Пименов Иван Тимофеевич

Пименов Иван Тимофеевич (1924 — 22 июль 1943) — 167-се гвардия еңел артиллерия полкы 5-се батареяһының туп тоҫҡаусыһы (1-се гвардия артиллерия дивизияһы, 3-сө гвардия еңел артиллерия бригадаһы), гвардия ҡыҙылармеецы, Советтар Союзы Геройы.

Пименов Иван Тимофеевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 26 декабрь 1924({{padleft:1924|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:26|2|0}})
Тыуған урыны Үрән-Ҡарлы[d], Карсун районы[d], Рәсәй
Вафат булған көнө 22 август 1943({{padleft:1943|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:22|2|0}}) (18 йәш)
Вафат булған урыны Тросна[d], Орёл өлкәһе, РСФСР, СССР
Ерләнгән урыны Троснянский район[d]
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө артиллерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Советтар Союзы Геройы II дәрәжә Ватан һуғышы ордены
Юғалтыуҙың хәрби классификацияһы яуҙа һәләк була[d]

Биографияһы үҙгәртергә

Иван Пименов 1924 йылда хәҙерге Ульяновск өлкәһе Карсун районының Үрән-Ҡарлы (Урено-Карлинское) ауылында тыуған[1].

Урыҫ. Белеме — 6 класс. Армияға саҡырылғанға тиклем Башҡорт АССР-ының Йылайыр игенселек совхозында тракторсы булып эшләй.

1942 йылда армияға Баймаҡ райвоенкоматы тарафынан Ҡыҙыл Армияға саҡырыла. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың октябренән алып һуғышта була.

Гвардия ҡыҙылармеецы Иван Пименов 1943 йылдың 8 июлендә Орел өлкәһенең Самодуровка тораҡ пункты тирәһендә айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәтә.

1943 йылдың 22 июлендә граната менән танк аҫтына ташлана[2]. Орёл өлкәһенең Тросна ауылында ерләнгән<[3][4].

Батырлығы үҙгәртергә

«1943 йылдың 10 июлендә Курск өлкәһенең Фатеж районы Молотычи тораҡ пунктs янындағы алышта ҡыйыу артиллерист, көслө утҡа тотоуға ҡарамаҫтан, тура тоҫҡау менән дүрт немец танкыһын юҡ итә. Яраланһа ла туп янында ҡала һәм атыуын дауам итә. Дошмандың танк атакаһы кире ҡағыла. 1943 йылдың 22 июлендә Орел өлкәһенең Тросна ауылы эргәһендә дошмандың контратакаһын кире ҡаҡҡанда 19 йәшлек яугир батырҙарса һәләк була».

СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 8 сентябрендәге Указына ярашлы командованиеның хәрби заданиеларын теүәл үтәгәне һәм шул уҡ ваҡытта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия ҡыҙылармеецы Пименов Иван Тимофеевич үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була.

Наградалары үҙгәртергә

Хәтер үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында «Сиҙәм» музейы биләмәһендә И. Т. Пименовҡа бюст ҡуйылған (1967). Үрән-Ҡарлы ауылында урта мәктәп бинаһында мемориаль таҡташ ҡуйылған. Баймаҡ ҡалаһында, Баймаҡ районы Урғаҙа ауылында һәм тыуған ауылында урамдар уның исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Республиканский Музей Боевой Славы — Пименов Иван Тимофеевич 2015 йыл 18 ноябрь архивланған.. Проверено 16 марта 2013. 8 апреля 2013 года.
  2. Сказание о земле Баймакской, Уфа, издательство «Слово», 1998, 150 бит.
  3. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  4. Мәғлүмәт ОБД «Мемориал» документтар электрон базаһында.
  5. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 793756, д. 37, л. 303, 304).
  6. Наградные документы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында (архив материалдары: ЦАМО, ф. 33, оп. 682526, д. 1252, л. 3, 78, 79).

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Несокрушимые. — Уфа, 1985.
  • Башкирская энциклопедия / Гл. ред. М. А. Ильгамов — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2009. — Т. 5: П-С. — 576 с. — ISBN 978-5-88185-072-2.
  • Герои Советского Союза: Краткий биографический словарь. — М.: Воениздат, 1988. — Т. 2.
  • Лицом на запад. — Уфа, 1972
  • Подвиги их — бессмертны. — Уфа: Китап, 2000.
  • Славные сыны Башкирии. — Уфа, 1965. — Кн. 1.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Пименов Иван Тимофеевич. «Герои страны» сайты.