Ҡәнзәфәр беймең ҡәбиләһе башҡорттарының башлығы, Башҡортостандың Рус дәүләтенә ирекле ҡушылыуы инициаторы. Мең башҡорттарының Нуғай Урҙаһына ҡаршы көрәшен етәкләй. 

Ҡәнзәфәр
Тыуған көнө

яҡынса 1520—1600 йй.

Вафат булған урыны

Асылыкүл тирәһе

Подданлығы

Рәсәй

Эшмәкәрлеге

тархан

Атаһы

Муса бей

Балалары

Ҡужабаҡты, Хоҙайбаҡты, Ҡоҙаш, Дистан;

Биографияһы

үҙгәртергә

Ҡәнзәфәр бей — мең ҡәбиләһе башҡорттарының башлығы, бей, тархан. 

Исеме ғәрәп теленән тәржемә иткәндә «арыҫлан»[1] тигәнде аңлата.

Төп мең башҡорт ырыуының башҡа башҡорт бейҙәре һәм тархандары кеүек үк, ырыу башлығы тип элекке Мавераннахра (хәҙерге Үзбәкстан территорияһындағы, Һыр-Даръя йылғаһындағы дәүләт) хакимы Һанаҡлы ханды Урадач бейҙе (Мең һаҙаҡлы Ураҙас бей), биләмәләре Каманың төньяҡ ярҙарынан алып көньяҡта нуғайҙар һәм һарттар, көнсығышта уйғырҙарға[2] тиклем йәйрәп ята. 

Билдәлелек яулауы

үҙгәртергә

1552—1553 йылдарҙа Бөйөк Кенәз Иван IV Ҡазанды алғандан һәм Русь Ҡазан ханлығын яулағандан һуң, нуғай мырҙалары Ҡара-Килембәт һм Аҡһаҡ-Килембәт Түрәхан менән берлектә был ерҙәрҙән китергә һәм рустарға буйһонған башҡорт ҡәбиләләрен көс менән алып китергә ҡарар итә. Мең башҡорттары нуғайҙарға ҡаршы баш күтәрә, уларҙың башлығы — иң йәш бей Ҡәнзәфәр була. Меңдәрҙең бер өлөшө нуғайҙар менән хәҙерге Кубань территорияһына китә, әммә башҡорттарҙың күпселек өлөшө Ҡәнзәфәр бей яғына сығып, тыуған ерҙәрендә ҡала. Яҙғыһын мең башҡорттарының дөйөм йыйылышы — Йыйында Муса бейҙең улы, мең ырыуҙарының элекке башлығы Субай түрәнең туғаны меңдәрҙең 12 ырыуы башлығы итеп һайлана.

1554 йылдың ҡышында абруйлы меңдәр һәи ырыу старшиналары вәкилдәре башында Ҡаҙанға — ватандаштары исеменән Рәсәй батшаһы Иван Грозныйҙан меңдәрҙең (иң ҙур башҡорт ҡәбиләләренең береһе) Рус дәүләтенә үҙ ирке менән ҡушылыуын һорап бара. Унда батша наместнигы, бояр Шуйский-Горбатов һәм кенәз Андрей Курбский менәнкөньяҡ-көнбайыш мең башҡорттарын рус подданныйлығына ҡабул итеүтураһында һөйләшеүҙәр алып бара. Иван IV Ҡәнзәфәр бейгә тархан дәрәжәһен бирә. Үҙ ерҙәрендәге аҫаба биләмәләренә «Жалованная грамота» ала.

Ҡәнзәфәр бейҙең башҡорттар араһынан беренсе булып Аҡ батшаға барыуы, уның мең ырыуын бергә туплауын көньяҡ-көнбайыш мең башҡорттары шәжәрәләре раҫлай.

Ғаиләһе һәм балалары

үҙгәртергә

Ҡәнзәфәр бейҙең дүрт улы була:

  • Кужабаҡты бей;
  • Хоҙайбаҡты бей;
  • Ҡоҙаш бей;
  • Дистан бей.

Меңдәрҙең аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлау

үҙгәртергә

1667 йылда мең башҡорттары:  Ҡоҙаш бей улы Йәнбаҡты кенәз; Дистан бей улы Мәхмүд бей; Яйыҡсабый бей улы Ҡамасыҡ бей һәм Урман бей улы Ураҙлы бей Мәскәүгә  кенәз Алексей Михайлович Романовҡа вәкил булып бара. Батша, Иван IV биргән  "Жалованная грамота"  нигеҙендә уларға 1667 йылдың 12 майында аҫаба хоҡуҡтарын раҫлауған "Оберегательная грамота" бирә. 

Икенсе тапҡыр 1671 йылда Йәнбаҡты кенәз һәм уның 11 юлдашы Мәскәүгә барып,  батша Алексей Михайловичҡа мең ҡәбиләһенең ырыуҙары араһында ерҙәрҙе бүлеү грамотаһын биреү үтенесе менән мөрәжәғәт итә. 1667 йылда бирелгән  "Оберегательная грамота" нигеҙендә Рәсәй батшаһы меңдәрҙең дөйөм аҫаба ерҙәрен 11 ырыу араһында бүлеү тураһында грамота бирә. 

Меңдәрҙең ер биләмәләре

үҙгәртергә

Меңдәр барлығы 1 102 905 дисәтинә ергә эйә була. Ә мең  олоҫтары барлығы:  

  • Өфө өйәҙе буйынса - 6;
  • Стәрлетамаҡ өйәҙе буйынса - 4;
  • Бәләбәй өйәҙендә - 9;
  • Минзәлә өйәҙендә - 2.

Дөйөм аҫаба ерҙәрҙе бүлгәндә: 

  • Мең олоҫо кенәзе Ҡәнзәфәрҙең 4 улы: Ҡужабаҡты бей, Хоҙайбаҡты бей, Ҡоҙаш бей һәм Дистан бей;
  • Сүплек бейҙең 4 улы (Субай түрә улдары): Яйыҡсабый бей (Яйыҡ Субы), Ҡадирсабый бей (Ҡадир Субы), Миңлесабый бей (Миле Субы) һәм Иҙелсабый бей (Иҙел Субы);
  • Урман бей улы: Ураҙлы бей;
  • Тйнекәй бей улы: Мәмбәтҡол бей (Нуғай мырҙалары менән күсенгән Ҡараман бейҙең ейәне);
  • Аҡман мырҙа улы: Аккунды мырҙа (Яйыҡ ?).

Башҡортостан Республикаһының Благовар районында Ҡәнзәфәр бей исемендәге  "Һарайлы"  Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторолған.

  • Кузеев Р. Г. Башкирское шежере Уфа: Башкнижиздат, 1960.
  • История Башкирской АССР С. М. Васильев, Рустам Г. Кузеев г. Уфа, БКИ, 1970 год;
  • «Башкирские родословные» РАН УНЦ АН РБ, г. Уфа 2002 год;
  • «Башкирские тарханы» А. З. Асфандияров г. Уфа, Китап 2006 год;
  • «Грамоты русских царей башкирам» Н. М. Кулбахтин Уфа, Гилем 2007 г.;
  • «Коренные народы России БАШКИРЫ» Р. З. Янгузин, Ф. Г. Хисамутдинова г. Уфа, Китап, 2007 год;
  • Ф. И-138. Оп 2. д. 54. Оренбургской казенной палаты;
  • Всероссийская сельскохозяйственная перепись Бугадинской волости Белебеевского уезда 1917 года;
  • Подворные карточки по Буздяковской волости Белебеевского уезда. Переписи 1920 года;
  • Башкирская аристократия Дворянские роды;
  • Мои предки далекие, кто вы, журнал «Ватандаш», № 7 2013 год, А. Андарьянова;
  • Усманов А. Н. Добровольное присоединение Башкирии к Русскому государству. Уфа, 1982.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Таңһылыу Кусимова. Исемдәр донъяһында. Башҡорт исемдәре һүҙлеге, башҡорт һәм рус телдәрендә//Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1991. — 192 бит. Б. 56
  2. Ватандаш / Ватандашы / Compatriot 2016 йыл 4 март архивланған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә