Ҡоръятмаҫ
Ҡоръятмаҫ (рус. Курятмасово) — Башҡортостан Республикаһының Дәүләкән районындағы ауыл. Алға ауыл Советы биләмәһенә инә. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 634 кеше булған[2]. Почта индексы — 453417, ОКАТО коды — 80222804003.
Ауыл | |
Ҡоръятмаҫ рус. Курятмасово | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Нигеҙләнгән | |
Беренсе мәртәбә телгә алынған | |
Халҡы | |
Милли состав |
башҡорттар, типтәрҙәр |
Һанлы танытмалар | |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | |||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | |||||
1959 йыл 15 ғинуар | |||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | |||||
2002 йыл 9 октябрь | |||||
2010 йыл 14 октябрь | 634 | 307 | 327 | 48,4 | 51,6 |
1795 йылда — 76, 1816 йылда — 138, 1834 йылда — 168, 1870 йылда — 538, 1906 йылда — 1238, 1917 йылда — 1622, 1920 йылда — 1526, 1926 йылда — 1109,1932 йылда — 979, 1939 йылда — 1140,1989 йылда — 640, 2007 йылда — 607, 2010 йылда — 634 кеше йәшәгән, 98 % башҡорттар тәшкил итә[3][4].
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәҠоръятмаҫ — Дәүләкән районындағы иң ҙур һәм боронғо ауылдарҙың береһе. Алға ауыл советы биләмәһенә инә. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән тимер юл станцияһынан көнбайышҡа табан 39 саҡрым алыҫлыҡта Кесе Өйҙөрәк йылғаһы буйында, Асылыкүл тәбиғи паркы[5] биләмәһендә урынлашҡан.
Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 йылдан алып билдәле. 1779 йылда керҙәшлек килешеүе буйынса бында Ҡазан даруғаһының Ҡыр-Йылан улусы Сәрҙек ауылы[6] һәм Ҡаңлы улусының Ҡорған ауылы типтәрҙәре килеп ултыра. Исеме гидронимдан алынған[7]. 1795 йылдан 15 йортта — 76 кеше, 1865 йылда 80 йортта 538 кеше йәшәгән.
Хәҙерге ваҡытта ҡулъяҙмалар һәм боронғо китап баҫмалары һаҡланған бүлектә 12 ауыл тарихының ҡулъяҙмаһы бар. Шулар араһында Ҡоръятмаҫ ауылының тарихы 90 йәшлек Зиннәтуллин Хайрулла тарафынан яҙылған. Был яҙмала 1664 йылда хәҙерге Шишмә районы Ябалаҡлы ауылынан 4 бер туған Аҙнағол, Мерәҫ, Вәхит һәм Әлмөхәмәт Тимеровтар күсеп килгән, тип бәйән ителә[8]. |
1920 йылда ауылда 290 йорт иҫәпләнә, 1526 башҡорт йәшәгәне күрһәтелә. 1843 йылғы ревизия буйынса, 187 кеше 720 бот иген сәсеп, уңыш ала. Нәҫелдәрҙең күп өлөшөн мең ырыуҙары тәшкил итә, аҫаба хоҡуғын алып ултырған нәҫелдәр бар. Мәхәллә, мәҙрәсә, бәләкәй генә поташ эшкәртеү заводы, һыу тирмәндәре, урман-тау араларында тимерлектәре булған. 1851 йылда Мәкәш менән Ҡоръятмаҫ ауылдары ерҙәренә межа һалына. Халҡы: 1906 йылда — 1238 кеше; 1920 йылда — 1526 кеше; 1939 йылда — 1140 кеше; 1959 йылда — 991 кеше; 1989 йылда — 640 кеше; 2002 йылда — 607 кеше; 2010 йылда — 634 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто («Асылыкүл ынйылары» башҡорт халыҡ фольклор ансамбле), китапхана бар[9][3][10].
Ауыл бөгөн
үҙгәртергәУрта дөйөм белем биреү мәктәбе, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан 220 яугирға ҡуйылған обелиск, 1 тирмән, 5 пилорама бар. Юлдарға асфальт түшәлгән. 220 йорт, башҡорттар, типтәрҙәр йәшәй.
Ырыуҙы айырыусы билдәләр
үҙгәртергәИзге ағастары — ҡарағас, сыҙам ағас. Һәр бер энәһенең һаны кеүек, нәҫел-ырыу ырыҫлы булырға, йәшәреп, йәмләнеп, береһе үлһә, энәләр кеүек, ике-өсө уны алыштырырға тейеш мәғәнә аңлатҡан. Орандары — салауат. Мәғәнәһе: беҙҙән тыуған һәр бала быуын-быуынға, бер сиктән икенсе сиккә хәтлем, быуындар ауазын белеп, хөрмәт итеп үҫергә тейеш (салауат — йәйғор күпере). Тамғалары — тәҙрә. Мәғәнәһе: беҙҙән ҡалған тарих, күренмәле тәҙрәнән ҡараған кеүек, был тамға менән ырыуҙың сиктәрен, рәсми ҡағыҙ-яҙыуҙарын, ырыуҙаш-яуҙаштар ситтә ятып ҡалһа, ошондай тамға менән билдәләр булғандар[11].
Тау-урман, ялан-ҡырҙар исемдәре
үҙгәртергәАуыл тау-урмандар менән уратып алынған ышыҡ урында ултыра. Ауылды уртаға бүлеп, Өйҙөрәк йылғаһы аға, Бәләбәй ҡалҡыулығынан көньяҡ-көнбайыштан ауылдан 4-5 км алыҫлыҡта башланып, Шөңгәккүл ауылы тирәһендә Дим йылғаһына ҡушыла.
Өйҙөрәк һүҙе өйәрләнеп һүҙенең фонетик үҙгәреше, тип фаразларға мөмкинлек бирә. Йылға ҡуйы урман менән ҡапланған тау битләүенән башланыу сәбәпле, ҡар, ямғыр һыуҙары менән шәп ағымлы йылға, Дим-Ҡариҙел һөйләшендә өйҙөрәп-өйҙәрәп ағыу ихтимал.
Өйәр — йылға булып шаулап, сылтырап аҡҡан ҡар йәки ямғыр һыуҙары[12].
Янлыҡ — ауылдың көньяҡ урман менән ҡапланған тау үре. Намаҙ уҡығанда, мал салғанда ҡибланы шул йүнәлештә билдәләгәндәр. Янлыҡ — ян яһар өсөн бөгәргә ярай торған ағастар үҫкән урындыр, тип фаразлау дөрөҫтөр. Ауылдың өлкән кешеләре лә был топонимаканың килеп сығышын аңлата алмайҙар ине, сөнки ян һүҙе ҡулланылыштан төшөп ҡалған.
Ян — уҡ атыу өсөн бөгөп кереш тартҡан уҡ атыу ҡоралы[12]. Тимәк, ян һәм һүҙ яһаусы ялғау — лыҡ. Барлыҡҡа килгән — янлыҡ, ян эшләр өсөн ағас күп үҫкән урын. Ағастарҙан бөгөү өсөн иң уңайлыһы йыла һаналған.
Урҡар исемле тауҙар исеменең килеп сығышын фаразлау.
Ур — тәрән итеп ҡаҙылған тар, оҙон соҡор[12]. Ысынлап та, тауҙар бер-береһенән соҡорҙар менән айырылып тора. Йәнә тағы урғыл һүҙе бар.
Урғыл — ваҡ-ваҡ ҡалҡыулығы булған, соҡор-саҡырлы, урғыл ер[12] Шулай булғас, ҡар оҙаҡ иремәй ятҡан өсөн түгел был атама, ә ландшафтҡа бәйләп аталалыр. Урындағы халыҡ урҡар — дөрөҫ әйтелеш урғар тип һөйләргә мөмкин.
Сыпай яланы бар. Был урын һаҙлыҡлыраҡ урын булған, хәҙер уның батҡыл урыны бер урында ғына ҡалған. Сыпый һүҙе диалекттарҙа ҡулланыла.
Сыпый — диалектта бысый. Сыпый күҙ[12] Бысҡылдыҡ. Сыпый — сыпай бер мәғәнәле һүҙҙәр тигәнгә нигеҙ бар.
Томтаҡ- урман эсе. Бында Өйҙөрәк йылғаһы киңәйеп китеп, лапылы урын барлыҡҡа килгән. Томтоҡ — диалектта төпөш. Томтоҡ кеше[12].Урындағы халыҡ томтоҡто-томтаҡ тип атарға мөмкин. Томтаҡ тип аталған урындың исеме есеменә тура килә, тигән һығымтаға яһарға дәлил бар.
Халыҡ ижады информаттары
үҙгәртергә- «Гөлсәсәк» әкиәте 1965 йылда Ҡоръятмаҫ ауылында йәшәүсе Әхмәрова Йөҙөмбикәнән А.Муллабаева яҙып алған."Башҡорт хлыҡ ижады.Әкиәттәр ("№ 101) китабына һәм Әхмәт Сөләймәновтың «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I томына ингән[13].
- «Асылыкүл» легендаһының 2-се варианты 1974 йылда ауылда йәшәүсе Сафиуллин Шакир Сафиулла улынан (1898 йылғы) Вафа Әхмәҙиев яҙып алған «Башҡорт халыҡ ижады» II томына(№ 123) һәм Әхмәт Сөләймәновтың «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I томына ингән[13]
- Туй йолаһы (153) 1989 йылда Лоҡманова Гөлйыһан Абдулла ҡыҙынан (1925 йыл— ?) Р.Ә.Солтангәрәева яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады / Йола фольклоры I том»ға ингән[14].
- «Ҡоръятмаҫ ауылы» легендаһын 1964 йылда Сафиуллин Шакир Сафиулла улынан (1898 йылғы) М. М.Сәғитов яҙып алған. «Башҡорт халыҡ ижады» 2-се том (РЛ № 193) һәм Әхмәт Сөләймәновтың «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I томына ингән[13].
- «Ике туған» һәм «Алданған ҡыҙ» бәйеттәрен Мәжитова Хөсниямал Әхмәҙиә ҡыҙынан (1924 йылғы) яҙып алынған. «Дәүләкән ынйылары» китабына ингән[11]
- «Юрмый буйҙары» йыр (вариант № 288) Арыҫланова Хәбирә Мәғәлим ҡыҙынан (1897 йылғы) яҙып алынған."Дәүләкән ынйылары" китабына ингән[11].
- «Биләнтау» йыр Мәүлийәров Миңлеғәле Минийәр улынан (1916 йылғы) яҙып алынған. «Дәүләкән» ынйылары китабына ингән[11].
Урамдары
үҙгәртергәУрам исемдәре[15]
Чапаев урамы (рус. Чапаевская (улица))
Юлдаш урамы (рус. Спутника (улица})
Гагарин урамы (рус. Гагарина (улица))
Салауат Юлаев урамы (рус. Салавата Юлаева (улица))
Ленин урамы (рус. Ленина (улица))
Тимерлек урамы (рус. Кузнечная (улица))
Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))
Тыҡрыҡтар
үҙгәртергәШакир тыҡрығы
Ибрай тыҡрығы
Оло ҡойо тыҡрығы
Байбикә тыҡрығы
Шәрәфи тыҡрығы
Ямай тыҡрығы
Нураш тыҡрығы
Бүре тыҡрығы
Билдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Хәбибуллин Ибраһим Ғәлиәхмәт улы (1918 йыл—?) — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны,1961—1978 йылдарҙағы Ҡоръятмаҫ урта мәктәбе директоры.
- Фәтхетдинов Рәйес Ҡәнзәфәр улы (7 ғинуар 1934 йыл — 2011 йыл) — РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, 1956—1970 йылдарҙа Дәүләкән № 3 урта мәкәбе директоры, 1970—1972 йылдарҙа район мәғариф бүлеге начальнигы, Дәүләкән район башҡарма комитет Советы рәйесе урынбаҫары, 1991—1998 йылдарҙа Дәүләкән районы администрацияһы Башлығының беренсе урынбаҫары[16].
- Ғилманов Рифҡәт Мортаза улы (5 ғинуар 1934 йыл — ?) — педагогик хеҙмәт ветераны, Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы, «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры, «Хеҙмәт ветераны», «Хеҙмәт батырлығы» миҙалдары менән бүләкләнгән. Район мәғариф бүлеге инспекторы, Дәүләкән район башҡарма комитет Советы рәйесе урынбаҫары, Дәүләкән ҡала Советы рәйесе урынбаҫары, оҙаҡ йылдар Дәүләкән башҡорт интернат-мәкәбе директоры булып эшләгән.
- Ғилманов Ғизаметдин Сәғит улы (1930 йыл—2020 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы, педагогик хеҙмәт ветераны, Дәүләкән район мәғариф бүлеге инспекторы, мәктәп директоры[16].
- Хәсәнов Әсғәт Әхмәт улы (8 ғинуар 1952 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, 1992—2013 йылдарҙа Ҡоръятмаҫ урта мәктәбе директоры, Рәсәй Федерацияһының почётлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре[16].
- Ғәләүетдинова Гөлнур Нурфаяз ҡыҙы (3 ғинуар 1970 йыл) — уҡытыусы, 2013 йылдан Ҡроъятмаҫ урта мәктәбе директоры, Башҡортостан Ресубликаһының мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән (2004).
- Нурғәлиев Фларит Ғәли улы (7 май 1952 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, 1987—1995 йылдарҙа Ҡоръятмаҫ урта мәктәбе директоры.
- Нурғәлиева Зифа Ямних ҡыҙы (18 февраль 1958 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғәриф отличнигы.
- Ҡотлобулатов Вәрис Лотфулла улы (16 октябрь 1950 йыл) — ауыл хужалығы ветераны, 1984—1989 йылдарҙа «Россия», («Дружба») колхозы рәйесе.
- Әхмәтвәлиев Дамир Сабир улы (4 ғинуар 1948 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән[16].
- Ғәйнетдинова Светлана Әхмәҙиә ҡыҙы (1 август 1949 йыл) —педагогик хеҙмәт ветераны, «Хеҙмәт ветераны» миҙалы менән бүләкләнгән.
- Ғәзизов Ғәбделхаҡ () — һауынсы, Ленин , Октябрь Революцияһы ордендары кавалеры.
- Ҡотлобулатов Илфат Лотфулла улы (23 октябрь 1966 йыл) — Башҡортстан Республикаһының атҡаҙанған торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәре.
- Ҡотлобулатова Фәниә Ғәзим ҡыҙы (2 ғинуар 1952 йыл — педагогик хеҙмәт ветераны, «Йыл уҡытыусыһы —1995» лауреаты, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән (1997, 2005)). Башҡорт Википедияһы ирекмәне[16].
- Ғәйнуллина Рәйлә Ғәзим ҡыҙы (13 май 1958 йыл) — МВД ветераны, подполковник, III,II дәрәжә « Иң яҡшы хеҙмәте өсөн»(1990,1995), Рәсәй Федерацияһының «Фиҙакәр хеҙмәте өсөн» миҙалы (2008), «Рәсәйҙең почётлы МВД хеҙмәткәре» билдәһе (2007) менән бүләкләнгән.
- Латипов Марат Мөьмин улы (15 апрель 1958 йыл) — дәүләт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының 1-2 саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты,1992—2000 йылдарҙа Дәүләкән районы һәм Дәүләкән ҡалаһы хакимиәте башлығы, Рәсәй Социаль страховка фондының Башҡортостан төбәк бүлексәһе идарасыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, Почёт ордены һәм 2-се дәрәжә «Батырлыҡ һәм гуманизм» ордендары кавалеры.
- Рәхмәтуллин Сафиулла Рәхмәтулла улы (1845 йыл—1921 йыл) — шағир.
- Хәлилова Миңзәлә Вәсил ҡыҙы (17 август 1963 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, шағир. «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2007), Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы (2016), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2020), «Дим» әҙәби берекмәһенең етәксеһе (1916), Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союздары ағзаһы (2019), Әхиәр Хәкимов исемендәге премия лауреаты (2020).
- Мәҙйәрова Эльмира Ғәбделхаҡ ҡыҙы (1956 йыл—2010 йыл) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре, 1996—2007 йылдарҙа «Дружба» колхозы рәйесе.
- Ахунйәнова Фирүзә Ҡунаҡбай ҡыҙы (18 ғинуар 1960 йыл) — Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү мәктәбенең почётлы хеҙмәткәре (2013), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы, Дәүләкән ҡалаһы № 4 лицей-гимназия директоры[16].
- Дәүләтова Ғәлиә Ғолмулла ҡыҙы (4 март 1968 йыл) — Дәүләкән ҡалаһы № 7 гимназия уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы[16].
- Рәхмәтуллин Фларит Рәүеф улы () — 1993—2012 йылдарҙа Алға ауыл Советы хакимиәте Башлығы.
- Мырҙабулатова Бикә Мырҙабулат ҡыҙы 15 февраль ? 1929 йыл)— педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡорт АССР-ы мәғәриф министрлығының Почёт грамотаһы менән бүләкләнгән.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан . Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ 3,0 3,1 А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 208—211 б.б..
- ↑ Список населённых пунктов БашРеспублики (составлен Центральным Статическим Управлением) издание «Башкниги» Уфа-1926 г. Курятмасово № 68 стр.25
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Асылыкүл тәбиғи паркы
- ↑ хәҙерге Туймазы районы Үрге Сәрҙек ауылы
- ↑ Викидәреслектә Ҡоръятмаҫ ауылы
- ↑ Ф.Хисаметдинова. «Башкирская ойкономия XVI—XIX вв.». — Өфө: «Китап», 1991 й. — С. 46 б..
- ↑ А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 469-се б. 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- ↑ Башҡорт энциклопедияһы. Ҡоръятмаҫ ауылы
- ↑ 11,0 11,1 11,2 11,3 А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 339—340-сы б.б..
- ↑ 12,0 12,1 12,2 12,3 12,4 12,5 Тарих тел һәм әҙәбиәт институты. «Башҡорт теленең һүҙлеге». — Мәскәү: «Русский язык», 1991 й. — С. 92,476,265,368-се б..
- ↑ 13,0 13,1 13,2 Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 146—148-се, 12-се б.б..
- ↑ Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 444-сө (ТЙ-153).
- ↑ «Налог Белешмәһе системаһында» Ҡоръятмаҫ ауылы
- ↑ 16,0 16,1 16,2 16,3 16,4 16,5 16,6 Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ҡоръятмаҫ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 15 март 2022)
- А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 469-сы б. 2022 йыл 11 апрель архивланған.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. *Ә. З. Әсфәндиәров. История сел и деревень Башкортостана. — Өфө: Китап, 2009. — С. 469 б.б.. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- А.М.Хәкимйәнова, Р.Ғ.Мөхәмәтғәлин. «Дәүләкән ынйылары». — Өфө: «Эшлекле династия», 2008 й. — С. 339—340-сы б.б..
- Әхмәт Сөләймәнов. «Аҡмулланың биргән мең ҡәүеме фольклоры» I том. — Өфө: «Аэрокосмос и ноосфера», 2006 й. — С. 146—148-се б.б..
- А.Казанцев. «История населённых пунктов Давлекановского района». — Өфө: «Издательские решения. По лицензии Ridero», 2021 й. — С. 208—211 б.б..
- Институт истории, языка и литературы. «История башкирских родов/Минг». — Өфө: «Китап», 2016 й. — С. 94—95 б.б..
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7.
- «Давлеканово ТV» Телевидение. Видео
- Генеалогия и арххивы/ Курятмасово (рус.)
- «Налог Белешмәһе системаһында» Ҡоръятмаҫ ауылы
- Әхмәт Сөләймәнов, Розалия Солтәнгәрәеева. «Башҡорт халыҡ ижады» Йола фольклоры I том. — Өфө: «Китап», 1995 й. — С. 444-сө (ТЙ-153).
- Халыҡ картаһы /Ҡоръятмаҫ
- Давлекановский район. «Наши славные педагоги». — Уфа: «Валькирия», 2016 г.. — С. 176.
- Доклады и выступления / Управление по делам архивов РБ / Статья Р.Букановой,Ф.Закировой «Взгляд в прошлое д. Курьятмасово» 2022 йыл 23 ғинуар архивланған.
- Список населённых пунктов БашРеспублики (составлен Центральным Статическим Управлением) издание «Башкниги» Уфа-1926 г. Курятмасово № 68 стр.25
- Материалы поземельной переписи 1917 года по: Курьятмас Белебеевскога уезд, Казангуловской волость: фонд Р-473, ОПИС-1, дело 1081 волость 2021 йыл 20 апрель архивланған.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Ҡоръятмаҫ Викидәреслектә | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |