Байым ишан Динебәков (1733—1816) — дин әһеле, мәғрифәтсе.

Байым ишан
Зат ир-ат
Тыуған көнө 1733
Тыуған урыны Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Верхнеурал өйәҙе, Рәсәй империяһы
Байым, Ниғәмәт ауыл советы, Баймаҡ районы, СССР
Вафат булған көнө 1816
Һөнәр төрө дин әһеле, мәғрифәтсе

Биографияһы үҙгәртергә

Байым ишан Динебәков (ысын исеме Байым Тәнибәков[1]) яҡынса 1733 йылда Нуғай даруғаһының Бөрйән улусы, 1816 йылдан Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе Бөрйән улусы Муллабайым[1] (хәҙерге Баймаҡ районының Байым (Атйетәр) ауылында тыуған. Ауылдың исеме 1795 йылдан алып Байым ишан хөрмәтенә үҙе тере саҡта уҡ үҙгәртелә[2].

Байым ишан Динебәков тыуған яғында ғына түгел, ә бөтөн башҡорт илендә танылған, суфыйсылыҡ юлынан барыусы шәхес булған. Башҡортостандың ул саҡтағы киң билдәле мәҙрәсәләрендә белем алып, артабан Бохара ҡалаһындағы мәҙрәсәһен тамамлаған, халыҡ араһында мосолман динендә иң юғары ишан дәрәжәһен алыуға өлгәшә.

Тыуған яҡтарына ҡайтып, XIX быуат башынан Муллабайым ауылында указлы мулла, бер үк ваҡытта үҙе асҡан мәҙрәсәлә мөҙәрис була. Байым ишан Баймаҡ яҡтарында беренсе булып яңыса уҡыу ысулдарын, йәғни йәдитселекте индереүсе. Ул шәкерттәренә, дини дәрестәр менән бергә, арифметика, география, астрономия фәндәрен дә өйрәтә.

Даны киң таралған ишанды һуңыраҡ Ырымбур губернаторының дин эштәре буйынса ярҙамсыһы, йәғни губерна муллаһы итеп тәғәйенләйҙәр. Ҡайһы бер документаль материалдарға ҡарағанда 1798 йылдан алып 1816 йылға тиклем Ырымбур губернаторының ислам дине буйынса ярҙамсыһы һәм көньяҡ башҡорттары араһында вәкәләтле кешеһе була[3]. Был турала 1816 йылғы халыҡ иҫәбен алыу документтарында (ревизская сказка) ошондай мәғлүмәт бар: «Оренбургской губернии Верхнеуральского уезда 5-го башкирского кантона 1 отделения Бурзянской волости команды старшины Валита Якшимбетова дер. Баимова о башкирах мужского и женского пола» в ревизской сказке под номером 1 значится Баим Динебеков — отставной губернский мулла и члены его семьи"[2].

Байым ишандың дин әһеле генә түгел, әүлиә, күрәҙәсе, табип та булыуы билдәле[4].

Байым ишан йәшәгән йылдар ҡатмарлы дәүергә (1739—1740 йылдарҙа — Ҡараһаҡал, 1755—1756 йылдарҙа — Сурағол, Батырша, Сураш, Әмин батырҙар, 1773—1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышы тура килә һәм ул, курсалаусы, яҡлаусы һәм тынғыһыҙ зыялы булараҡ, үҙ заманаһының сәйәсәтен, донъя хәлдәрен халыҡҡа дөрөҫ итеп аңлата белгән[4].

Хәтер үҙгәртергә

Ауылдаштары Байым ишан менән бәйле урындарҙы тәртиптә тота, уның хөрмәтенә саралар үткәреп тора. Байым ишан ойошторған йыйындар урыны («Байым талы»), уның ҡәбере изге урын булып һанала, хәҙерге ваҡытта халыҡ ишан ерләнгән зыяратты Әүлиәләр зыяраты тип йөрөтә. Ишан ҡәбере һәйбәт ҡаралған. Байымдың бишенсе быуын ейәне Рәсих Әхмәтғәзи улы Байымов үҙенең улдары ярҙамында уны таш менән уратып алған. Шуныһы ғәжәп, ҡәбер эргәһендә ике ҡолас йыуанлығында бейек аҡ ҡайын үҫә[4].

«Беҙ — байымдар» исемле китапта (авторы тарихсы, журналист А. Ә. Тажитдинов) Байым ишан хаҡында киң мәғлүмәт бирелгән.

2012 йылдың февралендә Сибай ҡалаһының Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында Байым ишандың нәҫелдәренең «Ырыу көсө ‐ тамыр көсө» исемле шәжәрә байрамы үтте. Унда республиканан, Сибай ҡалаһынан, Баймаҡ районынан саҡырылған хөрмәтле ҡунаҡтар һәм Байым ишандың ырыу-ара тоҡомдарының вәкилдәре ҡатнашты. Сибай педагогия колледжы коллективы башланғысы менән ҡаланың драма театры бинаһында үткәрелгән был сараға Байым ишандың нәҫел сылбырын дауам итеүселәр — Байымовтар, Вәлиевтар, Тажетдиновтар, Ғәлиндар саҡырылды[3].

Байым ишандың нәҫеленән бик күп юғары белемле муллалар, ахундар сыҡҡан. Мәҫәлән, уның ейәне Заһретдин Мөхәммәтғәли улы Байымов (1841—1912) «Рәсүлиә» мәҙрәсәһен тамамлап, хәлфәлек дәрәжәһен ала. Байым ишандың нәҫелен дауам итеүсе ғаиләләр күпселеген мәғрифәт, фән, сәйәсәт, сәнғәт өлкәһендә эшләйҙәр, республикала киң билдәле, арҙаҡлы шәхестәр Мөхтәр Байымов, Берйән Байымов, Мазһар Иҫәнбаев, Шакирйән Ғәлин һәм башҡалар Байым ишан исеменә барып тоташа[3].

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. 1,0 1,1 БАЙЫМ ИШАН // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  2. 2,0 2,1 [1]
  3. 3,0 3,1 3,2 [2]
  4. 4,0 4,1 4,2 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары

Һылтанмалар үҙгәртергә

Видеояҙмалар үҙгәртергә

  1. [3] Ырыу көсө ‐ тамыр көсө