Иҫке Имән[1] (Имән, Көтөүсаз, Көтөүсаз-Имән; татар. Түбән Бикмәт, рус. Нижнее Бикметово) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.

Иҫке Имән
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Сарман районы
Почта индексы 423373
Карта

География

үҙгәртергә

Ауыл Көтөүсаз йылғаһы буйында, Сарман ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан 23 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. 1765 йылдан билдәле[1]. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Нөркәй административ-территориаль улусы составына керә[3].

XX быуат башында ауылда 2 мәсет, мәктәп, тимерлек, икмәк магазины, 3 бакалея кибете теркәлгән[3].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы, 1935 йылдан — Ворошилов районы, 1957 йылдан — Яңы Юл районы, 1959 йылдан — Сарман районы составына керә[2].

1795 йылда ауылда 65 башҡорт, 134 яһаҡлы татар һәм 4 типтәр; 1870 йылда — 646 башҡорт, 283 татар һәм 39 типтәр (8 башҡорт ғаиләһе Чукмарлы ауылына, ә татарҙар Яңы Имән ауылына күсә); 1912 йылда — 1158 аҫаба башҡорт иҫәпләнгән[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2][1])
179518341859189719131920192619381949195819701979198920022008
20340743791511581232975808425419464340244272251

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Населённые пункты камско-икских башкир, входившие в Казанскую и Уфимскую губернии / Иҫке Имән // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 2,2 Татарская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 168-174. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.