Таналыҡ Башҡортостан Республикаһы һәм Ырымбур өлкәһендә аҡҡан йылға, Яйыҡтың уң ҡушылдығы.

Таналык
башҡ. Таналыҡ
Урал бассейны
Урал бассейны
Характеристика
Оҙонлоғо 225 км
Бассейн 4160 км²
Һыу сығымы 2,96 м³/с (в 59 км от устья)
Һыу ағымы
Инеше
 · Урынлашыуы Ирәндек һырты (Көньяҡ Урал)
 · Координаталар 52°46′34″ с. ш. 58°13′13″ в. д.HGЯO
Тамағы Ерекле һыуһаҡлағысы
 · Координаталар 51°52′10″ с. ш. 58°38′26″ в. д.HGЯO
Урынлашыуы
Һыу бассейны Ирикли һыуһаҡлағысы → Яйыҡ → Каспий диңгеҙе

Ил Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы
Регион Башҡортостан, Ырымбур өлкәһе
РДҺР 12010000312112200002769
Таналыҡ (Башҡортостан Республикаһы)
Точка
инеше
Точка
тамағы

Баймаҡ ҡалаһы, Бүребай һәм Аҡъяр ауылдары аша аға.

Атаманың килеп сығышы

үҙгәртергә

Таналыҡ һүҙе, белешмә китабы буйынса[1], тана` нигеҙенә -лыҡ ялғауы ҡушылыуынан барлыҡҡа килгән («Тирә-яҡты өйрәнеү йыйынтығына» һылтанма менән, 1930. 70 бит).

Географияһы

үҙгәртергә

Оҙонлоғо 225 км[2], һыу йыйыу майҙаны 4160 км2, йылға селтәренең ҡуйылығы 0,24 км/км2, йыллыҡ улаҡ модуле 2,0 л/с км2. Киңлеге 2 метрҙан 35 м тиклем, тәрәнлеге — 0,5-2,0 метр. Ағым тиҙлеге — 0,1-0,2 м/с.

Таналыҡ Ирәндек һыртынан башлана (Талҡаҫ күленән көньяҡтараҡ, Һаҡмар-Таналыҡ тигеҙлегендә). Ҡар, өлөшләтә күлдән сыҡҡан Шугур йылғаһынан туйындырыла. Йылғаның үрге ағымында, Талҡаҫ күле янында Сереккүл һыуһаҡлағысы урынлашҡан. Йылға башында — тау һырттары менән тау итәгендәге киртләс. Баймаҡ ҡалаһын уҙғандан һуң, Таналыҡ тигеҙлеккә сыға. Урта һәм түбәнге ағымында һыр сусаҡлыға әйләнә.

Артабан Таналыҡ көньяҡҡа ҡарай Первомайский, Өфө биҫтәләре аша ағып, Хворостянка ауылы янында Таналыҡ һыуһаҡлағысына Таналыҡ микро-һыу электр станцияһына әйләнә, уның майҙаны 201 га һәм тәрәнлеге 36 метр.

Һамар ҡасабаһынан һуң Таналыҡҡа уң яҡтан ҙур Быҙаулыҡ ҡушылдығы ҡоя, Бүребай һәм Аҡъяр ауылдары янында Таналыҡҡа Ерәнағас һәм Ташлы ҡушыла. Һуңынан йылға төньяҡ-көнсығышҡа табан борола һәм Башҡортостан Республикаһы менән Ырымбур өлкәһе сигендә Ирекле һыуһаҡлағысына ҡойоп, Урал йылғаһын туҡландыра.

Сәнәғәттәге ҡулланышы

үҙгәртергә

Таналыҡ яҙ көнө тулы һыулы булһа, көҙгә ҡарай кибеп бөтә тиерлек. Өлөшләтә уны һыуһаҡлағыс ҡаплай. Таналыҡ һыуы Баймаҡ һәм Бүребайҙа тау эшкәртеүҙә, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондары ауыл хужалығында ҡулланыла.

Төбө — ташлы-ҡырсынташлы. Ҡайһы бер урындарҙа — ләмләнгән (күбеһенсә йылғаның һөрөлгән ерҙәр янында аҡҡанда).

Һыу реестры мәғлүмәттәре

үҙгәртергә

Ҡушылдыҡтар (тамаҡтан оҙонлоғо, км)

үҙгәртергә
  • 58 км: Маҡан йылғаһы
  • 76 км: Туратҡа йылғаһы (Ҡаны-ҡабаҡ)
  • 93 км: Ташлы йылғаһы
  • 112 км: Ерәнағас йылғаһы
  • 124 км: Быҙаулыҡ йылғаһы (Оло Быҙаулыҡ, Быҙаулыҡ)
  • 173 км: исемһеҙ йылға
  • 178 км: исемһеҙ йылға
 
Таналыҡ аша Татыр-Үҙәк менән Буребай араһындағы күпер
 
Баймаҡта Таналыҡ йылғаһы аша күпер
  • Гареев А. М. Реки и озера Башкортостана. — Уфа: Китап, 2001. — 260 с.
  • Таналык // Баймакская энциклопедия / Научно-ред. коллегия: И. Х. Ситдиков (председ.), К. И. Аглиуллина, А. З. Асфандияров и др.. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2013. — С. 504-505. — 640 с. — 3100 экз. — ISBN 978-5-88185-084-5. (в пер.)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русско-башкирский словарь водных объектов республики Башкортостан/ Составители: Хисаметдинова Ф. Г., Шакуров Р. З., Сиразитдинов З. А., Юлдашбаев Ю. Х. — Уфа: Китап, 2005. — 256 с.
  2. http://encycl.bash-portal.ru/tanalyk.htm 2013 йыл 5 июль архивланған. Статья о реке в Энциклопедии Башкортостан

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • [ Таналыҡ] — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә.