Сөләймәнов Әһлей Фазлый улы
Сөләймәнов Әһлей Фазлый улы (12 апрель 1925 йыл — 17 ноябрь 2002 йыл) — уҡытыусы-музыкант, һәүәҫкәр скрипкасы, ҡурайсы. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).
Сөләймәнов Әһлей Фазлый улы | |
Тыуған көнө | 12 апрель 1925 |
---|---|
Тыуған урыны | Ейәнсура районы |
Вафат булған көнө | 17 ноябрь 2002 (77 йәш) |
Ерләнгән урыны | Баймаҡ районы |
Һөнәр төрө | мәктәп уҡытыусыһы, скрипкасы |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | рядовой |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәӘһлей Фазлый улы Сөләймәнов 1925 йылдың 12 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ейәнсура районы Урта Муйнаҡ ауылында тыуған[1]. Уның атаһы Фазлетдин оҫта ҡурайсы була, тәүге тапҡыр мөғжизәле ҡурай моңон бәләкәй Әһлей атаһынан ишетә. Икегә бүленгән ҙур йортта — атаһының беренсе ҡатыны дүрт балаһы менән, икенсе яғында — Әһлей әсәһе Мәрхәбә менән йәшәй. Ағалары ла ҡурайҙа уйнай, бейеү-йырға маһирҙар, кесе туғандарын иркәләтеп — яратып, ҡурайҙан тауыш сығарырға, бейергә өйрәтеп ҡарайҙар, әммә Әһлейҙе бик иртә скрипка моңо әсир итә, уның ылыҡтырғыс көсөнә ҡаршы тора алмайынса, ул хатта үҙе скрипка эшләп маташа. Ғүмерлек һөйөүе булып киткән музыкаль ҡоралды ул ауылдан-ауылға гастролдәр менән йөрөгән артистар араһынан уларҙың өйөндә ҡунып киткән Кушловский исемле кешенән ишетә.
Әһлетдин бала саҡтан музыкаға һәләтле була. Мандолинала мәктәпкә барғанға тиклем бик шәп уйнай. Әсәһе хисле, моңло балаһының теләгенә ҡаршы килмәй, скрипка һатып алып бирә. Малай, өҙлөкһөҙ тырыша торғас, ниһайәт, тәүге көйөн — «Ҡарабай» көйөн — сығара.
1938 йылда ете йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, «Алға» колхозында — хисапсы, һуғыш башланғас, тракторсы булып эшләй.
1942 йылдың декабрендә әҙерлек курсында була, ә яңы йылдың тәүге көнөндә, йәғни, 1943 йылдың 1 ғинуарында, 18 йәше лә тулмаған егет һуғышҡа ебәрелә. Дала (артабан 2-се Украин итеп үҙгәртелә) фронтында пехотсы Сөләймәнов ҡаты һуғыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың август айында Белгород-Курск йүнәлешендәге алышта ҡаты яралана. Төрлө эвакогоспиталдәрҙә дауалана, аҙаҡҡыһы — Баҡы ҡалаһындағы 2471-се һанлы госпиталь. 1-се төркөм инвалиды булып тыуған яҡтарына 1944 йылдың апрелендә ҡайта. Ауылда — ҡаты аслыҡ, кеше ағыулы башаҡ ашап, һәләк була. Әһлей бригадирлыҡ бурысын үҙ өҫтөнә ала, әммә көсөргәнешле эштән яралары асылып, башта Чкаловта (Ырымбурҙа), һуңынан — Магнитогорскиҙа дауалана.
1944 йылдың 4 октябренән алып 1953 йылдың авгусына тиклем башта — Әбйәлил районының паспорт өҫтәле начальнигы, артабан Эске эштәр органдарында хеҙмәт итә. 1946 йылда, Рязань ҡалаһындағы милиция мәктәбен тамамлағандан һуң, Өфө ҡалаһында енәйәтте тикшереү бүлегендә эшләй, һуңынан Баймаҡ районының эске эштәр органдарына үҙ теләге менән эшкә килә[1].
Ошо йылдар эсендә Әһлей Сөләймәнов скрипкаһынан айырылмай, музыкаға булған һөйөүен артабан үҙ эсендә бикләп тота алмай һәм, осраҡлы рәүештә Икенсе Этҡол мәктәбе уҡыусылары менән осрашҡандан һуң, ҡәтғи ҡарарға килә: артабанғы тормошон музыкаға арнап, мәктәпкә эшкә килергә.
Яратҡан эше — музыка
үҙгәртергә1954 йылда ситтән тороп Темәс педагогия училищеһын тамамлай, үҙаллы нота грамотаһын өйрәнә. Ҡурайҙа уйнарға ныҡлап өйрәнә башлай. Ғөмүмән, ул ниндәй музыкаль ҡоралға тотонһа, шул ҡоралда уйнарға һәләтле була (хатта бысҡы тештәренән дә көй сығара алған, тиҙәр).
1953 йылдың 1 сентябренән 1966 йылдың 15 авгусына тиклем — Икенсе Этҡол 8 йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. Ошо йылдар эсендә колхоз йәштәре үҙешмәкәр түңәрәген етәкләй, оркестр төҙөй. 1957 йылда I район халыҡ ижади фестивалендә ҡатнашҡандан һуң Әһлей Фазлый улы район кимәлендә һәләтле музыкант-етәксе булып таныла[1].
1966 йылдың 15 авгусынан алып 1979 йылдың 1 ғинуарына тиклем Иҫке Сибай урта мәктәбендә музыка уҡытыусыһы булып эшләй. Ошо йылдар эсендә бик күп эштәр башҡарыла. Мәктәптә төрлө түңәрәктәр аса: ҡурайсылар (3 төркөм), скрипкасылар (3 төркөм), ҡыллы музыка ҡоралдары оркестры (мандолина, думбыра), ҡубыҙ, гармун, хор; тынлы оркестр (һәр ҡорал менән айырым дәрестәр ҡаралған). Бынан тыш совхоз халыҡ инструменттары оркестрының, һуғыш ветерандары хорының, ҡурайсылар ансамбленең (Баймаҡ ҡалаһының 60-йыллығына арналған концертта совхоздан 24 ҡурайсы ҡатнаша), совхоз-колхоздарҙың берләштерелгән оркестрының етәксеһе була. Сибай совхозы оркестрының һәр сығышы иҫ китмәле була ине, тип хәҙер ҙә һағынып иҫләп алалар. Оркестр составында 120—150 кеше берләштерелә: иң артта 50 ҡурайсы, улар алдында 40-лап гармунсы-баянсы, ике яҡлап һыйыр мөгөҙөнән уйын ҡоралында 10 кеше уйнай, ситтәрәк өсмөйөшлө тимер тараҡты уйнатып торған тағы 10 артист тора, сәхнә уртаһында 10 мандолинасы, уларҙың ике яғынан 10 ҡумыҙсы урын алған, артабан — думбырасылар һәм батмус сиртеүселәр; уртала — йә скрипка һыҙғысы менән дирижерлыҡ иткән, йә оркестрға ҡушылып уйнаған Әһлей Фазлый улы Сөләймәнов[2].
Ул оҫта ҡуллы, бай фантазиялы, егәрле кеше булды. Оркестрҙа ҡатнашҡан мәғариф ветераны Разия Баймөхәмәтова Әһлей Фазлый улы тураһында ошолай һөйләй:
…һатып алған скрипка ҡылы тиҙ өҙөлөүсән була торғайны. Шуны Әһлей ағай үҙе яһарға өйрәнеп алды. Йәш малдың таҙартылған ас эсәген ике бүлмәле фатирында мөйөштән мөйөшкә һуҙып тарттырып киптерә, шунан нәҙек кенә итеп ҡырҡа. Тағы һуҙып тарттыра. Ике аҙна үтеүгә ҡылдар әҙер була!
Мөгөҙҙән яһалған инструменттарҙы ла үҙе яһаны. Мөгөҙҙәрҙе йыя, ҡаҙанда ҡайната, тышын ышҡып ялтырата, утта ҡыҙҙырылған сөй менән тишектәр яһай. Артабан шул тишектәргә ҡаҙ ҡауырһынынан һәм арпа һаламынан һыҙғыртҡыс ҡуя.
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре булып танылһа ла, сәнғәт мәктәбе асып, әллә нисә йөҙ уҡыусыла сәнғәткә һөйөү уятһа ла, әллә күпме конкурс-фестивалдәрҙә еңеү яулаһа ла, тормошта Әһлей ағай үтә ябай, баҫалҡы кеше булды. Бер ваҡытта ла эшләгән эштәре менән маҡтанманы[2].
Ысынлап та Ә. Ф. Сөләймәнов әҙерләгән һәм етәкләгән ансамблдәр республика һәм район кимәлендә үткәрелгән сараларҙа һәр ваҡыт призлы урындар яулай.
Мәктәптә айырым бүлмә бирәләр, музыка ҡоралдары (скрипкалар, тынлы ҡоралдар, ҡубыҙ, ҡурай һәм башҡалар) алдырыла. Һәр уҡыусы тиерлек берәй түңәрәктә шөғөлләнеүен күргән совхоз етәкселеге (ул ваҡытта совхоз директоры Селезнев П. Н.) сәнғәт мәктәбен асыуҙы хәстәрләй башлай. Әһлей Фазлый улы 1969 йылдан Баймаҡ сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы булып та эшләй. 1971 йылда (Өфө ҡалаһындағы В. И. Лениндың 100-йыллығына арналған концертта Ә. Сөләймәновтың тәрбиәләнеүселәренең уңышлы сығышынан һуң) Иҫке Сибайҙа Баймаҡ сәнғәт мәктәбенең филиалы асыла, уның етәксеһе итеп Әһлей Фазлый улы тәғәйенләнә (1971-1974). Тиҙҙән музыка мәктәбе филиалына өс бүлмәле фатир бирәләр. Артабан вазифаһын йәш көстәргә тапшырып, Әһлей Фазлый улы ең һыҙғанып яратҡан эшен дауам итә, 1975 йылда үҙаллы булып асыласаҡ сәнғәт мәктәбенә балаларҙы әҙерләй. Ун кеше эшләрлек эште бер үҙе башҡара. Үҙе бейеү ҡуя, хор менән дә етәкселек итә (район сәхнәһендә 100 уҡыусынан торған хор «Азамат» башҡорт халыҡ йырын башҡара), бик күп башҡа төрлө түңәрәктәр алып бара. Әһлей Фазлый улы үҙе әйткәненсә, «Баймаҡ сәнғәт филиалы түңәрәктәр нигеҙендә асылды. Ә хәҙер ул үҙе лә сәнғәт мәктәбе булып китте»[3].
Өфөләге смотрҙа сәхнәгә 53 скрипкасы, һуңынан 30 ҡурайсы алып сығырға баҙнат иткән уҡытыусы жюри ағзаларын бик ғәжәпләндерә, әммә һөҙөмтәһе һөйөнөслө була — 1-се урынды яулап ҡайталар (совхоз директоры Әһлей Фазлый улының ай-вайына ҡарамай балаларҙы самолетта ғына йөрөтә). Уникаль ансамблде телевидение аша күрһәтәләр. Әһлей Фазлый улы беренселәрҙән булып ҡыҙҙарҙы ла ҡурайҙа уйнарға өйрәтә башлай. Ғөмүмән, ул һәр бала һәләтле тип һанай, уларға ҡарата бик йомшаҡ, йылы ҡарашта була, уларҙы үҙенә ылыҡтыра белә. Мәктәпкә барғанға тиклем баланы өйрәтә башларға кәрәк тип һанаған педагог 20 йыл дауамында ауыл балалар баҡсаһында музыка дәрестәрен алып бара (йыш ҡына түләүһеҙ)[3].
Сәнғәт мәктәбенә, Иҫке Сибай урта мәктәбе түңәрәктәренә биргән утыҙ йыл тирәһе дәүерҙә 600-ҙән артыҡ уҡыусы унан һабаҡ ала, халыҡ ижадына, ғөмүмән, музыкаға ылыға. Һәр кемеһе музыкант булып китмәһә лә, ғүмер буйы уҡытыусыһына ҡарата күңелендә рәхмәт тойғоһон һаҡлай, йыр-моңға үҙен яҡын итеп тоя. Әһлей Фазлый улы Баймаҡ районында ҡурай сәнғәтен үҫтереүгә, уны таратыуға бар көсөн һалды. Уның уҡыусылары араһында билдәле ҡурайсылар, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, музыка уҡытыусылары күп: билдәле йырсы, ҡурайсы, артист Сәғиҙулла Байегетов, төрлө республика, төбәк-ара бәйгеләре еңеүсеһе Риф Ҡәйепҡолов, Сибай педагогия колледжының музыка уҡытыусыһы Хәлим Ситдиҡов, Сибай институтының музыка факультетын тамамлаған Гүзәл Мусина, музыка менән тормошон бәйләгән Гөлдәр Ибраһимова, Мөслимә Айсыуаҡова, Розалия Илтинина, Нуриәхмәт Байтурин, Фәнил Шәрипов, Сибай филармонияһы бейеүсеһе Резеда Ерьесова, Лена Ғүмәрова һәм башҡалар[3].
1979 йылдың 1 ғинуарынан алып тулыһынса Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбенә ҡурай класы уҡытыусыһы булып күсә (быға тиклем бер үк ваҡытта урта мәктәптә эшләй) һәм 1997 йылдың 1 ноябренә тиклем үҙе нигеҙ һалған мәктәптә эшләй.
Уҡытыусы-музыкант Әһлей Сөләймәнов Иҫке Сибай ауылында, районда ҙур ихтирамға лайыҡ булып йәшәне. 70-йәшлек, 75-йәшлек юбилейҙары ауыл клубында бик ҙурлап үткәрелде. Район етәкселәре, мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре, коллегалары, уҡыусылары, ауыл халҡы уны ихлас ҡотлап, йылы һүҙҙәрен еткерергә өлгөрҙөләр.
Иҫке Сибай ауыл Советы ҡарарына ярашлы үҫеп килеүсе быуынды эстетик яҡтан тәрбиәләүҙәге һәм уҡытыуҙағы ҡаҙаныштары, шулай уҡ Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбен асыуҙа һәм уның үҫешендәге әүҙем эшмәкәрлеге өсөн 2001 йылда Иҫке Сибай сәнғәт мәктәбенә — үҙе иҫән саҡта — Әһлей Сөләймәнов исеме бирелде.
2002 йылдың 17 ноябрендә вафат булды, Иҫке Сибай зыяратында ерләнде.
Башҡорт скрипкаһының яҙмышы
үҙгәртергәПрофессиональ музыканттар скрипканы оркестрҙың батшабикәһе тип атай. Үҙешмәкәр халыҡ инструменттары ансамлдәрендә лә скрипкасының урыны һәр ваҡыт маҡтаулы. Талантлы скрипкасылар ғәҙәттә халыҡ көйҙәрен дә, композиторҙар әҫәрҙәрен дә берҙәй уҡ оҫталыҡ һәм әйтеп аңлатмаҫлыҡ моң-һағыш менән башҡаралар. Скрипка яһаусы оҫталарҙың исемдәре XVI быуаттан алып тарихҡа ингән (Н. Амати, А. Гварнери, А. Страдивари). Фәҡәт ошо ҡорал өсөн генә күп әҫәрҙәр ижад ителгән (А. Вивальди, И. Бах, В. Моцарт, И. Брамс, Л. Бетховен, П. Чайковский, А. Глазунов, С. Прокофьев, Д. Шостакович, А. Хачатурян, Т. Хренников). Башҡорт композиторҙарынан Х. Әхмәтов, З. Исмәғилев, Р. Мортазин, Х. Заимов, Н. Сабитов, Р. Сәлмәнов, А. Ғабдрахманов, Р. Ғәзизов, Рим Xәсәнов скрипка өсөн әҫәрҙәр ижад иткән[4].
Башҡорттар араһында скрипканың таралыу тарихы — айырым тема. Башҡортостанда скрипка XIX быуат аҙаҡтарында бик популяр инструменттар араһында булған. Уның бик боронғо ҡыл ҡумыҙынан килеп сығыуы тураһында фараздар бар. Тарих төпкөлөнән килеүенең тағы ла бер дәлиле бар: башҡорт халыҡ әкиәтендә «ағаһы ҡыл эшләп, скрипкаһын уйнатып ебәрһә, яңы ҡыл үҙәккә үтерлек итеп моңло йырлай», тиелә. А. Таһиров та, Ш. Бабич та («Скрипка» шиғыры) скрипкаға дан йырлағаны билдәле. Башҡорттар араһында скрипка яһаусылар булған (Искәндәр Кәлимуллин, Йәрми Сәйет, Мәжит Буранғолов, Батырша Көсөкөв һәм башҡалар). Һуғыштан һуңғы йылдарҙа халыҡта скрипка сәнғәте һүрелеү осорон кисерә. Һәүәҫкәр скрипкасыларҙы бармаҡ менән һанарлыҡ осор етә.
Тел һәм әҙәбиәт белгесе Рәшит Шәкүрҙең «Скрипка» исемле мәҡәләһенән:
Әүәлге традициялар ерлегендә үҫеп сыҡҡан скрипкасы халыҡ музыканттары араһынан Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының фольклор ансамбле етәксеһе, һуғыш һәм хеҙмәт ветераны Әһлей Сөләймәновтың скрипка тауышы тиҫтәләрсә йылдар буйы был коллективтың ижадында мөһим урын тотоп килде. Әһлей ағай — үҙешмәкәрлек оҫталары араһында, һис шикһеҙ, күркәм шәхестәрҙең береһе[4].
Был йәһәттән, Абрар Арғынбаев (Сибай ҡалаһы), Әсмә Садиҡова, Сания Абдуллина (Салауат районы) исемдәрен билдәләп үтергә кәрәк. Ә. Ф. Сөләймәнов үҙенең тыуған Ейәнсура яҡтарында скрипкала уйнаусылар (Нәүерйән (Ғәббәс ауылы), Зәбихулла Ишкинин (Түбәнге Муйнаҡ ауылы), Хөббөтдин Сөләймәнов, Әнәс Ҡарабулатов, уҡытыусылар Ишбулды Арыҫланов һәм Таһир Ҡарабулатов (Урта Муйнаҡ) булыуы, скрипка яһаусы Фәтхулла ҡарт тураһында хәтирәләрендә яҙып ҡалдырған.
Хәҙерге ваҡытта һәүәҫкәр скрипкасылар эстафетаһын дауам итеүселәр юҡ, скрипканың киләсәге — профессионалдар ҡулында (Ә. Ҡәйүмов, И. Мөслимов, А. Сәйфуллина). 1986 йылда уҡ үҙенең мәҡәләһендә күренекле халыҡ гармунсыһы Әхәт Азаматов гүзәл музыка ҡоралы тураһында: «Скрипканың яҙмышы һағайта», тип яҙған[4].
1997 йылдың ғинуар айында Баймаҡ ҡалаһында Урал аръяғы балалар музыка мәктәптәре һәм сәнғәт мәктәптәре уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу курсы үткәрелә. Лекциялар уҡыу өсөн күренекле композиторҙар А. Р. Ғайсин, Р. Сәлмәнов һәм М. Әхмәтов саҡырылалар[5]. Семинар сиктәрендә практик занятиелар, шулай уҡ Х. Әхмәтовтың Хәтер кисәһе үткәрелә. Әһлей Сөләймәнов кисәлә скрипкала «Һиңә тартыла күңел» көйөн уйнай. Һәүәҫкәр скрипкасыларҙың көйҙө урынына еткереп, һәр боролошон уратып уйнай алыуын, ниндәй булһа ла көйҙө абсолют ишетеү һәләтенән сығып уйнауына хайран ҡалған Морат Әхмәтов 72-йәшлек Әһлей Сөләймәновҡа хатта студенттар менән дәрестәр үткәреү өсөн Өфөгә килергә тәҡдим яһай.
Ғаиләһе
үҙгәртергәҠатыны Таңһылыу Хәбибулла ҡыҙы Зөбәйерова менән бик татыу ғаилә ҡороп, дүрт бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр. Таңһылыу Хәбибулла ҡыҙы үҙе лә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙешмәкәр сәнғәт смортҙарында Әһлей Фазлый улының скрипкаһы оҙатыуында бик оҫта йырланы. Ғаилә менән күп тапҡыр смотрҙарҙа сығыш яһанылар. Улдары Фәһим — ҡурайҙа, Булат — кларнетта, гитарала уйнай. Фәриҙә ҡыҙы — бейеүгә, рәсем төшөрөүгә, шиғыр яҙыуға һәләтле булды. Фәрит улы — Баймаҡ мәҙәниәт бүлеге мөдире, Сибайҙағы «Сулпан» театры директоры, Стәрлетамаҡ театрында директор урынбаҫары булып эшләне, йырлай, республика, район концерттарында ҡатнашты. Ейәне Зиннур Сөләймәнов та сәнғәт юлын һайланы — Стәрлетамаҡ театрында режиссёр булып эшләй. Әһлей Фазлый улының Айым бүләсәре Өфө дәүләт сәнғәт институтында уҡый, флейтала уйнай, Нурия бүләсәре — скрипка класында уҡый.
-
18-йәшлек Әһлей Сөләймәнов. 1943 йыл.
-
Әһлей Фазлый улы уҡыусылары менән Өфөгә смотрға китер алдынан. 1971 йыл.
-
Әһлей Фазлый улы үҙенең ҡурай класы менән. 1970-се йылдар.
-
Әһлей Фазлый улы хор менән шөғөлләнә. 1971 йыл.
-
Ғаилә архивынан. Район гәзитендә Сөләймәновтар ғаиләһенең сығышы тураһында. 1982 йыл.
-
Әһлей Сөләймәнов исемендәге сәнғәт мәктәбендә Хәтер кисәһе. Бүләсәре Нурия скрипкала уйнай. 2013 йыл.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985).
- 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (Ж 552053-сө һанлы)
- «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (Ж 812616-сы һанлы)
- «Сиҙәм ерҙәрен үҙләштереү өсөн» миҙалы (А 821362-се һанлы)
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы (9 февраль 1946 йыл)
- Жуков миҙалы (А 0836284-се һанлы)
- Юбилей миҙалдары
- «Фронтовик 1941—1945» билдәһе (9 май 2000 йыл)
- Бөйөк Октябрь социалистик революцияһының 70-йыллығына арналған II Бөтә Союз халыҡ ижады фестивале лауреаты миҙалы (Мәскәү, 1987)
- Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡы Еңеүенең 40-йыллығына арналған Бөтә Союз үҙешмәкәр сәнғәт ижады смотры лауреаты миҙалы (10 май 1985 йыл)
- «1973 йылғы социалистик ярышы еңеүсеһе» билдәһе (24 декабрь 1973)
- Төрлө конкурстарҙа, фестивалдәрҙә, смотрҙарҙа юғары ҡаҙаныштары өсөн 100-ҙән ашыу республика, район, совхоз, мәктәп тарафынан бирелгән Маҡтау грамоталары.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 1,2 Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл.
- ↑ 2,0 2,1 Р. Баймөхәмәтова. Нур сәсте ул халҡына. «Атайсал» гәзите, 23 ноябрь 2010 йыл, 93-сө һан.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 А. Ишемғужина. Йәшәү йәме хеҙмәттә һәм тейешле хөрмәттә. «Һаҡмар» гәзите, 20 сентябрь 2001 йыл, 133-сө һан
- ↑ 4,0 4,1 4,2 Рәшит Шәкүр. Скрипка. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, 1995 йыл, 8-се һан.
- ↑ А. Ишбулатова. Есть чему поучиться и педагогам… «Октябрьское знамя», 25 января 1997 года.№ 9.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
- Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл.
- Р. Баймөхәмәтова. Нур сәсте ул халҡына. «Атайсал» гәзите, 23 ноябрь 2010 йыл, 93-сө һан.
- Х. Утяев. О людях заслуженных и талантливых. «Октябрьское знамя», 22 декабря 1990 года, № 153
- Г. Иҙрисова. Исеме баһаға лайыҡ. «Атайсал» гәзите, 23 октябрь 2001 йыл, 79-сы һан
- А. Ишемғужина. Йәшәү йәме хеҙмәттә һәм тейешле хөрмәттә. «Һаҡмар» гәзите, 20 сентябрь 2001 йыл, 133-сө һан
- Б. Байымов. Йырға тиң ғүмер (конкурсҡа), Совет Башҡортостаны гәзите, 12 апрель 1990 йыл 85-се һан
- Б. Баимов. Жизнь как песня. Очерк. «Октябрьское знамя», 1987 г., 2-7 номера.
- А. Ишбулатова. Есть чему поучиться и педагогам… «Октябрьское знамя», 25 января 1997 года.№ 9.
- Рәшит Шәкүр. Скрипка. «Башҡортостан ҡыҙы» журналы, 1995 йыл, 8-се һан.