Ҡобау (ырыу)

Башҡорт ырыуы атамаһы

Ҡобау (урыҫ. Кубоу (род)) — Мең ҡәбиләһе башҡорттары составындағы ырыу. Ҡобау этнонимы ҡырғыҙҙарға таныш: уларҙа ҡоба ырыуы черик ҡәбиләһе составына инә. Ҡобау ырыуы ҡасандыр Мең һәм Көҙәй олоҫтары структураһында була.

Ҡобау
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы

Ырыу составы

үҙгәртергә

(Ырыу аралары: асылы-ҡобау, бартал, батырша, бурнаҡ, ҡырғыҙ, мышар, мырҙа, сәфәр, таҙ, тау, тулаҡ, туаҡ, төркмән).

Фамилиялар

үҙгәртергә

Вильдановтар, Хисмәтуллиндар һәм башҡалар.

Тораҡ пункттары

үҙгәртергә

Ҡобау башҡорттары хәҙерге ваҡытта Иглин районының Иҫке Ҡобау һәм Яңы Ҡобау, Сыбаҡай, Сабитов, Таутөмән, Тәкәй ауылдарында, шулай уҡ улар нигеҙ һалған, аҙаҡ район үҙәге Иглинға әйләнгән Мәләкәс ауылында йәшәй. Көнбайыш ҡобауҙар Кәпәй-Ҡобау, Батырша-Ҡобау, Ҡаҙаҡлар-Ҡобау, шулай уҡ Бүздәк районының Теләкәй-Ҡобау, Таллыҡул ауылдарында йәшәй. Туймазы районында улар Яңы Арыҫланбәк, Иҫке Арыҫланбәк һәм Һайран ауылдарында йәшәй.

А. А. Рамаскевич һәм С. Л. Волин буйынса, Ҡобау этнонимы монгол телендәге хуби — 'өлөш, удел' һүҙенән алынған.

Ғалимдар башҡорт этнонимы «ҡобауҙың» бер ниндәй йәшел үҫемлек булмаған, буп-буш асыҡ ятҡан ерҙе аңлатҡан «ҡоба» һүҙе менән бәйле тип иҫәпләй. Башҡорт этнографы Р. Г. Кузеев былай тип яҙа: «Тамырҙарында „ҡоба“ һүҙе булған топонимдар менән гидронимдар Алтайҙан Ҡаф тауҙарына тиклемге бөтә биләмәләрҙә киң таралған. Уларҙың шулай таралыуын Урта Азия һәм Көнсығыш Европалағы ҡайһы бер халыҡтарҙың этник тарихында ҡыпсаҡ дәүере булыуы менән бәйләргә кәрәк»[1]. Әзербайжанда Ҡуба ҡалаһының булыуы билдәле, элек ул Ҡоба ханлығының баш ҡалаһы булған. Көнсығыш авторҙар Ибн Хаукаль һәм Йакут ар-Румиҙар хәбәр итеүенсә, Урта Азияның Фергана өлкәһендә лә Ҡоба ҡалаһы булған, хәҙер ул Үзбәкстандың Кува районы үҙәге. Ҡарағалпаҡстанда һәм Төркмәнстанда Куба-тау һәм Куба-даг тауҙары бар. Волга бассейнында ярашлы рәүештә Аҡ һәм Тоҙло Куба йылғалары, шулай уҡ Алтайҙа Катунь йылғаһы ҡушылдығы Ҡоба атамаһын йөрөтә[2].

XI быуат авторы Мәхмүт Ҡашғариҙың «Төрки теле йыйынтығында» «ҡобау» һүҙе «аҡһыл-һоро» төҫтө аңлата. Башҡорт теленең этимологик һүҙлегендә был һүҙ «яҡты» тип тәржемәләнә. Венгр төркиәтсеһе Юлиус Немет кубан һүҙе «куба», йәғни «асыҡ» тамырынан хасил булған, тип аңлата[3].

Шулай итеп, урыҫ тенедәге «половцы» һүҙе төрки телендәге кубан/кумандың туранан-тура калькаһы, йәғни тәржемәһе («половцы» һүҙе — иҫке славян телендәге «полова», йәғни һалам), йәғни «половый», тимәк, һары йәки яҡты төҫ. Шулай итеп, урыҫ телендәге «половец» һүҙе «блондин» тип тәржемәләнә. XIV быуаттағы ғәрәп космографы Шамс ад-дин Димашки, Дәшт-и Ҡыпсаҡтың этник составын теркәгәндә түбәндәгеләрҙе яҙып ҡалдыра: «…Кибджак ҡәбиләһе төрки ырыуҙарынан тора: Барку, Туҡсаба, Исаба, Барат, Иль-Арас, Бурдж-уғлы, Манкур-уғлы, Йемәк… Улар араһынжа бәләкәй ҡәбиләләр ҙә бар — Тау Башкурт, Куманкý, Бузанкý, Баджна, Ҡарабүрекле, Аз, Джуртан…»[4].

Әгәр Димашки мәғлүмәттәрен картаға төшөрһәк, түбәндәгене күрербеҙ: Йемак ҡәбиләһе Иртышта йәшәгән; Тау Башкурт ҡәбиләһе, йәғни «тау башҡорттары», — Уралда; Токсаба ҡәбиләһе — Дон һәм Волга далаларында; Бурдж-оглу йәки, урыҫ йылъяҙмалары буйынса, Бурчевич ҡәбиләһе, Днепр һәм Ҡырымдың түбәнге ағымында йәшәгән; Ҡара-Бурекле ҡәбиләһе, йәки урыҫ йылъяҙмаларында «ҡара клобук» — Русь сиктәрендә; Куманку ҡәбиләһе, йәғни кумандар, күрәһең, Дәшт-и Ҡыпсаҡтың көнбайышында йәшәгән. Урыҫ йылъяҙмаларында һәм Көнбайыш Европа сығанаҡтарында «ҡыпсаҡ» атамаһының телгә алынмауы осраҡлы түгел, уның ҡарауы улар кумандарҙы атап үтә, ә Дәшт-и Ҡыпсаҡтың (Ҡыпсаҡ яланы) көнбайыш өлөшөндә кумандар йәшәгән.

Этник тарихы

үҙгәртергә

Суби һәм Ҡобау ырыуҙарының килеп сығышы Урта Азия менән бәйле. Башҡорттарҙа суби-мең һәм ҡобау-мең ырыуҙары тамғалары дөйөм мең ырыуы тамғаһынан килеп сыҡҡан. Был хәл уларҙы мең ырыуы тармаҡтары, тип иҫәпләргә нигеҙ булып тора[5]. Шул уҡ ваҡытта тикшеренеүселәр меңдәрҙе үткән дәүерҙә монголдар менән бәйле ырыуҙар төркөмөнә индерә[6][7][8]. Тәүгеләрҙән булып был фаразды Г. Н. Потанин әйтә. Г. Е. Грумм-Гржимайло раҫлауынса, мең ҡәбиләһенең бер өлөшө (мингат) Монголия биләмәләренән көнбайышҡа ҡыуып сығарыла, унда улар төрки халыҡтары составына инә[9].

XII быуаттың ғәрәп-сицилия географы Мөхәммәт әл-Иҙриси куман ҡалалары араһында Сардак (хәҙерге ҡырымдағы Судак), Баруш (Украинала Баручи), Канийув (хәҙерге Канев), шулай уҡ Тамань биләмәһендәге Матрах (Таматарха йәки Тьмутаракань) ҡалаларын да атап үтә. Кумандарҙың ҡайһы бер ғәскәре, Дунай аша сығып, XII быуатта Византия империяһы власы аҫтында булған Болгария территорияһына инә. Болгарҙарҙың ризаһыҙлыҡ белдереүе менән ҡыпсаҡтар хәрби көстәрен ярҙамға ебәрә: ихтилал башлана, һәм ҡайтанан тергеҙелгән Икенсе Болгар батшалығы тәхетенә сығышы буйынса куман булған Асеней династияһы ултыра. 1205 йылда, IV тәре походы ғәскәрҙәре Константинополде яулап алғандан һуң, Латин империяһы императоры Балдуин болгарҙарға ҡарата яза ҡулланырға була. Армия йыйып, ул Адрианополде ҡамауға ала. Болгар батшаһы Калоян етәкселегендәге 40 меңлек атлы ғәскәр тәре йөрөтөүселәргә һөжүм итә һәм уларҙы тар-мар итә. Тәре йөрөтөүселәрҙең императоры әсиргә алына, ә Балҡандағы правослоавие дине католиктарҙың баҫып алыуынан ҡотолоп ҡала. Икенсе Болгар батшалығы 1396 йылда ғосмандар яулап алғанға тиклем йәшәй.

Монголдар баҫып алғандан һуң Куман иле талана. 1223 йылда Калка янындағы һуғышта монголдар урыҫ ғәскәрен һәм Туҡсаба ҡәбиләһе ҡыпсаҡтарын ҡыйрата.Ҡыпсаҡтар Аҡкүбәк хан етәкселегендә көнбайышҡа табан юллана һәм ҡыпсаҡтарҙың Котян хан батшалыҡ иткән Дурут ҡәбиләһен ҡыҫырыҡлай. Ике куман төркөмө араһында үҙ-ара низағ һуғыштары башлана. Бының менән монголдар файҙалана һәм дошмандарын Бөйөп Даланан ҡыуып сығара. Монголдарҙан тар-мар ителгәндән һуң кумандар ерҙең төрлө төбәктәренә тарала. Берәүҙәре Мысырға барып сыға, уларҙы ҡол булараҡ һатҡан булалар, икенселәре мәмлүктәр ғәскәрен тулыландыра. Мәҫәлән, мәмлүк әмире әл-Кумани булыуы билдәле. XIX быуатта ҡобауҙарҙың тоҡомдары ҡаҙаҡтар һәм ҡырғыҙҙар араһына ла була. Башҡа, ҡәбиләнең әлегә тиклем һаҡланған өлөшө, Башҡортостанға килеп һыйына.

Башҡорт ырыуҙары составында

үҙгәртергә

Боронғо башҡорт ырыуҙары исемлегендә уларҙың боронғо "ҡобау" исеме һаҡланып ҡала, уларҙы бер кем дә кубан йәки куман тип йөрөтмәй. XVIII быуатта статский советник Иван Кирилов, шулай уҡ урыҫ тарихсыһы Петр Рычков башҡорт халҡының ырыу структураларын теркәгән мәлдә Ҡобау ырыуы ғәйәт ҙур Мең ҡәбиләһе берләшмәһе составында була. XVIII быуат башында ҡобауҙарҙың бер өлөшө припущенниктар сифатында көнбайышҡа — Ҡаңлы олоҫо башҡорттары ерҙәренә, хәҙерге Бүздәк һәм Туймазы районы биләмәләренә күсенеп төпләнә.

Ҡобау башҡорттары ерҙәре Мең һәм Көҙәй ырыуҙары биләмәләре — Ағиҙел, Ҡариҙел (Уфа) һәм Сим йылғалары араһында ята. Ҡобауҙар күп кенә ихтилалдарҙа ҡатнаша. 1736 йылда Өфө воеводаһы Мерзлюкин батша ғәскәрҙәренең майор Ртищев командалығындағы ҙур ғына отрядын Ҡобау олоҫона баш күреүселәрҙе «эҙәрлекләү» өсөн ебәрә. «14 февралдә майор Ртищев ғәскәре Өфөнән 30-лап саҡырымда ятҡан Урта Ҡобау ауылы янында бурҙар һәм боласылар менән һуғышты», — тип хәбәр итә Мерзлюкин Министры кабинетына. Ртищев отрядында юғалтыуҙар күп була, шуға ла ғәскәр сигенергә мәжбүр була. XVIII быуаттың икенсе яртыһында Ҡобау аймағы Көҙәй ырыу берекмәһе составына инә. Был факт документта раҫланған. 1756 йылда ҡобауҙар Ҡатау-Ивановка заводы тирәһендәге — Ҡатау йылғаһынан Ямантау һәм Ирәмәл тауҙарына тиклемге ерҙәрен заводчик Твердышевҡа һатыуҙа ҡатнаша: «Ҡобау олоҫо Себер даруғаһы Өфө өйәҙенең, старшина Юлай Аҙналин командаһы, Ҡобау ауылы башҡорттары Әбрәшит Төкәев, Әлмөхәмәт Нурышев, иптәштәре менән бергә үҙҙәренең аҫаба ерҙәрен 560 һумға һатты…». Документтан күренеүенсә, шул ваҡытҡа тиклем хәҙер Силәбе өлкәһенең Әшә, Миньяр, Ҡатау-Ивановск ҡалалары урынлашҡан ҡала-завод зонаһы биләмәләре Ҡобау башҡорттарының милке була. 1773 йылда Пугачев һуғышы башлана. Көҙәй олоҫо ерҙәре хужалары булараҡ, Ҡобау башҡорттары үҙҙәренең старшинаһы Юлай Аҙналин һәм уның улы Салауаттың отрядтарына инә. Улар үҙҙәренең данлыҡлы юлбашсылары алып барған бөтә һуғыштарҙа ла ҡатнаша.

Петер Симон Паллас 1770 йылда Ҡобау ырыуы башҡорттарының төп йортонда Ҡоба ауылда була һәм унда йәшәүселәрҙен нимә менән шөғөлләнеүе тураһында яҙа: «Башҡорттарҙың Лабау шишмәһе буйында урынлашҡан Ҡобау ауылына барып етеү өсөн атап үтелгән ҡайын урманын, артабан бер нисә тапҡыр кисеп сығырға тура килгән Бәләкәс йылғаһын үтергә тура килде. Бындағы башҡорттар ҡышын һәм йәйен бер урында ғына йәшәй, яҡшы ғына игенселәр икән улар, шуға күрә игенде ҡалаға алып барып һатыу менән дә шөғөлләнәләр. Өҫтәүенә бал ҡорттары ла бар, айыу күп булыу сәбәпле, малдары аҙ». Тәкәй ауылы (Тикеево) тураһында тәбәндәгеләрҙе яҙа: « 25 саҡрым юл үтеп, Тәкәй ауылына килеп еттек, ауыл Сим йылғаһынан саҡырым ярым алыҫлыҡта ята. Бындағы башҡорттар игенселек менән бик аҙ шөғөлләнә, күберәген бал ҡорттарын ҡарау һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнә»[10].

Топонимика

үҙгәртергә

Алтайҙан Ҡаф тауына тиклемге арала нигеҙендә «ҡобау» һүҙе булған топоним һәм гидронимдар киң таралған. Уларҙың шул тиклем таралыуын Урта Азия һәм Көнсығыш Европаның ҡайһы бер халыҡтарының этник тарихы ҡыпсаҡ дәүере менән бәйле булыуы менән аңлатырға кәрәк.

Билдәле шәхестәр

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡара

үҙгәртергә
  • Суби

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. М., 1974. — с.310
  2. Гусейнзаде А. Об этимологии топонима Куба // Советская тюркология.1971.№ 2. — с.119
  3. Nemeth J. Die Volksnamen quman und qun // Korosi Croma Archivum. Budapest, 1940, t.3 — s.310
  4. Cosmographie de Chems-ed-din Abou Abdallah Mohammed ed-Dimichqui (texte arabe publie d’apres l’edition commence par M.Fraehn et d’apres les manuscrits de St.-Petersbourg, de Paris, de Leyde et de Copenhague par M.A.F.Mehren). Saint-Petersbourg. 1866. — 264
  5. Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа. Этнический состав, история расселения / Т. А. Жданко. — 2-е изд., доп. — Уфа: ДизайнПолиграфСервис, 2010. — С. 292. — 560 с. — ISBN 978-5-94423-212-0.
  6. Кузеев Р. Г., Бикбулатов Н. В. Обычаи и культурно-бытовые традиции башкир. — Академия Наук СССР, Башкирский филиал, Ин-т истории, языка и лит-ры, 1980. — С. 14. — 133 с.
  7. Бикбулатов Н. В. Башкирская система родства. — Москва: Наука, 1981. — С. 55, 76, 78. — 121 с.
  8. Очир А. Монгольские этнонимы: вопросы происхождения и этнического состава монгольских народов / д.и.н. Э. П. Бакаева, д.и.н. К. В. Орлова. — Элиста: КИГИ РАН, 2016. — С. 116. — 286 с. — ISBN 978-5-903833-93-1.
  9. Грум-Гржимайло Г. Е. Западная Монголия и Урянхайский край. — Directmedia, 2013-03-13. — С. 534, 711. — 907 с. — ISBN 9785446048205.
  10. Паллас П. С. Путешествие по разным провинциям Российского Государства. Кн.1.Ч.2. Спб.,1786. — с.26-27

Һылтанмалар

үҙгәртергә