Ҡыуаҙы (Юғары Ҡыуаҙы; татар. Куады, рус. Кувады) — Рәсәй Федерацияһы Татарстан Республикаһы Туҡай районы ауылы.

Ҡыуаҙы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Нижнесуыксинское сельское поселение[d][1]
Почта индексы 423895
Карта

География үҙгәртергә

Ауыл Ҡыуаҙы йылғаһы буйында, Яр Саллы ҡалаһынан көньяҡҡа табан 15 км алыҫлыҡта урынлашҡан[2].

Тарих үҙгәртергә

Ауылға ҫарайлы-мең ырыуы башҡорттары нигеҙ һала. Ауылда шулай уҡ байлар ырыуы вәкилдәре төпләнә. Ауыл Ҫарайлы-Мең улусына ҡарай, һуңыраҡ был улус Ырымбур губернаһы (1865 йылдан Өфө губернаһы) Минзәлә өйәҙенә инә. 1866 йылда ырыу улустары бөтөрөлгәс, ауыл Бәтке административ-территориаль улусы составына керә[3].

XX быуат башында ауылда мәсет, мәҙрәсә, мәктәп, тимерлек, хужалыҡ магазины, бакалея кибете, 2 ел тирмәне теркәлгән[3][2].

1920 йылдан Татар АССР-ының Минзәлә кантоны, 1922 йылдан — Саллы кантоны составында була. 1930 йылдан Саллы районы (1976 йылдан Туҡай районы) составына керә[2].

Халҡы үҙгәртергә

1859 йылда ауылда 21 ир затлы башҡорт һәм 200 дәүләт крәҫтиәне (татарҙарҙан); 1870 йылда — 41 башҡорт һәм 472 дәүләт крәҫтиәне иҫәпләнгән[3].

Йылдар буйынса халыҡ иҫәбе
(Сығанаҡ: [2])
187018971913192019261938194919581970197919892002
513671971926533617439384427341246260

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 Татарская энциклопедия.
  3. 3,0 3,1 3,2 Асфандияров А. З. Аулы мензелинских башкир. — Уфа: Китап, 2009. — С. 59-60. — 600 с. — ISBN 978-5-295-04952-1.