Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы

Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы (21 ғинуар 1957 йыл) — ғалим-химик. 2007 йылдан Башҡорт дәүләт университетының физик химия һәм химик экология кафедраһы мөдире, 2010—2013 йылдарҙа университет ректоры. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003). Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Мостафин Әхәт Ғәзизйән улы
Тыуған көнө

21 ғинуар 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (67 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Ҡолсора ауылы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Эшләгән урыны

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы, Башҡорт дәүләт университеты

Ғилми дәрәжәһе

фән докторы (1999)

Ғилми исеме

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2010)

Ниндәй өлкәлә танылған

Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы

Награда һәм премиялары

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре

Биографияһы үҙгәртергә

Әхәт Ғәзизйән улы Мостафин[1] 1957 йылдың 21 ғинуарында БАССР-ҙың Баймаҡ районы Ҡолсора ауылында тыуған.

1979 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлағандан һуң тыуған ауылы мәктәбендә эшләй.

19801985 йылдарҙа Башҡортостан ауыл хужалығы институтында ғилми хеҙмәткәр. 19851999 йылдарҙа — инженер, СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалында кесе, өлкән, төп ғилми хеҙмәткәр була (РФА БФҮ органик химия институты); органик химия институтының ғилми хеҙмәткәре.

19992000 йылдарҙа Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры.

2000—2002 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса дәүләт комитеты рәйесе урынбаҫары.

2002—2004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы мәғариф министры урынбаҫары.

2004 йылда — Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының вице-президенты. 2009 йылда Башҡортостан Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.

2010 йылдан — Башҡорт дәүләт университеты ректоры. 2013 йылдың 28 мартында министрлыҡ тарафынан сәбәптәрен аңлатмайынса ректор вазифаһынан бушатыла.

Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы академигы (2009), химия фәндәре докторы (1999), профессор (2003),

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙары даирәһе: ароматлы аминдар рәтендә региоспецифик алмаштырыу, биологик актив азотлы гетероциклик системалар һәм нуклеозидтарҙың йүнәлешле синтезы. Уның етәкселегендә ароматлы аминдарҙы — азотлы пестицидтарҙы һәм фармакологик препараттарҙы синтезлау өсөн төп матдәләрҙе алкенилирлауҙың стереоспецифик ысулдары эшләнә. Ул аминдар төркөмөнә ҡараған продукттарҙы гетероцикллауҙың яңы йүнәлештәре һәм алыуы ауыр булған гетероциклик системаларҙы, шул иҫәптән шешкә ҡаршы алкалоид эллиптицин синтезлауҙың үҙенсәлекле ысулдары тәҡдим ителә.

Уҡыусылары үҙгәртергә

Мостафиндың уҡыусылар араһында 6 фән кандидаты бар.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2007).

Ғилми хеҙмәттәре үҙгәртергә

150-нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән 16 уйлап табыу авторы.

  • Особенности высокотемпературной ползучести безобжиговых керамических материалов. М.: Химия, 2005 (соавтор).
  • Пирофиллит и материалы на его основе. М.: Наука, 2006 (соавтор).

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә