Талҡаҫ

Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендәге күл. Башҡортостандың Баймаҡ районында урынлашҡан.
(Талҡаҫ (күл) битенән йүнәлтелде)


Талҡаҫ — Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендәге күл. Башҡортостандың Баймаҡ районында урынлашҡан.

Озеро
Талҡаҫ
урыҫ Талкас
Морфометрия
Абсолют бейеклеге548,5 м
Үлсәме3,9 × 1 км
Майҙаны3,9 км²
Күләме15,8 км³
Иң тәрән урыны12 м
Уртаса тәрәнләк4,5 м
Гидрология
Үтә күренеүсәнлеге20 м
Урынлашыуы
52°50′13″ с. ш. 58°15′14″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Идентификаторы
Код в ГВР: 12010000311112200000629
Рәсәй
Точка
Талҡаҫ
Башҡортостан Республикаһы
Точка
Талҡаҫ
 Талҡаҫ Викимилектә

Географияһы

үҙгәртергә

Күл сөсө һыулы, тектоник сығышлы, уйымы тау араларының тарайған төбө. Ирәндек һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Түбә ҡасабаһынан 4 саҡырымда көньяҡ-көнсығышта ята. Аҫҡы ярында Иҫән ауылы бар. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары туғайлы һаҙлыҡлы, көнсығыш һәм көнбайыш яры текәрәк. Көнсығыш яғы ҡаялы, ерек, ҡайын, ҡарағас ағастары менән ҡапланған. Көнбайыш яғы ла урманлы, тик күпләп киҫеү арҡаһында ағастар бик һирәкләнгән. Шөгөр — Таналыҡ ҡушылдығы ваҡытлы һыу сығанағы булып тора. 2021 йылда Талҡаҫ күле тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде.[1].

Биоресурстары

үҙгәртергә

Күлдә карп, һары балыҡ, суртан, алабуға, опто,густера, сабаҡ һ.б балыҡтар үрсей. Яр буйында ҡағараҡ, ҡарасабан ҡоштары оялай. Көнсығыш яры яғында 8-10 метр тәрәнлектә сапропель ятҡылығы бар. Ул балсыҡ менән кешеләр дауалана ала.

Рекреацион ресурстары

үҙгәртергә

Һыуының таҙалығы, сафлығы матур ландшафты Көньяҡ Уралдағы иң матур ерҙәр иҫәбенә керә. Һәм популяр ял итеү урыны. Уны «Урал ыныйһй» тип тә йөрөтәләр[2]). Күлдән 300 метр алыҫлыҡта «Талҡаҫ» шифаханаһы урынлашҡан (1931 йыл төҙөлгән)[3].

«Тимерсе Әмин менән Брагин түрә» легендаһы

үҙгәртергә

Ҡасандыр Баймаҡ яғына Брагин тигән ҙур бер түрә килеп төшә. Уны һалдаттары ҡарауыллап йөрөй икән. Был түрәгә беҙҙең ер-һыуҙар, урмандар, көмөш балығы тулы һаҡмар буйҙары, аҫыл таштары көнгә балҡып ятҡан Яғалса, Ирәндек тауҙары, бигерәк тә тал-ҡамыш менән уратып алынған Талҡаҫ күле оҡшап китә. Ҡомһоҙ бай байлыҡтарға хужа булғыһы килә. Күп тә үтмәй, ул ошо башҡорт ерҙәрен тартып ала. Етмәһә, Брагин күҙе төшкән һәр ҡыҙҙы тотоп мыҫҡыл итә башлай.

Хәҙерге Әмин ауылы ултырған Яғалса тауы аҫтында Әмин тигән тимерсе йәшәй икән. Ирәндек эргәһендә, ғөмүмөн, Уралтау аръяғында оҫталығы менән уға тиңләшерҙәй башҡа бер кем дә булмай. Булат ҡылыстар ҡойҙорорға тирә-яҡ батырҙары уға ғына килгән. Брагинга был бик оҡшап өтмәй: халыҡ, ҡоралланып алып, бола ҡуптарыр, тип ҡурҡа. Тирә-яҡта даны сыҡҡан тимерсене ҡулға алып, хибескә яптырап ҡуя.

йәшәй-йәшәй Брагин ошо ерҙә нығытма һалдырырға уйлай. Ә бының өсөн таш аҡтартырға кәрәк була. Ул Әмин тимерсегә килә һәм ҡая тауҙың ташын киҫерҙәй бик үткер ҡылыс ҡойорға ҡуша. Әминдең тимерлегенә килеп, Брагин уның ҡылыс ҡойғанын үҙ күҙе менән күрә. Ҡылысты һынап ҡараһалар, ҡылыс ташты киҫмәй ҙә ҡуя икән. Әмин икенсеһен ҡоя. Быныһы ла ташҡа үтмәй. Брагин асыулана, Әмингә янай. Әмин батыр ахырҙа бынамын тигән булат ҡылыс ҡойоп бирә. Ҡылысы менән бар көсөнә кирелеп сапһа, таш быяла һымаҡ ҡап уртаға ярылып китә.

Брагин, ҡулына шундай ҡылыс килеп эләгеүенә бик шатланып, Әминде иреккә сығара, уға ҡиммәтле бүләк бирә. Ә аҡыл эйәһе аҡһаҡалдар Әминде әрләйҙәр: «Һин ни эшләнең, батыр? — тиҙәр улар.— Былай ҙа халыҡ был ҡәһәр һуҡҡыр түрә арҡаһында зар илай. Ә инде ул һаҡмар буйына таш нығытма ла һалдырһа, илгә оло ҡаза киләсәк. Ул саҡта бөтөнләй һәләк булырбыҙ». Әмин: «Юҡ, был хәл булмаясаҡ!» — тигән. Башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәйенсә, ул кинәт кенә юлға сығырға булып, Яғалса тауын артылып, тиҙҙән күҙҙән дә юғала.

Егет Брагиндың Талҡаҫ күле буйында һалдаттары менән балыҡ тотоп, өйрәк атып, кәйеф-сафа ҡороп ятҡанын белгән. Әмин батыр туп-тура шунда юл тота. Күл буйына килеп етһә, Брагиндың Талҡаҫ уртаһында кәмәлә балыҡ ҡармаҡлап ултырыуын күрә. Әмин, әҙернә йәйәһе менән алмас башаҡлы уғын алып, атып та ебәрә. Уҡ, кәмәнең төбөн аҡтарып, күл төбөнә барып ҡаҙала. Брагин ни булғанын иҫләп ҡысҡырырға ла өлгөрмәй ҡала, һыу тулған кәмә бата ла башлай. Аръяҡ ярҙан ярҙамға ташланалар. Тик инде һуң була! Йыуан ҡорһаҡ Брагин йөҙәргә лә белмәй икән. Шулай ҙа, күл төбөнә киткәнсе, бармағынан ҡиммәтле балдағын сисеп, һыуға ташлап өлгөрә. Уның ниңә шулай эшләгәнен бер кем дә белмәй.

Брагиндың мәйетен һыу төбөнән табып сығаралар. Аҙаҡ кәмәһен дә табалар. Ҡараһалар, кәмәнең төбө аҡтарылып киткән була. Ни аҡтарғанын берәү ҙә белмәй, һыу төбөн һөҙөп ҡараһалар, алмас башаҡлы башҡорт уғы килеп сыға. Брагиндың командаһы мәйет тирәһендә ығы-зығы килгәнсе, Әмин, икенсе яҡ ярҙағы Брагин өйөнә инеп, үҙе ҡойоп биргән булат ҡылысын алып та сыға. Ҡылысты күл төбөнә ырғыта ла кире ауылына табан һыҙа.

Брагин ҡатынының әмере буйынса, түрәләр Әмин менән бергә бөтә башҡорт егеттәрен ҡулға алып, алмас башаҡлы уҡтың кемдеке булыуын белергә тырышалар. Берәү ҙә әйтмәй. Белә алмағас, Брагин ҡатыны ҡулға алынғандарҙы аҫырға ҡуша.

Ҡарт аҡһаҡалдар кәңәш-төңәш итешеп алалар ҙа, был ҡатынға килеп: «Беҙҙең егеттәрҙе харап итмәгеҙ,— тиҙәр,— уларға әле йәшәргә, ил һаҡларға, Аҡ батшаға яһаҡ түләргә кәрәк. Брагинды улар түгел, бына беҙ үлтерҙек»— тиҙәр. Килгән аҡһаҡалдар дүртәү була. Уҫал бисә уларҙы бик оҙаҡ интектерә. Күпме генә төпсөнһә лә, ҡарттар үҙ һүҙҙәрендә ныҡ тора. Аҡһаҡалдарҙың дүртеһен дә Иҫән йылғаһы ярындағы йөҙйәшәр дүрт ҡарағасҡа илтеп аҫалар. Ә егеттәр үҙ ауылдарында тороп ҡала. Брагиндың ҡатыны, ҡурҡыуға төшөп, һалдаттары, офицерҙәре менән кире Питербурына ҡайтып китә лә башҡаса был яҡтарға аяҡ баҫмай.

Батыр тимерсе хөрмәтенә ул йәшәгән ауылды халыҡ Әмин ауылы тип йөрөтә башлай, булат ҡылысы менән уртаға ярған ташты Әмин ташы тип атайҙар.

Талҡаҫ күле, имеш, Ирәндек һырты аҫтынан ағып ятҡан йылға аша Сереккүлгә барып тоташа икән. Ысынмылыр, юҡмылыр — Брагиндең балдағы, күп замандар үткәс, ошо Сереккүлдә тотолған бер суртан эсенән килеп сыҡҡан, тиҙәр.

Легеданың икенсе вариантында алтын балдаҡ Яугүлдә тотолған суртандың эсенән табылған тип һөйләйҙәр.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә