Ҡара Яҡуп
Ҡара Яҡуп (рус. Кара-Якупово) — Башҡортостандың Шишмә районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 513 кеше[3]. Почта индексы — 452160, ОКАТО коды — 80257845001.
Ҡара Яҡуп | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ үҙәге | Ҡара Яҡуп ауыл Советы[1] |
Административ-территориаль берәмек | Ҡара Яҡуп ауыл Советы |
Халыҡ һаны | 513 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452160 |
Ҡара Яҡуп Викимилектә |
Географик урыны
үҙгәртергәХалыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
|
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Тарих
үҙгәртергәАуылға Нуғай даруғаһы Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1740 йылдан алып Яҡуп исеме менән билдәле. Ауыл тәүге булып бында төпләнгән Яҡуп Үтәшев исемен йөрөтә. Һуңыраҡ бында керҙәшлек килешеүе буйынса бер нисә типтәр килеп ултырған.
18 быуат аҙағындағы документтарҙа улус старшинаһы итеп Ғайса Яҡупов күрһәтелгән. 1773—1775 йылдарҙағы Е. И. Пугачев етәкселегендәге күтәрелештә Ҫыбы-Мең улусы башҡорттары старшинаһы Турай Ишалин үҙ командаһы менән ҡатнашҡан.
1795 йылда Ҡара Яҡупта 50 йортта 310 кеше йәшәгән, 1865 йылда 86 йортта — 441 кеше. Халыҡ малсылыҡ,игенселек менән шөғөлләнгән. Ауылда һыу тирмәне булған; улус идараһы урынлашҡан. 1906 йылда мәсет, урыҫ-башҡорт земство училищеһы (мөдире Әлимғолов Арыҫланбәк Арыҫланғәли улы ), 2 һыу тирмәне, 2 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан. Ауыл халҡы шулай уҡ балыҡсылыҡ, ҡымыҙ бешеү менән шөғөлләнгән.
Ауыл эргәһендә Ҡараяҡуп археологик комплексы, Ҡараяҡуп ҡаласығы бар. Ауыл янындағы тауҙа халыҡ ҡәҙерләп һаҡлаған Һөйәрбикә ҡәбере һәм шишмәһе бар. Бынан тыш ауыл янында Асы (Әсе), Ерекле, Туҡмаҡ атамалы һәм башҡа шишмәләр бар, барлығы 12.
19 быуаттың икенсе яртыһында әлеге Шишмә районы территорияһында ике улус булған (Сафар, Ҡара Яҡуп улустары).
1865—1926 йылдарҙа Ҡара Яҡуп ошо уҡ исемдәге улус үҙәге булған. 1930 йылда Башҡортостан АССР-ы ның Шишмә районы ойошторола, Ҡара Яҡуп ауылы был район составына индерелә.
1908 йылда Башҡортостан, Урал, Волга буйында ғалим-антрополог, этнографтар эшләгән. Улар хәҙерге Шишмә районында ла булып киткән. Круковский Михаил Антонович (1865—1936) 1908 йылда Ҡара Яҡуп ауылында тиҫтәләгән фотоһүрәт төшөргән[5].
Был фотолар әле Санкт-Петербургта Кунсткамера коллекцияһында һаҡлана[6] [7]
1917 йылда ауылда йәшәгән Сәйфулла Ғарифуллин, Йәнтүрә Абдуллин, Хәбиб Латипов, Абдулла Ғилманов, Ғилман Сәлмәнов, Исмәғил Дауытов, Сәмит Исҡаҡов һәм башҡалар, барлығы 14 йортта, ҡымыҙ менән дауаланыусыларҙы ҡабул иткән. Ҡай берҙәренең 15- 23 баш йылҡы малы булған.
1917 йылда Дим буйындағы башҡорт ауылдары Башҡортостан дәүләтселеген булдырыу өсөн барған хәрәкәтте үҙ йыйындарында яҡлап сыға һәм делегаттарын Ырымбурҙа, Өфөлә үткән тәүге башҡорт Ҡоролтайҙарына ебәрә.
1917 йылдың аҙағында Совет власы урынлаштырыла. 1918 йылдың 20 апрелендә Ҡара Яҡуп улусында (Ырымбур губернаһы, Өфө өйәҙе) крәҫтиән депутаттары Советы һайлана. Уның беренсе рәйесе — Миңнеғәли Йосопов. 1918 йылдың май аҙағында чехословактар корпусы Совет власына ҡаршы фетнә күтәрә, ТрансСебер тимер юлы буйлап бөтә ерҙә лә Совет власы ҡолатыла. Совет власы эшмәкәрҙәрен ҡулға алыу, бер ниндәй судһыҙ хөкөм итеп, атыуҙар башлана. Ҡара Яҡуп ауылынан Ғиләж Әсәҙуллин, Аҫылгәрәй Дауытов, Харис Рахманғолов һәм башҡа бик күптәр һәләк була.
Ҡара Яҡуп улусын ҡыҙылдар аҡтарҙан 1917 йылдың декабрендә азат итә, Совет власы яңынан тергеҙелә. Ләкин 1918 йылдың мартынан май аҙағына тиклем был территория аҡтар ҡулында ҡала. 1918 йылдың 26 майында В.И.Чапаев 25-се уҡсылар дивизияһына Өфөнө аҡтарҙан азат итергә бойорок бирә, тимер юл буйында урынлашҡан ауылдарҙан аҡтар ҡыуыла.
1930-сы йылдар башында ауылда колхоз төҙөлә. Әлеге ваҡытта бында «Башҡортостан» ауыл хужалығы тауарҙарын етештереү коооперативы (СПК)эшләй.
Бөйөк Ватан һуғышы (1941—1945) осоронда Ҡара Яҡуп ауылынан фронтҡа … кеше китә.
Ҡара Яҡуп янындағы археология ҡомартҡылары
үҙгәртергәҠараяҡуп ҡаласығы — Ҡараяҡуп мәҙәниәте археологик ҡомартҡыһы. Ҡайһы бер ғалимдар, 8—9 быуаттарҙа, Көнбайыш Себерҙән был яҡтарға күсеп килгән, бер аҙҙан көнбайышҡа күсеп киткән уғыр (мадьяр) ырыуҙары мәҙәниәте ҡомартҡыһы, тип иҫәпләй. Шишмә районы Ҡара Яҡуп ауылынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 0,5 саҡрым алыҫлыҡта урынлашҡан.
1952 йылда И. А. Талицкая тарафынан асыла, 1962 һәм 1967 йылда уны БДУ экспедицияһы (етәксеһе Г. И. Матвеева) өйрәнә. Майҙаны 2300 м², 568 м² ҡаҙылған. Ҡаласыҡ 2 тупраҡ ур (киңлеге 4 м, бейеклеге 1 м) һәм соҡорҙар менән нығытылған. Эске ур таш нигеҙгә ҡоролған, тыштан — таш, өҫтән — текә ҡойма, тышҡы соҡорҙоң яҡтары ситән менән нығытылған булған.
Табылған керамика тура йәки тышҡа ҡарай бөгөлгән муйынлы, муйыны тирәләй кәкерсәктәр, ҡыя селтәр, бәләкәй генә соҡорло һәм ҡабарынҡы биҙәк баҫылған, ауыҙы тирәләй һырҙар менән биҙәлгән түңәрәк төплө һауыттарҙан ғибәрәт. Ҡаласыҡта баҡыр таралғы һәм бил ҡайыштарын биҙәү тәңкәләре, балсыҡтан эшләнгән сүмес һәм орсоҡбаш, тимер бысаҡ, балыҡ ҡармаҡтары, ҡалаҡ яһау ҡоралы, тимер һәм һөйәк уҡ башаҡтары, тирмән таштары, хайуан һөйәктәре, шулай уҡ бойҙай бөртөктәре табылған. Халҡы малсылыҡ, игенселек, балыҡсылыҡ, һөйәктән әйберҙәр яһау менән шөғөлләнгән. Был материалдар Өфөнөң Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Ҡараяҡуп археологик комплексы энеолит археологик ҡомартҡылары төркөмөнә инә. Беҙҙең эраға тиклем 5—3 мең йыллыҡтарға ҡарай. Ҡара Яҡуп ауылынан төньяҡ-көнсығышҡа табан Дим йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Унда тора һәм ҡәберлек инә.БДУ уҡытыусыһы Ю. А. Морозов тарафынан 1980 йылда асыла һәм 1980—1982 йылдарҙа, 1984 йылда өйрәнелә.
Ҡараяҡуп тораһында керамика (геометрик биҙәк һалынған, тешле штамп эҙе менән биҙәлгән түңәрәк төплө йомортҡа рәүешендәге һауыттар), таш әйберҙәр (гарпундар, батырғыстар, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, бысаҡтар, тишкестәр, ҡырғыстар), таҙа еҙ, шлак табылған. Халҡы малсылыҡ (башлыса һыйыр малы, йылҡы үрсеткәндәр), балыҡсылыҡ, һунарсылыҡ, емеш-еләк йыйыу менән шөғөлләнгән.
Ҡараяҡуп ҡәберлегендә 5 ҡәбер табылған. Мәйеттәр көнбайыш — көнсығыш йүнәлешендә ҡаҙылған ҡәбер соҡорҙарында салҡан ятҡырып, башы менән көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбергә керамика (яға һымаҡ ауыҙлы түңәрәк төплө һауыттар), йәшел һәүерташтан эшләнгән тамсы формаһындағы 32 сулпы (2‑һенә өйрәк һүрәте төшөрөлгән), ҡабырсыҡтан яһалған муйынсаҡтар, хайуан һөйәктәре һалынған. Өҫкө ҡатламдарҙа тимер быуатҡа ҡараған 3 ҡәбер табылған. Ҡомартҡы энеолит — тимер быуат дәүерендә Көньяҡ Урал янына халыҡтың күсеп ултырыу этаптарын күрһәтә. Ҡараяҡуп архелогик комплексы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана.
Ҡара Яҡуп урта мәктәбе
үҙгәртергә— 1875 йылдың 1 мартында Ҡара Якуп ауылында рус-башҡорт башланғыс мәктәбе асыла (земство училищеһы).
Мәктәптә Ҡара Яҡуп ауылы балаларынан тыш яҡын-тирәләге ауылдарҙан да балалар белем ала. 1910 йылда мәктәптә бер ҡыҙ бала уҡый (Әлимғолова Мәрйәм).
— 1918 йылда земстволар бөтөрөлә, ауыл мәктәбе Совет мәктәбе итеп үҙгәртелә.
— 1937 йылдан ете йыллыҡ мәктәпкә әйләндерелә.
— 1970 йылда мәктәп яңы, кирбес бинаға күсә, урта мәктәп итеп үҙгәртелә.
— 1972 йылда Ҡара Яҡуп урта мәктәбенең тәүге сығарылышы була.
Мәктәпкә реконструкция үткәрелгән, тышҡы яҡтан аҡһыл төҫтәге профнастил менән көпләнгән, урта мәктәп өсөн тейешле матераль-техник базаһы, мәктәп яны участкаһы бар. Бөгөн мәктәптә Ҡара Яҡуп ауылы балаларынан тыш Бабик, Яңы Абдулла, Новотроицкое, Горный ауылы балалары ла уҡый. Уҡыусылар һаны 150-гә яҡын, шуларҙың 50-гә яҡыны филиалда- Горный тулы булмаған урта мәктәбендә уҡый. Мәктәпте тамамлаусылар араһында киң билдәле һөнәр эйәләре бар.
Мәктәп етәкселәре (мөдирҙәре, директорҙары): Тереғолов (1875?-), Сергей Шафиев (1883-1891), Улимаев Лоҡман (1891- 1895), Заһиҙулла Хәбибуллин (1891-1895), Арыҫланбәк Әлимғолов (1900 йылдарҙан Ҡара Яҡупта эшләгән, 1911?-1915), К.Богород (1915-1916), Мәғәсүм Мәһәҙиев (1929-1931, Шәриф Мурзаев (1932- 1936), Хәбиб Ғибаҙуллин (1937-1941), Суфия Рафиҡова (1942-1944), Хужахмәт Ғафуров (1944- 1948), Рәшит Латыпов (1949-1956), Рәүиҙә Гәрәева (1956-1959), Вәкил Батыров (1962-1974), Альберт Тереғолов (1974-1977), Минияр Ғарипов (1978-1979), Мәжит Баязитов (1980-1983), Вәзих Сафин (1984-1985) ), Рәүиҙә Иҫәнғолова (1986-1988), Радик Рафиҡов (1988-1991), Ил Яхин (1991-2016), Альбина Муккулова (2016 йылдан)
Бөйөк Ватан һуғышы йылдары
үҙгәртергәБөйөк Ватан һуғышы осоронда Шишмә районы халҡы Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн бар көсөн бирә. Райондан 11507 кеше фронтҡа киткән, уларҙың 6183 һуғышта хәбәрһеҙ юғалған, йәки һәләк булған. Ҡара Яҡуп ауылынан фронтҡа киткәндәрҙән 80 (?) кеше тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмаған.
Шишмә — Куйбышев тимер юлында урынлашҡан бик мөһим станция. Станция аша фронтҡа бик күп тимер юл составы үтә.
Шишмә районында 361 уҡсылар дивизияһы (1941 й.,сентябрь-октябрь) һәм декабрь 1941 й.- апрель 1942 й. 433-сө (һуңыраҡ 214) уҡсылар дивизияһы (176, 780 уҡсылар полкы) формированиела тора. 433 уҡсылар дивизияһына башлыса хәрби хеҙмәттә ошоғаса булмаған йәштәр алына, улар тиҙ арала әҙерлек үтеп, фронтҡа ебәрелә.
Бынан тыш, Шишмә районынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһына 74 кеше алына, башҡа хәрби частар ҙа Алкин ҡасабаһында формированиела тора.
Шишмә районына 2850 кеше илдең көнбайыш өлкәләренән эвакуацияланып килә. Ҡара Яҡуп ауылында ла Мәскәү, Ленинград һәм башҡа ҡалаларҙан эвакуацияланған кешеләр йәшәй.
Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Ҡара Яҡуп ауылынан 233 кеше хәрби хеҙмәткә саҡырылған (һуғышта ҡатнашҡан, госпиталдәрҙә эшләгән, хеҙмәт армияһында, башҡа хәрби хеҙмәттә булған). Һәләк булғандар һәм хәбәрһеҙ юғалғандар- 91 кеше (әлегә билдәле).
Һәләк булған урыны билдәле осраҡта, урыны күрһәтелгән, билдәһеҙ юғалған тип күрһәтелгән ваҡыт шартлы .
1. Абдуллин Закуан Йәнтүр(ә) улы, тыуған йылы, 8 СП, кесе лейт., һәләк булған 29.07.42, Ленинград, Пескаревское зыяраты
2. Абдуллин Нәғимйән Йәнтүр(ә) улы, тыуған йылы, ҡыҙылармеец, 1942 й.июнь айынан хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләнә
3.Абдуллин Хәкимйән Йәнтүр(ә) улы, 4.
5. Әхмәров Йәғәфәр Мөхтәр улы, 1908 йылғы, 16.12.1942 й., ерләнгән — Мәскәү өлкәһе, совхоз № 9
6. Әхмәтшин Арыҫланғәли Минеғәле улы, 1912 йылғы, I МСП, ҡыҙыл армеец, стрелок, беренсе донесение буйынса- 26.06.1941 й., икенсе донесение- 19.08.1941 й. Смоленск өлкәһе Ильин районы, Катково ауылы янында алышта һәләк булған?(«не вышел из боя»)
7. Әхмәтшин Муллағәли Миңлеғәле улы, 1903 йылғы, ҡыҙыл армеец, 1943 й., июль
8.Әхмәтшин Сәйетғәли Миңлеғәле улы,
9. Әйүпов (Аюпов) Минулла Төхвәтулла улы, 1901 йылғы,1941 йылдың июлендә армияға алынған, 1943, февраль.
10. Әйүпов Файзулла Төхвәтулла улы, 1918 йылғы, 12.10. 1938 й. хәрби хеҙмәткә алынған,1942 й.декабренән хәбәре булмаған, 1943 й.,март
11. Әйүпов Ғәбиҙулла Төхвәтулла улы, 17 гв.с.п., гв.лейтенанты, ауыр тән йәрәхәтенән вафат булған- 10.02.1944 й., Белоруссия, Витебск өлкәһе, Витебск районы, Цыганы ауылынан 300 м төньяҡ- көнбайыштараҡ ерләнгән. ОБД-ла ауылы Караян (Шишмә районы) тип күрһәтелгән.
12. Баязитов Тимерғәли Әбдрәхим улы (ОБД-ла Тимур, тыуған йылы, атаһының исеме күрһәтелмәгән) , 1914 й., ҡыҙыл армеец, 1942 й., июль (ОБД-ла Сталинград һуғышында 30.12.1942 йылда Городище районы Кузьмичи ауылы өсөн алышта 6 мең һалдат менән бергә һәләк булған). Кузьмичи ауылындағы туғандар зыяратында ерләнгән.441
13.? Бикбаев Минияр Минеғәле улы, 1901 й., 1229 СП 371 СД, ҡыҙыл армеец, ерләнгән урыны — Мәскәү өлкәһе, Клин районы, «Гигант» совхозы
14. Вахитов Нурмөхәмәт Нурмөхәмәт улы (ОБД- Нурмы, Нурмый Нуриевич), 1906 й.,1944 й.,октябрь -армияға алынған, хәб.юғ.- 1945 й., март
15. Вильданов Муллағәли Арслан улы, 1901 й., 294 СП, ҡыҙыл армеец, уҡсы, 26.08.1942 й. Ҡара Якуп ауылында ауыр тән йәрәхәттәренән вафат булған
16. Вильданов Солтан Муллағәле улы, 1924 й., кесе лейтенант, взвод командиры, һәләк булған- 10.02.1945 й., поселок Штибе
17. Ғәйетҡолов (Гаиткулов) Салих Ғәйетҡол улы, 1902 й., армияға 1941 й. 1 сентябрендә алынған, был саҡта Өфөлә 361 сд (1 форрмирование) ойошторола (Шишмә, Сафар, Булгаково, Нижегородкала частар тора) . Тимәк, был осорҙа хеҙмәткә алынғандар ошо дивизияла булған. 361 сд Шишмә станцияһынан 11 ноябрҙә фронтҡа китә. 17 декабрҙә Рыбинск ҡалаһы янынан ҡуҙғалып китә. 21 декабрҙә Торжок ҡалаһынан көньяҡтараҡ (Торжок- Ржев араһында) фронттан 40 км алыҫлыҡтаурынлаша. Дивизия һөжүмгә 26 декабрҙә күсә. Тверь өлкәһендә ерләнгән хәрбиҙәр исемлегенән эҙләргә кәрәк.
18.Ғилманов Әхәт (Ғәбделәхәт) Миңлеғәли улы, 1923 йылғы, 1942 йыл, 7-9 август, Ҡыҙыл Армия көнсығышҡа сигенгәндә, Дон йылғаһын (һул яры, көнсығышта) сыҡҡанда иптәштәре менән дошман уты аҫтында һыуға батҡан (донесениела:утонул в озере). Воронеж өлкәһе, Лиски районы, Прияр ауылы янында (Лиски ҡалаһынан көньяҡ- көнсығыштараҡ).
19. Ғилманов Абдулхай Абдулла улы, 1900 й., ҡыҙыл армеец, 1941 йылдың июлендә армияға алынған, хәбәрһеҙ юғалған- 1942 й., сентябрь
20. Ғилманов Ҡадир Абдулхаҡ улы, 1908 й., 1941 йылдың 14 авгусында армияға алынған, стрелок, 1942 й., июнь (ОБД-ла август), Украина
21. Ғилманов Мәжит Абдулхаҡ улы (ОБД-ла Мазит Абделкаевич),1925 йылғы, ҡыҙыл армеец, 1944 й., июнь
22. Ғилманов Муллағәлим Абдулхаҡ улы (ОБД-ла Мугалим Габдумакович),1911 йылғы,115 курсбр, п/почта 1760, ҡыҙыл армеец, һәләк булған- 18.03.1943 й., Орел өлкәһе, Комарич.районы, Мечта ауылы. П/почта 1760 Бөйөк Ватан һуғышы осоронда 115 ОСбр (Ырымбур өлкәһе Һарыҡташта курсанттарҙан төҙөлөлгән) . Ҡыҙыл Армия өсөн бик ауыр алыштарҙың береһе булған Севск- Орел операцияһы ваҡытында һәләк булған.
Справочник войсковых частей — полевых почт — Soldat.ru soldat.ru/pp_v_ch_about.html
23. Ғилманов Хәмит Минеғәле улы, 1926 й., ҡыҙыл армеец,1943 йылдың октябрендә армияға алынған, 1944 йылдың июль айында яҙған һуңғы хаты килгән.1943 йылда Башҡорт АССР-ында ике тапҡыр армияға саҡырылыш була. 1943 йыл башында- 1925 йылғылар, йыл аҙағында −1926 йылғылар (28903 кеше). Фронтҡа уларҙы бер нисә ай әҙерлек үткәндән һуң ғына ебәргәндәр.
24.Ғималетдинов (ОБД-ла Гаймалетдинов) Мәғсүм Ғилметдин улы, 1907 й., стрелок, 2.08.1941 й. армияға алынған, 01.1942 й. хәбәрһеҙ юғалған
? Дауытов Ғинәтулла Хаматша улы, 1923 й., , ҡыҙыл армеец, 1944 й., июнь
25. Дауытов Дәүләт Әҙелгәрәй улы, 1900 й., 288 СД, сержант, һәләк булған- 09.03.1944 й., Ленинград өлкәһе, Островск. р-ны, Ольхи ауылы
26. Дауытов Зариф Мырҙа улы, й.,175СД, 278 СП, кесе лейтенант, взвод командиры, һәләк булған- 29.09.1943 й., Белоруссия
27. Дауытов Мәүлет Дәүләт улы, 1925 й., ҡыҙыл армеец, артиллерист, 1943 й. ғинуар айында армияға алынған, 1943 й.ноябрь айынан
28. Дауытов Минегәрәй Аҫылгәрәй улы, 1907 йылғы , ҡыҙыл армеец, пулемётсы,1941 й. июль айында хеҙмәткә алынған, 1942.,июнь (сентябрь)
? Закарин Абдулла Барый улы (Абдул Бореевич), 1916 й., Шишмә районында тыуған (Күсем ауылы) , 659 СП, 155 СД, батальон командиры. Горький ҡалаһы Автозавод РВК- Фин һуғышында ҡатнашҡан (1939), Бөйөк Ватан һуғышында 15.02.1942 й.алып, 10.08.1943 й. хәҙерге Украинаның Сумы өлкәһе, Ахтыр районы Иҫке Рябина ауылы янындағы алышта батырҙарса һәләк булған. Күрһәткән батырлығы өсөн 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән (һәләк булғандан һуң). Әсәһе- Зоя Хәбибулла ҡыҙы, Горький ҡалаһында йәшәгән
29. Закар(з)ин Әбүбәкер Яхъя улы, 1925 й., 1944., апрель, (ОБД мәғлүмәте- Закарин А. А., 27.04.1945 й., Берлин янында, Потсдам округы, Белитц ҡалаһы, Карл-Маркс-штр., туғандар ҡәберлеге
30. Закарин Тимерғәле Яхъя улы, й., ҡыҙыл армеец, 194 й., июнь
31.? Закарин Ғүмәр Хәмәҙи улы , 1907 й.,Күсем ауылынан, ҡыҙыл армеец, 1942 й., ғинуар (апрель) 1942 й.
32. Закарин Ғүмәр Барис улы, 1907 й., 9 гв. СД, 23 СП, ҡыҙыл армеец, стрелок,һәләк булған- 28.07.43, Курск өлкәһе, Томаровский районы, Каменный Лог ауылы
33. Иҫәнғолов Мөғәллим Усман улы, 1918 й., 1191 СП, 358 СД, кесе лейтенант, взвод командиры, һәләк булған- 12.06.1944 й., Выборг янында, ерләнгән- Ленинград өлкәһе, Белоостровский ауылы.
ОБД-ла Исангулов Муллагали Устинович,1918 й., армияға алынған- 1942 йылда Шишмә РВК, 388 сд, кесе лейтенант, ауыр яраланып, һәләк булған, 12.06.1944, тәүге ерләнгән урыны урыны- Ленинград өлкәһе, Пароловский район, оз. Сарженское, көнбайыштараҡ, 600 м, туғандар ҡәберлеге, № 229 34. Иҫәнғолов Мөҙәрис Усман улы, 1915 й., ҡыҙыл армеец, 1942,март.
35. Иҫәнғолов Яхъя Исмәғил улы, 1901 й., 1941 й. 1(?) сентябрендә армияға алынған, тимәк 361 уҡысылар дивизияһына, Ғәйетҡолов Салих Ғәйетҡол улы менән бергә фронтҡа киткән булырға тейеш. Шишмә станцияһынан 1941 й. 11 ноябрендә киткәндәр, 26 декабрҙә Торжок- Ржев ҡалалары араһында һөжүмгә күсәләр. Тверь өлкәһендәге хәрбиҙәр зыяраттарында эҙләргә кәрәк. Һыуһаҡлағыстар төҙөү сәбәпле һәләк булғандарҙың һөйәктәрен икенсе урындарға ла күсереп ерләгәндәр. Ауыл советтары буйынса исемлектәрҙән эҙләргә була (хат, телефон аша).
36.
37. Ишназаров Хажи Бикмөхәмәт улы, 1923 й., 696 СП, 383 СД, сержант, отделение командиры, һәләк булған- 08.02.1945 й., Германия, ерләнгән- Фюстенберг, дивизия зыяраты. Ике тапҡыр Бөйөк Ватан ордены (2 дәрәжә) ордены менән бүләкләнгән.
38. Кәбиров Рәхим Әмин улы, 1897 й., ҡыҙыл армеец, 1942 йылдың 1 ғинуарында армияға алынған, 1942 йылдың сентябренән хәбәре булмаған. 1942 йыл башында Башҡорт АССР-ында 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһын һәм 214 сд (уҡсылар дивизияһы) ойоштороу барған. 214сд 26 апрелдә Шишмә станцияһынан фронтҡа китә, Сталинград фронтында һуғыша.1942 йылдың декабрендә Городище районында һуғыша. Ҡыҙыл Армияның иң данлыҡлы дивизияларының береһе.
39. ?Калимуллин Шәрифулла, 1899 й., 305 СД, сержант,Воронеж фронтында 29.01.43г.хәбәрһеҙ юғалған тип яҙылған. Дивизия Острогожско-Россошанская операцияла ҡатнаша. Башта алыш Белгород өлкәһе Краснянский районында бара. Тәүге булып, 1943 йылдың 17 ғинуарында Красное ауылынан көнсығыштараҡ 1002-се уҡсылар (стрелковый) полк һөжүмгә күсә . Ҡыҙыл Армия ҡот осҡос юғалтыуҙарға дусар була. 1002- се полктан бер кеше лә тиерлек иҫән ҡалмай. Тик һәләк булғандар хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегенә индерелә.
40. Ҡәләмов Солтан Хәмитғәле улы, 1900 й., 975 СП, стрелок, 1944 й., февраль
41. Ҡәләмов Шәйхетдин Ғафар улы, 1889 й., ҡыҙыл армеец, 1944 й., февраль
42. Ҡарағолов Әхмәтғәле Шәйхетдин улы, 1917 й.,15.09.1938 й. Ҡыҙыл Армияла, 285 АП, 122 СД, ҡыҙыл армеец, разведчик, 02.07.1941г.
122-се уҡсылар дивизия 1939 йылдың сентябрендә Елец ҡалаһында (Орел хәрби округы- Орловский ВО) 6-се уҡсылар дивизия полкы нигеҙендә ойошторолған.1939 йылда Көнбайыш Белоруссия менән Көнбайыш Украиналағы операцияла, Фин һуғышында ҡатнаша.
1940 йылдың йәйенән 1941 йылда, Германия менән һуғыш башланғансы сик буйын нығытыу, Кандалакша районында 104-се дивизия менән тимер юл һәм автомобиль юлы төҙөү менән шөғөлләнә. Сик буйы нығытмалары төҙөп бөтөлмәй ҡала.
1941 йылдың 22 июненә 122-се уҡсылар дивизияһы Төньяҡ фронттың составында була (42СК 14А). Дивизияға Мурманск ҡалаһын, Кандалакша һәм Лоух йүнәлешендә тимер юлды дошмандан һаҡлау бурысы йөкмәтелә. Дивизия Кандалакшанан көнбайыштараҡ позицияларҙа урынлаша — 715-се уҡсылар полкы Куотлоярви, 596-сы Вуориярви, 420-се Кайрал, 285- артиллерия полкы Алакуртти янында һуғыша.
1941 йылдың 1 июлендә Германия армияһының 36-сы корпусы Куотлоярви йүнлешендә һөжүмгә күсә. 122-се дивизия дошмандың һөжүмен кире ҡаға. Ләкин бер аҙҙан дошмандың алғы частары фронттағы буш урындарҙан үтеп, дивизияны ҡамауға алырға итә, шул сәбәпле дивизия ваҡытлыса бер аҙ сигенә.
Ләкин 9 июлдә немец һәм фин ғәскәрҙәренең һөжүмен кире ҡағып, дивизия кире алға бара. Дошман 1941—1945 йылдарҙа бер нисә тапҡыр тимер юлды һәм Мурманск ҡалаһын алырға ынтылып ҡараһа ла, ҙур стратегик әһәмиәткә эйә район Ҡыҙыл Армия ҡулында ҡала.
43. Ҡарағолов Нәбиулла Сафиулла улы,1908 й., 24.10.1938, 1943 й., март
44.
45. Ҡарасурин Вәлетдин Шәймөхәмәт улы, 1900 й.,468 СП, 111 СД, стрелок, ҡаты йәрәхәтләнеп, 07.08.1942 й.һәләк булған, Калинин өлкәһе, Ржев районы, Яковлево ауылы
46. Ҡоҙаяров (Кудояров) Һәүбән (Саубан) Билал улы, 1903 й., 4 ОСБ,лейтенант, взвод командиры, һәләк булған 30.04.42., Ленингр.өлкәһе., Мга р-ны, Пушечная тауы
47. Ҡотлотяров Мөхәмәт Йосоп улы, 1904 й., ҡыҙыл армеец, 1943 й., ғинуар
48. Ҡотлосурин Сәлим Саҙрый улы, 1897 й., стрелок, 1942 й. ноябрь (1943 й., февраль)
49.Латипов Ғәндәлиф
50. Латипов Хәмәтулла Шәрип улы, 1909 й., ҡыҙыл армеец, 1942 й., ноябрь
51. Лоҡманов Мортаза Әхмәт улы, 1908 й., 1108 СП, кесе сержант, отделение командиры, тән йәрәхәттәренән вафат булған- 27.04.1944 й., Витебск өлкәһе, Орша районы, Застенки ауылы
52. Лоҡманов Мостафа Әхмәт улы (ОБД-ла Ахманович),1904 йылы,1941 йылдың 4 сентябрендә Хәйбулла РВК армияға алынған, өлкән сержант, парторг, 1941 й. 28 ноябрендә хәбәрһеҙ юғалған (тимәк һуңғы хаты), рәсми- февраль 1942 й. Ҡатыны Габитова Анна Сергеевна, Хәйбулла районыны,Аҡъяр ауылы
53. Лоҡманов Хәмзә, 1906 й., 84 гв. СП, 6 гв. СД, сержант, һәләк булған- 09.02.43, Орел өлкәһе, Покровский районы, Лески ауылы
54. Лоҡманов Шәмсетдин Ғилметдин улы (ОБД-ла: Шамасутдин Галимун, ауылы Карая- Кун тиелгән), 1911 й., ҡыҙыл армеец,31 А, 247 сд, Кутузов орденлы 916 сп , 1942 й., 4 март, Калинин (Тверь) өлкәһе, Зубцово районынң, Харькино ауылында Ржев- Вязьма операцияһы ваҡытында хәбәрһеҙ юғалған. 55. 56.
60. Моратов Ибәтулла Хаматғәле улы, 1918 й.,1939 йылдың октябрь айында армияға алынған, ҡыҙыл армеец,1942 й., декабрь
61. Моратов Ҡорбан Хаматғәле улы, 1921 й., ҡыҙыл армеец, 1942 й., март (ОБД-ла Муратов К. Х.:Всеволожский р-н, г. Всеволожск, 10 км Дороги Жизни, Румболовская гора)
62. Мусин Муллаян Нәғим улы, 1911 й., ҡыҙыл армеец, 1942 й., июнь
63. Мөхәмәтҡолов Тимерғәле Түрйән улы, 1921 й., ҡыҙыл армеец, 1942 й., март хәбәрһеҙ юғалған; САКСОН МЕМОРИАЛЫ исемлегендә лагерҙа вафат булған тип күрһәтелгән, ваҡыты күрһәтелмәгән. Ҡайһы лагерҙа икәнен эҙләп табырға була. Идентификатор 786502
Мөхәмәтҡолов /Муккулов Тимерғәле Г(Т)урьян улы, 1921 й.,15.09.1940 й. армияға алынған, 1942 й., декабрь, (июнь 1942)
64.Сафаров Харис Рәхим улы, 1923 й., 1941 й. Ленинградта үҙ теләге менән армияға киткән (доброволец), уҡсы (стрелок),1942 й. март
65. Сәлмәнов Фәйзи Ғилман улы, 1913 й., ҡыҙыл армеец, пулемётсы, 1944 й., март
66.Таһиров Ҡәнзәфәр Сәғитулла улы, 1915 й., сержант, 1944 й., апрель
67. Таһиров Миңлемөхәмәт Сәхи улы, й., 1190 СП, 375 СД, стрелок, погиб 07.03.1944 й., Витебск өлкәһе , Полоцк районы, Девич?ии ауылы
68. Таһиров Мөхтәр (Мө)Хәмәҙи улы, 1915г.р.,ҡыҙыл армеец, 6.07.1941 й. армияла, пулемётчик, 1941 й. ноябрь (1942 й., февраль)
69.Таһиров Мөхәррәм Мөхәмәҙи улы
70. Таһиров Ҡорбанғәле Мөхәмәҙи улы 71. Таһиров Хәмит Бикмөхәмәт улы, тән йәрәхәттәренән һәләк булған- 27.11.42й., Сталинград өлкәһе, Лиозное ауылы
72. Таһиров Йомағужа Хәмәҙи улы, 1908 й., ҡыҙыл армеец, 1942 й., март
73. Туҡтаров Ғилметдин Туҡтар улы, 1903 й., стрелок, 1942 й., февраль
74.Усманов Шәрифйән Ахун улы, 1923 й., Өфө ҡалаһы Молотов районы РВК 1941 й. июль-армияла, стрелок, 1942 й., март-хәбәрһеҙ юғалған
75. Хәсәнов Ислам Әхмәтйән улы, 1915 й, ҡыҙыл армеец, 1942 й., март
76. Хәсәнов Минеғәле Әхмәтйән улы, 1908 й., 28 гв. ВДСП, ҡыҙыл армеец, стрелок, һәләк булған — 10.04.1944 й., Молдавия, Григориополь районы, Мочаровка ауылы
77. Хисаметдинов Шакир Рамаҙан улы (ОБД-ла: Хисамутдинов Шакир Ромазанович),1925 й., 271 СП, 181 СД, кесе сержант, отделение командиры, дивизия штабында хеҙмәт иткән, һәләк булған — 11.12.1943 й., Украина,Житомир өлкәһе, Коростень районы, Воронев ауылы.
76. Йомағолов (Юмагулов) Гәрәй Хамадула улы,1903 й., 1942 й. июлендә аримяға алынған,1942 й., сентябрь хәбәрһеҙ юғалған
77. Йомағолов Зәйнулла Ахмәҙулла улы, 1919 й., ҡыҙыл армеец, стрелок, 1942 й., март
78. Йомағолов Ильяс Хамадулла улы, 1914 й.,1941 й. декабрендә армияға алына, ҡыҙыл армеец, 1941 й., декабрь (1942 й., февраль)
79. Йомағолов Мырҙагәрәй Гәрәй улы, 1925 й., 7 гв. ВДД, ҡыҙыл армеец, һәләк булған- 08.10.1943 й., Киев өлкәһе, Чернобыль районы, Медведки ауылы
80. Йомағолов Шакирйән Мөхәмәт улы, 1916 й., 1941 й. хәрби хеҙмәткә саҡырылған, ҡыҙыл армеец, пулемётсы, 1942 й., октябрҙән хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә (ОБД Мемориал буйынса- һәләк булған 27.07.1941 й, Карелия, Сортавала ҡалаһы, п. Рускеала, туғандар ҡәберлеге)
81.Йосопов Рәүил Ғата улы,
82.Ямансарин Абдулла Хәйбулла улы
83.Ямансарин Абдулла Хәйбулла улы
Исемлек тулыландырыла
Яңынан өҫтәлде- Сафаров Х,Усманов Ш., Муккулов Т., Закарин А. Б., Әйүпов Ғәбит, Ғилманов Әхәт.
Әлегә Мөхәмәтҡолов Тимерғәленән башҡа лагерҙа вафат булғандар исемлегендә башҡа кеше табылманы.
Саксонские мемориалы: военнопленные…forum.vgd.ru/101/10845/ Үҙегеҙ эҙләй алаһығыҙ.
Эҙәрмәндәр ярҙамы менән Биҡҡол ауылы кешеһе,112-се Башҡорт кавалерия дивизияһында һуғышҡан яугир табылды-
ИМӘНҒОЛОВ ТИМЕРҒӘЛЕ МӘҮЛИЙӘР улы, 1922 й., сержант, 06.07.42 й. һәләк булған, хәҙерге Липецк өлкәһе, Тербуны районы, Борки ауылында ерләнгән, исеме мемориалда бар.
Ер-һыу атамалары (топонимия)
үҙгәртергәҠара Яҡуп ауылында һәм уның тирә-яғында урынлашҡан ер-һыу, ҡалҡыулыҡтар, урмандар атамалары ауыл, хатта тотош Башҡортостан тарихына бәйле.
Шишмәләр
Ҡалатау шишмәһе — ауылдың көньяҡ- көнсығышында ағып ятҡан шишмә. Ул Ҡалатау итәгенән ағып сығып Ыръяҙы йылғаһына барып ҡушыла. Атамаһы Ҡалатау итәгенән ағып сыҡҡанға күрә бирелгән тиҙәр.
Асы шишмәһе — Ҡара-Яҡуптан көньяҡ- көнсығыштараҡ урынлашҡан. Был шишмә һыуы бик тиҙ иҫкереп бара. Һыуын ҡайнатҡанда сода һалған кеүек ташып ҡайнап сыға, ә икенсе көнгә ҡалған ҡайнаған һыуға асы тәме керә, ти урындағы халыҡ.
Бикрәс шишмәһе — ауылдың көньяҡ- көнсығышында ағып ятҡан шишмә. Шишмәнең сыҡҡан ере бик бәләкәй, һыуын бәләкәй генә һауыт менән алғандар, күберәге баҡрас (ижау,сүмес) менән. Шуға күрә лә уны икенсерәк итеп атап «Бикрәс» тип йөрөтәләр.
Ерекле шишмәһе — Ҡара-Яҡуп ауылының көньяҡ- көнсығышында. Был шишмә тирәләй ерек ағасы үҫкәнгә күрә шишмә шулай аталған.
Ташлыҡул шишмәһе- ауылдың көньяҡ- көнсығышында. «Шишмәнең тирә-яғы һәм һыуы тиртеп сыҡҡан ере лә гелән таштан торғанға һәм сығышы кеше ҡулына оҡшап торғанға күрә халыҡ Ташлыҡул тип атаған был шишмәне» (ауыл риүәйәттәренән). Ләкин был атама «ташлы»+ «ҡул» һүҙҙәренән яһалған. «Ҡул»- үҙән, йылға, йәки шишмә үҙәне, «долина». Шишмәнең һыуы бик тәмле.
Туҡмаҡ шишмәһе- Ҡара-Яҡуп ауылының төньяҡ- көнсығышынан аға. Туҡмаҡ шишмәһе һыуының юшҡыны юҡ, шифалы. Шишмә ҡайынлыҡ ағастары янынан ағып сыға. Ауыл халҡы һөйләүенсә, юлаусылар Ҡалатау тауына менгәндә туҡтап, шишмә һыуын эсергә яратҡан, шуға «Туҡтау шишмәһе» тип йөрөтә башлағандар. Туҡтау һүҙе аҙаҡ Туҡмаҡ булып киткән имеш тә тиҙәр. Башҡортостандың бер нисә районында осрай был атама. Ҡайһы берҙәрен «тупаҡ» һүҙе менән бәйләйҙәр, йәки тупаҡ тауҙан ағып сыҡҡан шишмә.
Әүлиә шишмәһе(Һөмәкәй, Һөйөнбикә шишмәһе)
«Әүлиә шишмәһе»- киң билдәле шишмә, уны Һөмәкәй шишмәһе тип тә йөрөтәләр. Ул Ҡара-Яҡуп ауылынан көньяҡ- көнсығышында урынлашҡан. Риүәйәт буйынса Болғарҙарға барған каруан хужаһының Сөйөмбикә менән Миңлебикә исемле игеҙәк ҡыҙҙары юлда сирләп үлә. Уларҙы Дим йылғаһы аша сығарып Һелкәүес тауының көньяҡ итәгендәге уйһыулыҡҡа ерләп, йыназа уҡып, өсөн, етеһен уҡып киткәндәр. Күпмелер ваҡыт уҙғас,ҡәберлектең береһенән шишмә бәреп сыҡҡан имеш. Ҡәберҙән сыҡҡанға шишмә Әүлиә тип тә, Һөмәкәй тип тә, Һөйөнбикә тип тә йөрөтәләр уны. Шишмәнең һыуы шифалы. Ауыл халҡы был шишмә һыуын дауаланыу өсөн ҡуллана. Уның составында көмөш бар.
«Һөйәрбикә шишмәһе» (Ҫөйәрбикә шишмәһе) тураһында легенданы ғалим Рәшит Шәкүр Ҡара Яҡуп ауылында яҙып алған («Башҡортостан» гәзите, «Йәмғиәт» бүлеге, 10.10.2015 йыл).
Тауҙар, ҡалҡыулыҡтар
Ҡалатау- Ҡара-Яҡуп ауылының көньяҡ- көнсығышында урынлашҡан. Тау атамаһы Өфө ҡалаһын башта ошо ерҙә төҙөргә уйлағандан һуң тороп ҡалған тиҙәр. Ауыл халҡы фекеренсә, Өфө ҡалаһын шул ерҙә төҙөргә уйлағандарын, тау тирәһендә таштан төҙөлгән стеналар иҫбат итә. Ҡала һүҙе- ҡәлғә, нығытма тип аңлатыла.
Һелкәүес тауы- Ҡара Яҡуп ауылынан көньяҡ-көнсығыштараҡ урынлашҡан ҡалҡыулыҡ. «Һелкеүес»- ашлыҡ, ярма елгәреү өсөн киң, йәлпәк һауыт, «корытообразный лоток для провеивания крупы, зерна». Бәлки элек, хужалыҡ эштәрен ҡул менән башҡарған заманда, был тауҙа, елдә, ашлыҡ елгәргәндәрҙер тигән фекерҙәр осрай.
Йылғалар
Дим- Ҡара Яҡуп ауылы Дим йылғаһының түбәнге өлөшөндә, уның Ағиҙелгә ҡойған еренән 35 км самаһы алыҫлыҡта, йылғаның көнсығыш ярында урынлашҡан. Башҡорт АССР-ы топонимдар һүҙлегендә «Дим,ҙим,сим» һүҙҙәре «йылғаның тәрән, сөм урыны» тигәнде аңлатыуы мөмкин тип яҙылған.
Ыръяҙы (Иръязы) - Ыр+яҙы, ғалимдар был атаманы боронғо төркиҙәрҙә булған Ырғыҙ (Ыр) илаһы культы менән бәйләй. Ул йән, ғүмер биреүсе ике енесле илаһ булған тип иҫәпләнә. Боронғо халыҡтарҙа ундай миҫалдар күп (мәҫәлән, Нил- ғүмер, уңыш биреүсе илаһ һ.б.)[8].«Ыр/ор» - ҡойо, соҡор һүҙе менән дә бәйләп тә аңлаталар. «Яҙы», язы- ялан, аҡлан, «поляна»[9].
Билдәле кешеләр
үҙгәртергә- Лоҡманов Рәүеф Рәхим улы, 1945 йылда тыуған, техник фәндәр докторы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған нефтсеһе,
- Лоҡманов Сәфәрғәли Хәким улы(1921-) лётчик,
- Яхин Әхмәт Кинйәғәле улы, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, Еңеү Парадында ҡатнашҡан (1945)
- Иҫәнғолова Рәүиҙә Солтан ҡыҙы, педагог, Ҡара Яҡуп мәктәбенең директоры (-), шағирә ,"Ижади йәйғор" исемле шиғырҙар йыйынтығы авторы
- Шәрәфетдинова Резеда Миңлеғәлим ҡыҙы, йырсы
Галерея
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ 2,0 2,1 http://www.webcitation.org/6Rxi3K6iw
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Фотографии, сделанные М.Круковским в 1908г.на Урале 2019 йыл 22 июнь архивланған.
- ↑ Башкиры. Св.колодец в д. Кара Якупово
- ↑ Башкирка из д. Кара Якупово
- ↑ Г. Х. Бухарова. Реконструкция культа божества Иргиз у башкир по данным топонимии и мифологии
- ↑ Словарь топонимов Башкирской АССР
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Памятники кара-якуповского типа в Приуралье //Из истории Среднего Поволжья и Приуралья. Куйбышев, 1975. Вып.5. Матвеева Г. И.
- Кара-Якуповская энеолитическая стоянка //Эпоха меди юга восточной Европы. Куйбышев, 1984. Морозов Ю. А.
- Книга памяти Республики Башкортостан. Чишминский район, книга 19, Уфа: Китап, 1999, с.452
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Хөсәйенова Г. Т. Ҡара Яҡуп // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.