Уҫман (Төрөмбәт ауыл советы, Ауырғазы районы)

Уҫман (рус. Усманово), элекке исеме Ҡаҙморон — Башҡортостандың Ауырғазы районындағы Төрөмбәт ауыл советына ҡараған ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 279 кеше[1]. Почта индексы — 453495, ОКАТО коды — 80205858004.

Ауыл
Уҫман
Усман
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ауырғазы районы

Ауыл советы

Төрөмбәт

Координаталар

54°04′13″ с. ш. 55°32′42″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 205 858 004

ОКТМО коды

80 605 458 116

Уҫман (Рәсәй)
Уҫман
Уҫман
Уҫман (Төрөмбәт ауыл советы, Ауырғазы районы) (Башҡортостан Республикаһы)
Уҫман

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 279 147 132 52,7 47,3
Милли составы

2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәтенә ярашлы, күпселек милләт - башҡорттар (100 %)[2].

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Башҡорт Уҫман ауылы Өршәк-Мең улусына ҡарай. Уға XVIII һәм XIX быуат сиктәрендә Стәрлетамаҡ өйәҙе 7-се кантонының кантон начальнигы ярҙамсыһы Усман Ибраһимов нигеҙ һала. Ул 14-се класс чинына тиклем хеҙмәт итә. VI ревизия үткәреү йылында (1811 й.) ул үҙенең ауылында йәшәй. Бер-ике йылдан һуң 7 ғаилә менән Мерәҫ ауылына (хәҙер Дәүләкән районы) күсерелә, унда уның улы, яҫауыл, кантон начальнигы Лоҡман йәшәй. 1834 йылда Уҫман ауылында 129 кеше иҫәпләнә. 1816 йылда 20 йорттоң һәр береһенә уртаса 6,5 кеше тура килә, 1850 йылда 18 йорттоң һәр береһенә — 8 кеше; VII рәүиз ваҡытында 20 ғаиләнең һәр 3 ғаиләһендә ғаилә башлыҡтары икешәр ҡатынға эйә булғанлығы асыҡлана[3]. Малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Һыу тирмәне булған. 1906 йылда мәсет теркәлгән.[4].

Уҫман — Ҡаҙморон

Ҡаҙморон ерендә электән бер-нисә ғаилә йәшәгән була. Был ерҙәр мал тоторға унайлы: беренсенән, Өршәк туғайында бик күп бесән әҙерләргә мөмкин. Һәм бына шул ерҙәргә бай ҡаҙаҡ кешеһе килеп ултыра. Ҡаҙаҡтын исемен хәтерләмәйҙәр, әммә бына ҡушаматы — Ҡаҙморон (ул ҡаҙаҡтын танауы ҡаҙ моронона оҡшаған була) — тирә — яҡҡа бик тиҙ тарала. Өршәк буйында элек — электән тик башҡорттар ғына йәшәй. Сит милләт кешеһе килеп ултырыуы, иң һәйбәт ерҙәре баҫып алыуы урындағы халыҡҡа оҡшамай. Улар, кәңәш һорап етенсе кантон начальниғы ярҙамсыһы Усман Ибраһимовҡа баралар. Усман: « Күрше башҡорт ауылдары менән берләшеп, күмәкләшеп ҡыуып ебәрергә кәрәк уны. Тик шуныһы: Ҡаҙморон ҡарт бик бай, һеҙгә аш — һыу, аҡса тәҡдим итер, әгәр ҙә Өршәк буйында тик башҡорттар ғына йәшәһен тиһәгеҙ, ашҡа, малға аҡсаға ҡыҙыҡмағыҙ,»- тип кәңәш бирә.

Шунан башҡорттар берләшеп, ҡаҙаҡты ҡыуырға күтәрелә. Ысынлап та, Ҡаҙморон ҡарт, башҡорттарға көләс йөҙ менән ҡаршы сығып, уларҙы өйөнә саҡыра, аҡса, мал тәҡдим итә. Әммә изге ниәттәрен тормошҡа ашырырға ашығыусылар ҡарттың һандыҡ- һандыҡ байлыҡтарын Өршәк йылғаһына ташлап, өйөн емереп үҙен ҡыуып ебәрәләр. Ә Өршәк буйына тағы ла Мерәҫ яғынан бер- нисә башҡорт ғаиләләре кусеп килеп, яны ауыл барлыҡҡа килә. Кантон начальгиғы ярҙамсыһының хөрмәтенә ауылға Усман исеме бирелә, ә икенсе исеме- бай ҡаҙаҡ ҡушаматы ул. Ҡаҙморон байҙың өйө ҡайҙа ултырғанын аныҡ ҡына әйтә алмайҙар, ә бына Усман Ибраһимовтың әле Иҙрисов Рөстәмдең (ауыл ситендә) ултырған өйө урынында йәшәп киткәнен бик яҡшы иҫләйҙәр.

Хәҙерге Уҫман ауылында бер — нисә фамилия бер араға (исемгә) берләшә. Йәки ауылды Үгеҙ, Көҙәкә, Ҡарға, Ҡуян, Тәкә исемдәренә бүләләр. Мәҫәлән, үгеҙҙәр — Бикәнәсовтар, Әминевтар, Солтаҡаевтар, Мөхәммәтовтар, Ҡотлогилдиналар, Аҙнашевтар; көҙәкәләр — Әхмәтовтар, Аҡбулатовтар, Сәйфетдиновтар; ҡарғалар — Әсфәтуллиндар, Ниғмәтуллиндар, Хөсәйеновтар; ҡуяндар — Таминдаровтар, Ҡотлоюловтар; Тәкәләр — Мәһәҙиевтар. Боронғо осорҙа был ҡош, йәнлек исемдәре шул ара (нәҫел) кешеләре өсөн изге һаналғандыр, моғайын. Ә хәҙерге ваҡытта ошо атама итеп алынған ҡоштоң , йәнлектең ҡайһы бер үҙенсәлектәре сағылыу менән билдәләйҙәр. Йыш ҡына «үҙ һүҙле — үгеҙ күҙле» тип — үгеҙҙәр тураһында, «көҙәкәһе тота» тип көҙәкәләр тураһында ишетергә мөмкин. Ә бына Ғәлимовтарҙы «сүплектәр» тип йөрөтәләр. Был фамилияны йөрөтөүселәр элек Ҡазандан күсеп ултырғандар.

Тирә — яҡ мөхите

үҙгәртергә

Өйәңке күле (легенда)

үҙгәртергә

Боронораҡ булған, ти, был хәл. Өйәңке күле буйында Өйәңке исемле ике ағас үҫкән. Бер көндө күк күкрәп, йәшен йәшнәп, ямғыр яуған, бер өйәңкене йәшен атҡан. Бер Рабиға исемле әбейҙең утыны бөткән саҡ булған. Һыуға барғанда тәгәрәп ятыусы ағасты күреп, йүнсел әбей уны өйөнә килтерергә булған. -Улым, - тигән әбей күрше тракторсы егеткә, - анау ағасты ғына килтереп бир әле. - Ярай, инәй, - тип яуаплаған уңған егет. Эштән һуң һөйрәтеп килтереп ташлаған. Әбей бик шатланған. Кис еткән. Әбей йоҡларға ятҡан . Ҡапыл кемдер тәҙрә шаҡыған. - Кем бар унда? – тип һораған әбей- яуап бирмәгәндәр. Тәҙрәнән ҡараған- берәү ҙә күренмәгән. Икенсе көндө лә шул уҡ хәл ҡабатланған. Әбей ҡурҡа- ҡурҡа ғына ишете асһа...оҙон һаҡаллы аҡ бабай килеп тә кергән, ти. — Өйөмдө бир, — тигән теге бабай. Әбей шунда уҡ уның ағас эйәһе икәнлегенә төшөнә һәм ағасты кире килтертергә һүҙ биргән. Иртәгәһенә иртән - иртүк ағас күл ситенә килтерелгән. Әбей был көндө ҡөръән уҡып, икенсе өйәңке ағасының иҫәнлеге өсөн хәйер таратҡан. Шул көндән бирле ауылыбыҙ эргәһендә Өйәңке күле ярында икенсе иҫән ҡалған ағас имен- аман һаман да үҫеп ултыра.

Һөлөклө күл

үҙгәртергә

Был тәрән генә күлдә һөлөк бик күп. Бында һыу инеп тә булмай, тәндең бер ерен дә ҡалдырмай һырып алалар. Шуға ла уны Һөлөклө күл тип атап йөрөтәләр.

Уҫаҡлы күле

үҙгәртергә

Был урында элек күпләп уҫаҡ ағастары үҫкән. Әммә ваҡыт үтеү менән уларҙы ҡырҡып бөтөрәләр һәм был урында күл хасил була. Ошо күлде уҫаҡлы күле тип әле лә йөрөтәләр.

Мәхүбә күле

үҙгәртергә

Ауыл эргәһендә оло бер күл йәйрәп ята. Элек ошонда Мәхүбә исемле ҡатын батып үлгән була, һәм шул ваҡыттан бирле Мәхүбә күле тип йөрөтәләр был күлде.

Гәрәй күле

үҙгәртергә

Был күлдә элек Гәрәй исемле ҡарт батып үлә һәм бына ошо күлде Гәрәй күле тип йөрөтәләр. Яҡын ғына урынлашҡан күлдә уның әбейенең дә ғүмере өҙөлә. Шуға ла уларҙы Әбей менән Бабай күле тип тә атап йөрөтәләр ҡайһы берәүҙәр.

Ҫаҫыҡ күл

үҙгәртергә

Ауыл ситендә бер тәрән генә күл йәйрәп ята. Йәй көнө уның һыуы ныҡ итеп һаҫый. Шуға ла төбәк һөйләшенә яраҡлаштырып уны Ҫаҫыҡ күл тип йөрөтәләр.

Ҡайнығол

үҙгәртергә

Был йырында электән үк шаулап аҡ ҡайындар үҫкән. Әммә улар беҙҙең заманға килеп етмәгән- киҫеп бөтөрәләр. Ошо йырын буйлап һәр саҡ яҙ көнө һыу аға һәм уға Ҡайнығол тип исем бирәләр. Ҡайынлы ҡулдан алынған.

Дүңгәккүл

үҙгәртергә

Был күлден тирә- яғын дүңгәктәр уратып алған, шуға ла халыҡ исемде Дүңгәккүл тип бирә.

Оҙонса күле

үҙгәртергә

Әрәмә ҡырында йәйрәп ятҡан был күлдең формаһы бик ҡыҙыҡ — оҙонса булып ята.

Гөлсирә ҡыуағы(йәки Трахим ҡыуағы)

үҙгәртергә

Өршәк аръяғында Трахим исемле бабай бер янғыҙ уҫкән ҡыуаҡ эргәһендә йыл һайын бесән сапҡан. Шуға ла уны Трахим ҡыуағы тип йөрөткәндәр. Берҙән — бер көн бында оло фажиғә була: унын ҡыҙын — Гөлсирәне мыҫҡыл итеп китәләр. Гөлсирә был хурлыҡҡа түҙә алмай үҙен — үҙен ултерә. Һәм шул саҡтан бирле был урынды Гөлсирә ҡыуығы тип йөрөтә башлайҙар.

Ҡыҙҙар сағылы

үҙгәртергә

Был тауҙа ҡыҙҙар яҙ етеү менән төрлө уйындар ойошторғандар. Электән үк ошонда ҡыҙҙар, йәш килендәр күңел асҡандар, серҙәрен бүлешкәндәр. Шуға ла был тауҙы Ҡыҙҙар сағылы тип йөрөткәндәр.

Өршәк аръяғында Һаҡлау тигән урын бар. Райондарға булеу осоронда бер- нисә башҡорт ғаиләһе Өршәк аръяғындағы ерҙәрҙе һаҡлап алып ҡалыу өсөн кусәләр унда. Колхоздар ҙурайтыла башлағас, киренән ул ерҙе ташлап, уҙҙәренен ауылына- Ҡаҙморонға кусенәләр.

Марат йырыны

үҙгәртергә

Һуғыш йылдарында колхоз бригадиры бер йәтим Марат исемле малайҙы тәрән, киң бер йырынға төртөп төшөрөп ебәрә. Сөнки ул малай аслыҡтан түҙә алмайынса баҫыуҙан бер ус арыш урлап кеҫәһенә һалған була. Ошо хәлдән һуң был йырынды Марат йырыны тип атап йөрөтә башлайҙар. Ғәлләү- йырындың икенсе исеме. Ул бригадирҙың исеме Ғәлләү була.

Таштарай соҡоро

үҙгәртергә

Был соҡор ҡарап торғанда һарайға оҡшап тора, эсендә таштан мәмерйәләр күп. Шуга ла уны Ташһарай тип йөрөткәндәр, әммә әәйтеүе еңелерәк булһын өсөн Таштарай тип йөрөтә башлайҙар.

Әрем тауы

үҙгәртергә

Ауыл ситендә тау һымағыраҡ бер ҡалҡыулыҡ бар. Уның үҙенсәлеге шунда- был ҡалҡыулыҡты тотош әрем ҡаплаған. Шуға ла уны Әрем тауы тип йөрөтәләр.

Ферма соҡоро

үҙгәртергә

Ошо тәрән генә соҡор ҡырында ферма урынлашҡан. Шуға ла Ферма соҡоро тип йөрөтәләр.

Ауылдағы үҙгәрештәр

үҙгәртергә

— 2014 йылдың 20 сентябрендә ауылда мәсет асылды. Иман йортоноң асыу тантанаһына бөтә донъяға билдәле Мәүләнә Әүлиә Шәйех Солтан Мехмет хәҙрәттәре килде. Яңы төҙөлгән мәсеттә халыҡ менән бергә намаҙ уҡыны, бүләктәр тапшырҙы[5]
— 2019 йылда «Уҫман» крәҫтиән-фермерлыҡ хужалығы ярҙамы менән МТЗ-82.1 тәгәрмәсле трактор һатып алына.
— 2020 йылда башланғыс мәктәбе һәм балалар баҡсаһы биналарына капиталь ремонт башҡарыла (1350 000 һум).
— 2020 йылда 99 000 һумлыҡ балалар уйын майҙансығы һатып алына. - 2020 йылдың 17 ноябрендә модуль здравпункт ишектәрен аса. Территорияны йыһазландырыу буйынса Уҫман ауылы халҡы әҙем ҡатнашты, айырыуса Әсфәтуллин А. Р., Сәйфетдинов В. А.
[6]

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Тәбиғәт ҡомартҡылары

үҙгәртергә

Усман торамалары

Урамдары

үҙгәртергә
  • Ҡамышлы урамы (рус. Камышлинская улица)
  • Клуб урамы (рус. Клубная улица)
  • Йәштәр урамы (рус. Молодежная улица)
  • Пушкин урамы (рус. улица Пушкина)
  • С.Юлаев урам (рус. улица С.Юлаева)
  • Үҙәк урам (рус. Центральная улица)[7]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә