Башҡорт теленең Көньяҡ диалекты (шулай уҡ юрматы диалекты; башҡ. көньяҡ диалект) — башҡорт теленең өс диалектының береһе.

Башҡорт теленең Көньяҡ (юрматы) диалекты
Илдәр

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Регионы

Башҡортостан
Ҡурған өлкәһе
Свердловск өлкәһе
Силәбе өлкәһе

Был телдә һөйләшеүселәр

600 мең кешенән артыҡ

Классификация
Категория

Евразия телдәре

Алтай телдәре (бәхәсле)

Төрөк тармағы
Әлифба

Башҡорт әлифбаһы

Тел коды
ГОСТ 7.75–97

баш 086

ISO 639-1

ba

ISO 639-2

bak

ISO 639-3

bak

Таралыу ареалы

үҙгәртергә

Башҡорт теленең Көньяҡ (юрматы) диалекты Башҡортостандың Әлшәй, Архангел, Ауырғазы, Баймаҡ, Бишбүләк, Белорет, Бөрйән, Ғафури, Дәүләкән, Ейәнсура, Йылайыр, Иглин, Ишембай, Ҡырмыҫҡалы, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Нуриман, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Фёдоровка, Хәйбулла, Шишмә райондарында, шулай уҡ Ырымбур, Һамар һәм Һарытау өлкәләрендә башҡорттарҙың компакт йәшәгән урындарында таралған[1].

Һөйләштәр

үҙгәртергә
 
Башҡорт теленең диалекттары

Башҡорт теленең көньяҡ диалектында 5 һөйләш айырып күрһәтелә:

  • дим (был һөйләш эсендә — төньяҡ-көнсығыш (көҙәй) һәм көньяҡ-көнбайыш (кәмәлек һәм туҡ башҡорттары теле) һөйләшсәләре);
  • егән;
  • эйек-һаҡмар (был һөйләш эсендә — үрге һаҡмар, эйек, түбәнге һаҡмар, нөгөш, соран, соран-ырғыҙ, юрматы һәм юшатыр һөйләшсәләре);
  • урта (был һөйләш эсендә — еҙем, баҫыу, инйәр һәм ҡырмыҫҡалы һөйләшсәләре);
  • өршәк

Лингвистик характеристика

үҙгәртергә

Фонетика

үҙгәртергә

Башҡорт теле көньяҡ диалектының төп фонетик үҙенсәлектәре:

  • һүҙ яһаусы аффикстарҙы [ҙ] һәм [т] урынына ижек башынан [л] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәбисә «буйҙаҡ» (холостой) — диал. буй[л]аҡ һ.б.;
  • һүҙ яһаусы аффикстарҙы [м] һәм [н] өндәренә тамамланған нигеҙ артынан ижек башынан [н] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәбисә «ҡомло» (песчаный) ҡом[л]о — диал. ҡом[н]о, «киткәндәр» (ушли) киткән[д]әр — киткән[н]әр һ.б.;
  • [д], [ҙ] һәм [т] урынына күплек аффикстарының башында [л] ҡулланыу: әҙәбисә «аттар» (лошади) ат[т]ар — диал. ат[л]ар, әҙәбисә «башҡорттар» (башкиры) башҡорт[т]ар — диал. башҡорт[л]ар һ.б.

Ыҡ-һаҡмар һөйләшендә күҙәтелә:

  • һаҡмар зонаһында ҡайһы бер һүҙҙәрҙә [ҫ] урынына [һ] ҡулланыу: әҙәбисә «һыуҫаһа» (әгәр һыу эскеһе килһә) һыу[ҫ]аһа — һыу[һ]аһа, әҙәбисә «баҫма» (мостик, издание) ба[ҫ]ма — ба[һ]ма һ.б.;
  • һүҙ башында тамаҡ [аъ] ҡулланыу: әҙәбисә «аҡ» (белый) [а]ҡ — диал. [аъ]ҡ, әҙәбисә «ахыры» (кажется) [а]хыры — диал. [аъ]хыры һ.б.;
  • һүҙ башында [т] урынына [д] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәбисә «тамға» (знак) [т]амға — диал. [д]амға, әҙәбисә «төн» (ночь) [т]өн — диал. [д]өн һ.б.

Урта һөйләштә шулай уҡ күҙәтелә:

  • Башҡорт теленең Төньяҡ-көнбайыш диалекты|башҡорт теленең көнбайыш диалекты ҡариҙел һөйләшендәге кеүек) [рт], [лт], [мт], [нт], [мк], [мҡ], [нҡ], [ңҡ] диссимилятив ойоштормаларын ҡулланыу: әҙәбисә «урманда» (в лесу) урма[нд]а — диал. урма[нт]а, әҙәбисә «йондоҙ» (звезда) йо[нд]оҙ — диал. йо[нт]оҙ һ.б.;
  • Һүҙ уртаһында [һ] өнө урынына [ҫ] өнөн ҡулланыу: әҙәбисә «күрһәтеү» (показывать) күр[һ]әтеү — диал. күр[ҫ]әтеү, әҙәбисә «аҡһау» (хромать) аҡ[һ]ау — диал. аҡ[ҫ]ау һ.б.;
  • [ңғ] ойоштормаһы урынына [ң] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәбисә «һаңғырау» (глухой) һа[ңғ]ырау — диал. һа[ң]рау, «яңғырау» (звонкий) я[ңғ]ырау — диал. я[ң]рау һ.б.

Дим һөйләшендә шулай уҡ күҙәтелә:

  • ысын башҡорт һүҙҙәрендә [һ] урынына [ҫ] өнөн ҡулланыу: әҙәбисә «һыу» (вода) [һ]ыу — [ҫ]ыу, әҙәбисә «туҡһан» (девяносто) туҡ[һ]ан — туҡ[ҫ]ан һ.б.;
  • беренсе ижектә лабиалләштерелгән [а°] ҡулланыу: әҙәбисә «бабай» (старик) б[а]бай — диал. б[а°]бай, әҙәбисә [а]птырау (удивляться) — диал. [а°]птырау һ.б.;
  • [ей] һәм [өй] ойоштормаларының [и] һуҙынҡыһына күсеүе: әҙәбисә «кейәү» (зять) к[ей]әү — диал. к[и]йәү, әҙәбисә «төйөү» (толочь) т[өй]өү — диал. т[и]йеү һ.б.
  • аффикстар һәм киҫәксәләр башында [л], [н], [д] урынына [ҙ] тартынҡыһын ҡулланыу: әҙәбисә «ҡаланан» (из города) ҡала[н]ан — диал. ҡала[ҙ]ан, әҙәбисә «һәммәһе лә» (все) һәммәһе [л]ә — диал. һәммәҫе [ҙ]ә һ.б.

Грамматикаһы

үҙгәртергә

Башҡорт теле Көньяҡ диалектының төп грамматик үҙенсәлектәре[2]:

  • -ыр/-ер, -ар/ -әр, -ыу/-еү, -ау/-әү -маға/-мәгә аффикстары менән бергә ҡылымдың инфинитив формаһы булып сығыш яһауы(урта һөйләштә): әҙәбисә «уҡырға кәрәк» (надо учиться) — диал. «уҡыр кәрәк», әҙәбисә «йәшәргә тейеш» (должен жить) — диал. «йәшәү тейеш», әҙәбисә «барырға теләй» (хочет идти) — диал. «бармаға итә» һ.б.

Көньяҡ диалектын тикшереү тарихы

үҙгәртергә

1859 йылда баҫылып сыҡҡан М. М. Биксуриндың йыйынтығында башҡорт теле буйынса материалдар бирелгән. «Башҡортостан халыҡтары мәҙәниәте» һүҙлек-белешмә авторҙары фекеренә ярашлы, «Батша-баһадир әкиәте» башҡорт теленең көньяҡ диалектында баҫылған. С. Ф. Миржанова фекеренсә, Мирсәлих Биксурин, үҙендә көньяҡ һөйләштәренең айырым һыҙаттарын һәм өлөшләтә башҡорт теленең көнсығыш диалекты үҙенсәлектәрен һыйҙырған ырымбур башҡорттары телен файҙаланған, шулай уҡ китапта көньяҡ диалекттың дим, ыҡ-һаҡмар һәм урта һөйләштәренең үҙенсәлектәре сағылған. И. Ғ. Ғәләүетдинов иҫбатлағанса, Мирсәлих Биксурин китабындағы башҡорт текстарында бөтөн башҡорт һөйләштәренең тиерлек үҙенсәлектәре сағылдырылған һәм улар наддиалект характерлы[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Ҡалып:Төрөк теле