Һаҡмар һыуһаҡлағысы

Башҡортостандың Баймаҡ районы Әделкәрим ауылынан 1,5 километр үрҙәрәк, Йылайыр районы сигенә яҡын Һаҡмар йылғаһында урынлашҡан эре һыу хуж

Һаҡмар һыуһаҡлағысы — Башҡортостандың Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылынан 1,5 километр үрҙәрәк, Йылайыр районы сигенә яҡын Һаҡмар йылғаһында урынлашҡан эре һыу хужалығы ҡоролмаһы. 2005 йылдың 9 октябрендә сафҡа индерелгән. Майҙаны 590 га, һыйҙырышы 30,9; быуаның бейеклеге 18 м, оҙонлоғо 390 м. Һыу сығанаҡтары: Һаҡмар, Лайымбирҙе (Һаҡмар ҡушылдығы)[1].

Һаҡмар һыуһаҡлағысы
Нигеҙләү датаһы 9 октябрь 2005
Күлгә ҡойоусы йылғалар Лайымбирҙе һәм Һаҡмар
Күлдән аҡҡан йылғалар Һаҡмар
Кем хөрмәтенә аталған Һаҡмар
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Баймаҡ районында Һаҡмар һыуһаҡласын төҙөү — ҙур ваҡиға, сөнки Урал аръяғы райондарында һыу менән тәьмин итеү иң актуаль проблемаларҙың береһе булып тора. Районда халыҡҡа эсер һыу етешмәй, ауыл хужалығында баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн дә һыу кәрәк. Яҙғы һыу бик тиҙ ағып бөтә, ә ҡыштар был яҡтарҙа аҙ ҡарлы, йәйҙәр ҡоро килә. Ошо проблеманы хәл итеү маҡсатында республикала Урал аръяғы райондарын һыу менән тәьмин итеү һәм мелиорация программаһы булдырыла. Программа төбәктә Башҡортостан Президентының шәхси күҙәтеүе аҫтында тормошҡа ашырылды[2].

Быға тиклем төҙөлгән өс һыуһаҡлағыс (Маҡан, Таналыҡ һәм Аҡъяр) ыңғай баһаланғанға күрә, Һаҡмар һыуһаҡлағысына ҙур өмөттәр бағлана. ХХ быуаттың 50-се йылдарында Баймаҡ районында бик күп сиҙәм ерҙәре һөрөлә, әммә һыу етешмәүе сәбәпле емеш-еләк, йәшелсәләр үҫтереү, бигерәк тә һуғарыулы игенселек менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлеге булмай.

2005 йылдың 9 октябрендә Һаҡмар һыуһаҡлағысы эксплуатацияға тапшырыла. Уны асыу тантанаһында М. Ғ. Рәхимов ҡатнаша[2].

Тәғәйенлеше

үҙгәртергә

- Һаҡмар йылғаһының яҙғы ағыуын көйләү өсөн;

- Әбделкәрим һәм Ҡыуат ауылдарын ташҡындан һаҡлау өсөн;

- балыҡ үрсетеү: алабуға, суртан, ҡорман, сабаҡ, йәйен, һаҙан, табан балыҡ, ажау, ҡыҙылғанат, алабалыҡ, опто[1];

- һуғарыу;

- һыу менән тәьмин итеү (һыу менән тәьмин итеүҙең гарантиялы сығанағын булдырыу);

- балыҡсылыҡ туризмын үҫтереү;

- электр энергияһы эшләп сығарыу.

Тасуирламаһы

үҙгәртергә

- Географик координаттары: киңлеге: 52°26′36″N (52.443471) Оҙайлығы: 57°55′26″E (57.923783)[1];

- Мотокәмәләрҙе ҡулланыу мөмкинлеге: бар;

- Төбө: ҡомло, ләмле (яр ситендә); урыны менән түмәрҙәр һәм лапылар эләгә;

- Ҡырағай ял: палаткала һәм автомобилдә;

- Үҙенсәлектәре:

2005 йылдан алып эшләгән Әбделкәрим ГЭС-ы һыуһаҡлағыстың көньяҡ осонда урынлашҡан. Һыу ятҡылығы төньяҡтан көньяҡ-көнсығышҡа һуҙылған, төньяҡ өлөшөндә ике гә бүленгән, уларҙың береһенә Лайымбирҙе йылғаһы төшә. убалы ярҙары төрлө үлән менән ҡапланған, ҡайһы бер урындарҙа ҡыуаҡтар бар. Көньяҡ-көнсығышяғында Әбделкәрим ауылы урынлашҡан. Кеше йөрөмәгән ярҙары урыны менән һаҙланған, ә быуа тирәһендәге Һаҡмарҙың төбө утыпшы менән тулған. Эргә-тирәләге урмандарҙа бик күп ҡыр еләге һәм бәшмәк (гөрөздә, баллы бәшмәк һәм уҫаҡ бәшмәге) бар[1].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә
  1. YouTube сайтында Видео Сакмарское водохранилище, 2018 год
  2. YouTube сайтында Видео Сакмарское водохранилище
  3. Зарисовки геолога. Сакмарское водохранилище (4 части)