Бишул
Бишул — табын төркөмө башҡорттары составына ингән ырыу.
Ырыу составы
үҙгәртергә- БИШУЛ (ырыу аралары: байулы, бөркөт, иҫке-бишул, яңы-бишул, ҡама, ҡанҡыс, ҡарға, кинйәғол-бишул, мәркәт, сәғләйән-бишул, таулы, һайыҫҡан, һөйөндөк-бишул, һөйәрғол-бишул, әбүбәкер)
- УНҒАР (ырыу аралары: акир, арыҡбай, бүтәй, яңы-бишул, ҡалман, көнтыуған, машай, уран, сәғләйән-бишул, һайыҫҡан, ямғырса).
Y-DNA - тикшеренеүҙәр
үҙгәртергәТикшерелгән Бишул ырыуы вәкилдәренең бер өлөшө R1a-Z2123 субкладының R1a гаплотөркөмөнә ҡарай [1]
Этник тарихы
үҙгәртергәЭтник яҡтан бишул ырыуы Алтай һәм Урта Азия төрки ҡәбиләләренә тоташа. Был этноним ҡаҙаҡ, ҡарағалпаҡ, нуғай һәм үзбәктәрҙә билдәле.
Бишулдарҙың этник нигеҙе — боронғо төрки ҡәбиләләре берләшмәһе. Көньяҡ Урал территорияһындағы этник тарихы был яҡтарға боронғо башҡорт ҡәбиләләре күсенгән осорҙан башлана. Улар составында бишулдар VIII—IX быуаттарҙа көньяҡ - көнбайыш Урал янында урынлаша, бында улар финн - уғыр һәм төрки ҡәбиләләре менән ҡушыла.
XIII—XIV быуаттарҙа бишулдар ҡатай һәм табын ҡәбиләләре йоғонтоһо аҫтына эләгә, артабанғы этник үҫеше лә ошо йүнәлештә бара.
Биләгән территорияһы
үҙгәртергәXIV—XV быуаттарҙа бишулдар Ағиҙел һәм Ҡариҙел йылғалары араһында йәшәйҙәр. Башҡортостандың Рәсәйгә ҡушылыуынан һуң ырыуҙың аҫаба ерҙәре Нуғай даруғаһының Бишул улыҫына инә.
XVIII быуатҡа бишулдар Аҡ күл тирәһендә ерҙәр биләйҙәр, әммә 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиән һуғышында ҡатнашҡандары өсөн уларҙы был ерҙәрҙән ҡыуып ебәрәләр, һәм улар Ағиҙел буйындағы уйһыулыҡта табын, ҡумрыҡ, мең ырыуҙарының припущенниктары булалар.
XVIII—XIX быуаттар аҙағында бишул ырыуы йәшәгән территория Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙдәренә, ә кантон идара итеү системаһы осоронда — 7-се һәм 8-се башҡорт кантондарында инә.
Хәҙерге ваҡытта бишулдарҙың ерҙәре Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районы биләмәһенә инә.
Библиография
үҙгәртергә- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Москва: Наука, 1974.
- Янғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. Өфө, 1995. // Янгужин Р. З. Из истории башкирских племён. Уфа: Китап, 1995. (башк.)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ National clans project of FTDNA
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Статья в Башкирской энциклопедии(недоступная ссылка)