Зәй (йылға)
Зәй (үрендә Дала Зәйе; урыҫса Зай) — Татарстандағы йылға, Иҫке Кама ҡылымығына ҡоя (Каманың һул ҡылымығы).
Зәй | |
Ҡайҙа ҡоя | Кама |
---|---|
Ҡушылдыҡ | Шумышка, Инеш, Савалеевка, Бугульдинка, Зыча, Урсала, Письмянка, Кошаева, Сарапала, Шипка, Мошкара, Кармала, Аҡташ (Дала Зәйе ҡушылдығы), Зәй-Ҡаратай, Ҡоҙаш, Урман Зәйе, Бугульминский Зай[d], Мурат[d] һәм Ямашка[d] |
Һыу йыйыу бассейны | Волга бассейны[d] |
Бассейн майҙаны | 5020 км² |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Татарстан Республикаһы |
Оҙонлоҡ | 219 km |
Бассейн категорияһы | Категория:Бассейн Зая[d] |
Зәй Викимилектә |
Йылғаның оҙонлоғо 219 км[1]. Бассейны майҙаны — 5020 км².
Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығы биләмәһе буйлап башлыса төньяҡ-көнбайыш йүнәлештә аға.
1978 йылдан башлап Дала Зәйе — Татарстандың төбәк әһәмиәтендәге тәбиғәт ҡомартҡыһы[2].
Ҡушылдыҡтары
үҙгәртергәКошаева (17 км), Инеш (20 км), Челнинка (39 км), Мельнинская (42 км), Шипка (48 км), Зыча (51 км), Бөгөлдө (63 км), Урман Зәйе (оҙонлоғо 63 км), Кармала (68 км), Сарапала (81 км), Шумышка (83 км), Савалеевка (100 км), Мостай (106 км), Аҡташ (114 км), Ямаш (119 км), Морат (134 км), Нариман (144 км), Урсалы (Дала Зәйе ҡушылдығы) (145 км), Урсалы (151 км), Маҡтама (156 км), Ҡоҙаш (176 км), Бугульминский Зай (179 км)[3], Зәй-Ҡаратай (181 км), Мошкара (186 км), Ҡамышлы (191 км), Письмянка (201 км).
Йылға буйында Әлмәт, Зәй ҡалалары урынлашҡан. Зәй менән йәнәш Зәй һыуһаҡлағысы һәм Зәй дәүләт район электр станцияһы, ҡала тибындағы Ҡарабаш ҡасабаһы янында Ҡарабаш һыуһаҡлағысы һәм Ҡарабаш кесе гидроэлектростанцияһы урынлашҡан. Зәй йылғаһы бассейнында ҙур нефть ятҡылыҡтары бар. Республиканың Әлмәт, Бөгөлмә һәм Лениногорск райондары биләмәләрендә даими рәүештә нефть сығарыу эше бара.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Река ЗАЙ» — информация об объекте в Государственном водном реестре
- ↑ Главный редактор А. И. Щеповских. Государственный реестр особо охраняемых природных территорий в Республике Татарстан, издание второе . Кабинет Министров Республики Татарстан. Архивировано 27 февраль 2020 года. 2020 йыл 27 февраль архивланған.
- ↑ 3.1. Краткая характеристика р. Бугульминский Зай . www.nvbvu.ru. Дата обращения: 17 июнь 2019. 2022 йыл 24 ғинуар архивланған.