Мәтинов Шаһишәриф Миҙәтғәли улы
Шаһишәриф Миҙәтғәли улы Мәтинов (яҙылыу варианттары — Шагишариф Медетгалиевич, башҡ. Матинов Шаһишәриф Миҙхәтғәле улы, 1854 йыл—февраль 1919 йыл) — башҡорт йәмәғәт эшмәкәре, Ырымбур губернаһынан Рәсәй империяһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы. Конституцион демократ, мосолман халыҡ партияһы вәкиле, Түбәнге Новгородта Макарьевка йәрминкәһе һәм Пермь губернаһының Ирбит йәрминкәһе ахуны, Орск өйәҙе ахуны, Орск өйәҙенең Земский управаһы ағзаһы, Орск өйәҙенең мәғрифәт эштәре идарасыһы, Вәлиди Әхмәт-Зәки Әхмәтшаһ улының хөкүмәтендә мөфтөй[1][2][3][4]
Мәтинов Шаһишәриф Миҙәтғәли улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
Рәсәй империяһы РСФСР |
Тыуған көнө | 1854 |
Тыуған урыны | Наҙар, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | февраль 1919 |
Вафат булған урыны | Темәс, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Совет Рәсәйе |
Үлем сәбәбе | Сабыртмалы тиф |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Рәсәй империяһының Дәүләт думаһы ағзаһы[d] |
Уҡыу йорто | Мәҙрәсә |
Биографияһы
үҙгәртергәЫрымбур губернаһы Орск волосында хәлле башҡорт ғаиләһендә тыуа. Башланғыс белемде Муллаҡай мәҙрәсәһендә ала. Ҡаҙан губернаһының Ҡышҡар мәҙрәсәһен тамамлай. Темәс ауылында урыҫ-башҡорт мәктәбендә уҡытыусы булып эшләй.
1884 йылда Өфөлә өйәҙ ахуны исеменә аттестация үтә. 1890 йылда Макарьевка йәрминкәһенә (Түбәнге Новгород) ахун итеп тәғәйенләнә.
1891 йылда Пермь губернаһының Ирбит йәрминкәһенә күсә. 1906 йылда Ырымбур губернаһынан Рәсәй империяһының 1-се саҡырылыш Дәүләт Думаһы ағзаһы итеп һайлана. 1913 йылда — Орск өйәҙенең Земский управаһы ағзаһы.
1917 йылдың февраленә тиклем — Орск өйәҙенең мәғрифәт эштәре идарасыһы. Шаһишәриф Миҙәтғәли улы ошо поста эшләгән сағында башҡорт ауылдарында мәктәптәр астырыуға өлгөшә, уларҙы уҡытыусы кадрҙары менән тәьмин итә, мохтаждарға стипендия түләүҙе юллап ала.
1917 йылдан һуң Вәлиди Әхмәт-Зәки Әхмәтшаһ улы яғына сыға һәм Башҡортостан автономияһы өсөн көрәшкә рухландырыусыларҙың береһе була. 1918 йылда — Башҡорт Хөкүмәте эргәһендәге Диниә Назараты мөфтөйө.
1919 йылдың февралендә ағыуланыуҙан үлә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Мусульманские депутаты Государственной думы России. 1906—1917 гг. Сборник документов и материалов / Сост. Л. А. Ямаева. — Уфа, 1998, с. 296.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Государственная дума Российской империи 1906—1917 годы: Биография Матинова, Шагишарива Мидатгалиевича (недоступная ссылка)
- ↑ Бойович М. М. Наши депутаты. Государственная дума 1-го созыва. Москва. 1906. Издание т-ва Сытина И. Д.
- ↑ Государственная дума Российской империи 1906—1917 годы: Биография Матинова, Шагишарива Мидатгалиевича (недоступная ссылка)
- ↑ Бойович М. М. Наши депутаты. Государственная дума 1-го созыва. Москва. 1906. Издание т-ва Сытина И. Д.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Государственная дума Российской империи 1906—1917 годы: Биография Матинова, Шагишарива Мидатгалиевича (недоступная ссылка)
- Был такой ахун. Журнал Бельские просторы
- депутат Государственной Думы от Оренбургской губернии. газета Баймакский вестник
- ↑ Азнагулов В. Г., Хамитова З. Г. Парламентаризм в Башкортостане: история и современность: Уфа, ГРИ «Башкортостан», 2005. с.9
- Ислам на Урале: энциклопедический словарь / Коллект. автор. Сост. и отв. редактор — Д. З. Хайретдинов. — М.: Издательский дом «Медина», 2009. — 404 с., ил. (на с.186)