Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы
Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы (халыҡ араһында Мөжәүир хәҙрәт булараҡ билдәле; 21 ғинуар 1876 йыл — 28 июль 1967 йыл) — башҡорт дин эшмәкәре, халыҡ табибы, диндар.
Сиражетдинов Мөжәүир Уйылдан улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы СССР |
Тыуған көнө | 21 ғинуар 1882 |
Тыуған урыны | Верхнеурал өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 28 июль 1967 (85 йәш) |
Вафат булған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Биография
үҙгәртергәМөжәүир Уйылдан улы Сиражетдинов 1876 йылдың 21 ғинуарында Ырымбур губернаһының Верхнеурал өйәҙе 1-се Бөрйән волосының [1] Бәхтегәрәй (Манһыр) ауылында тыуған.
1886 йылда Мөжәүир хәҙрәттең атаһы йортона Зәйнулла имам Рәсүлев килә, ул бәләкәй Мөжәүирҙе уҡытырға кәңәш бирә. Егет Муллаҡай мәҙрәсәһендә белем ала.
1939 йылда фашистик Германия менән буласаҡ һуғыш тураһында әйткәс, НКВД тарафынан ҡулға алына. Һорау алғанда, һүҙҙәрен ҡабатлай һәм «халыҡ дошманы» һаналып, иң юғары хөкөмгә ебәрелә. Әммә ауылдаштары судта уны яҡлап сыға. Мөжәүир хәҙрәт 10 йылға иркенән мәхрүм ителә. Алты йыл ултырғандан һуң, 1945 йылда төрмә администрацияһы һорауы буйынса ваҡытынан алда сығарыла. Төрмә хужаларын, уларҙың туғандарын һәм һаҡсыларын дауалаған була. Үҙенең ауылына кире ҡайта ла, унан бүтән бер ҡайҙа ла китмәй. Һуңғы көнөнә тиклем дауалауға һәм кәңәшенә мохтаж булғандарҙы ҡабул иткән.
Ҡыҙыҡлы факт
үҙгәртергә- Мөжәүир хәҙрәт үҙен фотоға төшөрөргә бер ҡасан да рөхсәт итмәй. Был тыйыуҙы уның улы берҙе генә боҙа, атаһын йәшерен төшөрә. Хәҙрәттең берҙән-бер фотоһүрәте уға бағышланған китап тышлыҡтарына урынлаштырыла.
Фотогалерея
үҙгәртергә-
Урғаҙа йылғаһы. Аттар.
-
Мәсет ишектәре һәр ваҡыт асыҡ.
-
Мәсеттең эске күренеше.
-
Баҫма шишмәгә алып бара.
-
Мөжәүир хәҙрәт шишмәһе.
-
Мөжәүир хәҙрәт йәшәгән өй.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Якшибаева Лира. Мужавир хазрет 2018 йыл 14 ноябрь архивланған.. Уфа: Китап, 2008. 348 стр. (На башкирском языке). ISBN 978-5-295-04611-7.
- Кульмухаметова Альфия. Сказание о Мужавире-хазрате: по следам великого целителя 2018 йыл 18 апрель архивланған.. Статья в газете Республика Башкортостан. 8 сентября 2007 г.
- Лира Ахмат-Якшибаева. Сказание о целителе Мужавире 2017 йыл 14 февраль архивланған.. Перевод на рус. яз. Танзили Ишкиной. — Уфа: ИП Поляковский Ю. И., 2011. — 228 стр.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Мужавир-хазрат предсказал нападение Германии еще в 39-м 2010 йыл 24 февраль архивланған.