Чукмарлы
Чукмарлы (Суҡмарлы; татар. Чукмарлы, рус. Чукмарлы) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Сарман районы ауылы.
Чукмарлы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Чукмарлинское сельское поселение[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Чукмарлинское сельское поселение[d][1] |
Почта индексы | 423367 |
География
үҙгәртергәАуыл Иғәнә йылғаһының һул ҡушылдығы буйында, Сарман ауылынан көнбайышҡа табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].
Тарих
үҙгәртергәАуылға ҫарайлы-мең һәм байлар ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауыл Ҫарайлы-Мең-Байлар улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Әлмәтмулла административ-территориаль улусы составына керә[3].
XX быуат башында ауылда 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, икмәк магазины, 3 бакалея кибете, тимерлек теркәлгән[3][2].
1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1921 йылдан Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Сарман районы составына керә[2].
Халҡы
үҙгәртергә1816 йылда ауылда 29 башҡорт; 1834 йылда — 131 башҡорт (1952 йылда 25 аҫаба башҡорт ғаиләһе Нөркәй, Имән, Сөлөк, Саҡлау ауылдарынан килеп бында төпләнә); 1859 йылда — 147 ир затлы аҫаба башҡорт; 1912 йылда — 1167 аҫаба башҡорт һәм 465 татар иҫәпләнгән[3].
1870 | 1897 | 1920 | 1926 | 1938 | 1949 | 1958 | 1970 | 1979 | 1989 | 2002 | 2010 |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
316 | 859 | 1132 | 911 | 905 | 640 | 556 | 586 | 544 | 449 | 400 | 348 |