Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы
Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы (26 ноябрь 1942 йыл) — ғалим-хирург, юғары мәктәп уҡытыусыһы, медицина фәндәре докторы, профессор (1987), Рәсәй Федерацияһының (2007) һәм Башҡортостан Республикаһының (1997) атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының (2002), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған табибы (1991).
Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы | |
Тыуған көнө | 1942 |
---|---|
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биографияһы
үҙгәртергәАйытбай Әхмәт улы Ғүмәров 1942 йылдың 26 ноябрендә Баймаҡ районының Сындәүләт (хәҙер бөткән) ауылында ишле ғаиләлә тыуған[1]. Айытбайға ете йәш тулған саҡта атаһы вафат булып ҡала, әсәһе бер үҙе биш баланы үҫтерә, тәрбиәләй. Ауылда мәктәп булмауы арҡаһында башланғыс кластарҙа Кәрешкә ауылында уҡый, йәйәүләп көндә 14 саҡрым ер үтә. 5-7 кластарҙы — Байыш ауылында, артабан өлкән кластарҙа Баймаҡ 1-се һанлы мәктәбендәбелем ала. Бала, үҫмер сағы һуғыштың тәүге ауыр йылдарына тура килә.
Мәктәпте тамамлағандан һуң электрик булып эшләй. 1960 йылда Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау факультетына уҡырға инә. Студент йылдарында бик әүҙем тормош алып бара, спорт менән етди шөғөлләнә, 1-се разрядлы саңғысы була.
Институттан һуң (1967) Баймаҡ ҡалаһына хирург булып эшкә ҡайта. 1972 йылдан алып — бүлек мөдире. Ҡатмарлы операциялар эшләй[2].
1973 йылда Ленинград педиатрия медицина институтының балалар хирургияһы кафедраһында эргәһендәге аспирантураға инә. Диссертацияһының темаһы — «Балаларҙың эсәктәренә зыян эшләүҙе дауалау». Өфөлә балалар хирургия кафедраһында эшләп алғас, ҡабаттан Ленинградҡа китә һәм докторантураға уҡырға инә. «Яңы тыуған балалрҙың диафрагмаль бүҫерен хирургиик юл менән дауалау» теманы докторлыҡ диссертацияһын яҡлай[2].
1989 йылдан әлеге көнгә тиклем Башҡорт дәүләт медицина университетында балалар хирургияһы кафедраһы мөдире, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш хирургы вазифаһын башҡара.
Фәнни хеҙмәттәре балалар ауырыуҙарын диагностикалау һәм хирургик дауалау ысулдарын эшләүгә арналған. А. Ғүмәров етәкселегендә балаларҙа тыумыштан пилоростеноз булғанда лапароскопик операциялар яһау, бөйөрҙө күсереп ултыртыу, талаҡты лапароскопик алып ташлау һәм перитонитты дауалау методикалары эшләнгән һәм дауалау практикаһына индерелгән[2].
400-ҙән ашыу фәнни эше, 18 уйлап табыу авторы. Башҡортостан балалар хирургияһы үҙәге етәксеһе (1989 йылдан алып), Башҡортостан Республикаһының Балалар хирургтары ассоциацияһы президенты (1991 йылдан алып)[2].
Төп фәнни хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Клиника, диагностика, особенности хирургического лечения, осложнения кист и доброкачественных опухолей яичников у девочек. Уфа, 1997 (авторҙаш);
- Врождённые диафрагмальные грыжи у детей. 2-е изд., перераб. и доп. Уфа, 2000 (авторҙаш);
- Мениски коленного сустава: морфология, современные методы диагностики их повреждений. Уфа, 2010 (авторҙаш)[2]..
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәСығанаҡтар
үҙгәртергә- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Икенсе баҫма. 2010 йыл, 21 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ғүмәров Айытбай Әхмәт улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 25 ноябрь 2018)