гл. ред. М. М. Кульшарипов; Ин-т истории, языка и литературы УНЦ РАН. — Уфа: Гилем, 2010. — Т. V. — 468 с.
- Кульшарипов М. М. Башкирское национальное движение (1917—1921 гг.). — Уфа: Китап, 2000. — 364 с.
- Муртазин М. Л. Башкирия и башкирские войска в Гражданскую войну. — М.: Инсан, 2007. — 208 с.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Рахимов Р. Н. Башҡорт корпусы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
- Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
- Ярмуллин А. Ш. Башҡорт армияһы тарихынан. — Өфө: Китап, 2012. — 277 с. — ISBN 978-5-295-05503-4.
- YouTube сайтында «Башкортостан:становление республики»