Балғажы
Балғажы (рус. Балгазы) — Башҡортостандың Әлшәй районындағы ауыл. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 95 кеше[3]. Почта индексы — 452131, ОКАТО коды — 80202849005.
Балғажы | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Никифар ауыл Советы (Әлшәй районы) |
Халыҡ һаны |
129 кеше (2002)[1], 121 кеше (2009)[1], 95 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 452131 |
Халыҡ һаны
үҙгәртергә- Милли составы
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәттәре буйынса башҡорттар 99 % тәшкил итә[4].
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1906 йыл | 584 | ||||
1920 йыл 26 август | 430 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 426 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 251 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 96 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 129 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 95 | 48 | 47 | 50,5 | 49,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Географик урыны
үҙгәртергәУрамдары
үҙгәртергәТарихы
үҙгәртергәБалғажы ауылына Илекәй-Мең улусының аҫаба поход яҫауылы Балғажы Ҡайғолов нигеҙ һала. Уның исеме тәүге тапҡыр Балтай Алдаров менән бергә 1746 йылғы сығанаҡтарҙа телгә алына. 1763 йылда улустың аҫаба ерҙәренә ғәйнәләрҙе керҙәшлеккә индереүҙә ҡатнаша. 1776 йылда Балғажы Ҡайғолов улустың ышаныслы кешеһе булып сығыш яһай. 1808 йылғы бер үтенестә уның улдары Ғәлиулла, Рәй, Ибраһим һәм Рәкәй (Рәхмәтулланың улы) Балғазиндар телгә алына.
Иҫәпкә алыу — рәүиз материалдары Балғажы улдарының исемдәрен генә түгел, ейәндәрен, бүләләрен дә һанап китә, уларҙың йәше күрһәтелгән. 1834 йылда Ибраһим Балғазинға 66 йәш тула, уның улдары Динмөхәмәт, 43 йәш; Баймөхәмәт, 29 йәш; Әлмөхәмәт, 29 йәш; Йәрмөхәмәт, 23 йәш; Сәфәрғәли, 26 йәш; Тимерғәли, 15 йәш; Ҡорманғәле, 11 йәш. Хәсән Балғазинға 56 йәш, уның улы — 28 йәшлек Шәфей. Ғәлиулла Балғазин (1765—1828), уның улдары: Әбушахман (уның Фәтҡулла), Шәйәхмәт, Шәймәрҙән, Төхвәтулла.
1795 йылда ауылдың 22 йортонда 160, 1816 йылда — 168, 1834 йылда — 210, 1859 йылда — 344, 1870 йылда — 331, 1917 йылда — 435, 1920 йылда 430 башҡорт иҫәпкә алынған. Уларҙың береһе — Мөхәмәтсадиҡ Хәйбуллин — керҙәш.
1843 йылда 210 кешегә 776 бот яҙғы иген сәселгән. 1917 йылда 87 йорттоң 625 дисәтинә һөрөнтө ере була, шул иҫәптән 23 йорт — 4 дисәтинәгә тиклем, 33 — 10 , 18 — 15 , 7 — 15-кә тиклем.
4 хужалыҡ иген сәсмәгән. Башҡорттарҙан 7 типтәрҙең (Мөхәмәтсадиҡ Хәйбуллиндың бүләләре) сәсеүлектәре булмаған[6].
Матбуғатта
үҙгәртергә- Әлшәй хәбәрҙәре. 3 декабрь 2019, Айыҡлыҡ — тормош нигеҙе[7]
- Әлшәй хәбәрҙәре. 29 декабрь 2020, Балғажы оҫтаһы Яңы йыл кәйефе бүләк итә[8]
Видеофильмдар
үҙгәртергәБилдәле шәхестәре
үҙгәртергә- Йомағужа Ҡотлоғошов (1787—?) — хәрби эшмәкәр. 1812 йылғы Ватан һуғышында һәм Рус армияһының сит илгә 1813—1814 йылдарҙағы походтарында ҡатнашыусы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан ВПН-2002 и 2009
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан (урыҫ)
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — приложение в формате Excel 2016 йыл 4 март архивланған..
- ↑ Межрайонная инспекция Федеральной налоговой службы № 31 по Республике Башкортостан
- ↑ http://ihtika.ru/book/asfandiyarov-az-istoriya-sel-i-dereven-bashkortostana-i-sopredelnyh-territoriy-ufa-kitap-2009-744-s/text/425 2022 йыл 16 апрель архивланған. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Уфа, Китап, 2009. — 744 с. Страница 425.]
- ↑ [1]
- ↑ [2]
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий — Уфа: Китап, 2009. — 744 б. — ISBN 978-5-295-04683-4.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Балғажы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 8 февраль 2019)
- Балгазы на портале «Генеалогия и Архивы»
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |