Ҡаршын
Ҡаршын — башҡорт ҡәбиләһе. Түбәнге Ағиҙел башҡорттары төркөмсәһенә керә.
Файл:Тамги каршинцев.png Тамғалары | |
Һаны һәм йәшәгән урыны | |
---|---|
Барлығы: яҡынса 7 800 (баһалама)[3]
| |
Тел | |
Дин |
Телдәре башҡорт теле төньяҡ-көнбайыш диалектының түбәнге ағиҙел-ыҡ һөйләшенә ҡарай[4].
Этноним
үҙгәртергәЭтнограф Р. Ғ. Кузеев фекеренсә, ҡәбилә атамаһы уйғыр телендә «ҡәлғә», «нығытмалы ҡала» мәғәнәһендә ҡулланылған һәм уның нигеҙендә барлыҡҡа килгән Урта Азияла күп кенә тораҡ пункттарҙың исемдәрен табырға була. «Ҡаршын» этнонимы, балыҡсы һәм ирәкте этнонимдарының этимологиялары кеүек, «нығытмалы ҡалаларҙы һаҡлаусылар» һымаҡ аңлатырға мөмкин[5].
Бер нисә документтарҙа «Карашинская волость» атамаһы теркәлә, быны ике өлөштән торған ҡушма һүҙ тип аңлатырға була: Qara ‘ҡара’ (төҫ) + şono (çino) ‘бүре’[6].
«Ҡаршын» этнонимы шулай уҡ уйғырҙарҙа билдәле.[2]
Ырыу составы
үҙгәртергә- ҡәҙрәй-ҡаршын
- ҡарға-ҡаршын
- сатлыған-ҡаршын (аҡбаш-ҡаршын)[6]
Тарих
үҙгәртергәҠәбиләнең сығышы һәм тарихы тураһында мәғлүмәттәр бик аҙ. Ҡәбилә тамғаларының күбеһе ҡыпсаҡ ырыуҙарының тамғаларына тап килә, шулай уҡ ҡаршындарҙа күршеләре дыуан һәм мең ҡәбиләләрендәлә булған, «ҡапҡа» тамғаһы ла таралыу ала[7]. 1913 йылда «Шура» журналында Ә. Ә. Вәлидовтың «Бөрйән башҡорттары араһында» мәҡәләһе баҫтырылып сыға[8], унда этнонимда «ар» элементы булыу нигеҙендә, ҡаршындарҙың фин-уғырҙарҙан килеп сығыуы тураһындағы Н. Ф. Катановтың фаразы әйтелә[9]. Этнограф Р. Ғ. Кузеев буйынса, был фараз бик шикле, әммә фин-уғыр ҡәбиләләре менән ҡатнашыу төрлө нисбәттә бөтә башҡорттарға ла ҡағыла[7]. Рәил Кузеев ҡаршындар ҡыпсаҡ сығышлы йәғни Дешт-и-Ҡыпсаҡ ҡәбиләләренән сыҡҡан тигән һығымтаға килә[10]. Р. З. Йәнғужин фекеренсә, ҡаршындар сығышы менән Алтай һәм Үҙәк Азия төрки ҡәбиләләренән булған һәм уларҙың формалашыуына беҙҙең эраның II мең йыллығы башынан ҡыпсаҡтар мөхитендә булыуы йоғонто яһай[2].
Башҡорт ҡаршындарының Ҡасим ханлығында хеҙмәт итеүҙәре теркәлгән[11].
XVIII—XIV быуаттарҙа ҡаршындар Ҡармасан йылғаһы бассейны буйлап таралып ултыра[2] һәм уларҙың территорияһы хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Кушнаренко, Өфө, Благовар, Благовещен, Мишкә, Шишмә һәм Бүздәк райондарының айырым өлөштәрен биләй[12]. Көнбайышта һәм төньяҡ-көнбайышта — ҡаңлы, төньяҡ-көнсығышта — дыуан, көньяҡ-көнсығышта һәм көньяҡта — мең ҡәбиләләре уларға күрше була[13].
Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылғандан һуң, ҡәбилә ерҙәре Ҡазан даруғаһының Ҡаршын улусын барлыҡҡа килтерә. Ҡаршин улусы ерҙәренә 1697 һәм 1700 йылдарҙағы грамоталар, 1716 һәм 1718 йылдарҙағы Өфө провинция канцеляриһы выпискалары булыуы билдәле[14].
Һуңыраҡ Ҡаршын улусы Ырымбур губернаһының Өфө өйәҙе составына керә, ә 1865 йылда был өйәҙ Өфө губернаһына инә[15]. 1798—1854 йылдарҙа, Башҡортостанда идара итеүҙең кантон системаһы осоронда, ҡаршындарҙың биләмәләре 7-се (артабан 8-се, 9-сы) башҡорт кантондарына ҡарай[2]. Генераль ер межеваниеһы һөҙөмтәләре буйынса, 1801 йылда Ҡаршын улусының Сатлыған түбәһендә 33324 дисәтинә ер булыуы билдәле[16].
Урынлашыуы
үҙгәртергәТораҡ пункттар[17][18] | ||
---|---|---|
РФ субъекты | Район | Тораҡ пункттар |
Башҡортостан | Благовар районы | Ағарҙы, Күгел |
Кушнаренко районы | Аҡбаш, Мәмәк (Туйсабан, Мрәк), Иҫке Ғүмәр, Түбән Аҡбаш, Урта Аҡбаш, Үрге Аҡбаш, Шәрип (Ҡаршын) | |
Өфө районы | Әсән, Юлыш |
Билдәле кешеләре
үҙгәртергә- Вәлиев Сәлих Шәйбәк улы — Советтар Союзы Геройы[19]
- Арыҫланов Мөхәмәт Нуриәхмәт улы (1910–2001) — БАССР һәм РСФСР-ҙың халыҡ рәссамы[20]
- Солтанов Шәриф Хәбибулла улы (1913–1998) — Социалистик Хеҙмәт Геройы[20]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 60
- ↑ 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Йәнғужин Р. З. Ҡаршын // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 67
- ↑ 4,0 4,1 История башкирских родов, 2015, с. 29
- ↑ Кузеев Р. Г., 1974, с. 365
- ↑ 6,0 6,1 История башкирских родов, 2015, с. 15
- ↑ 7,0 7,1 Кузеев Р. Г., 1974, с. 363
- ↑ Әхмәд-Заки Валиди. Бөржән башҡортлары арасында // Шура. 15 октябрь 1913. № 20. 617-се б.
- ↑ Кузеев Р. Г., 1974, с. 364
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 16
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 18
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 19-20
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 71
- ↑ Асфандияров А. З., 2009, с. 371
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 52
- ↑ Асфандияров А. З., 2009, с. 372
- ↑ Асфандияров А. З., 2009
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 68-69
- ↑ История башкирских родов, 2015, с. 76
- ↑ 20,0 20,1 История башкирских родов, 2015, с. 74
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4. (рус.)
- История башкирских родов. Каршин. Том 15 / С. И. Хамидуллин, Ю. М. Юсупов, Р. Р. Асылгужин, Р. Р. Шайхеев, И. Р. Саитбатталов, А. М. Зайнуллин, Р. М. Рыскулов, А. Я. Гумерова, Г. Ю. Галеева, Г. Д. Султанова. — Уфа: ГУП РБ Уфимский полиграфкомбинат, 2015. — 228 с. — ISBN 978-5-85051-000-0. (рус.)
- Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
- Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Йәнғужин Р. З. Ҡаршын // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.