Мусин Зөбәйер Харис улы

Мусин Зөбәйер Харис улы (20 октябрь 1953) — Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (2006), Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш реабилитологы.

Биографияһы

үҙгәртергә

Зөбәйер Харис улы Мусин 1953 йылдың 20 октябрендә Баймаҡ районы Ниғәмәт ауылында тыуған. тыуан ауылында урта белем ала, артабан Башҡорт дәүләт медицина институтының дауалау бүлегенә уҡырға инә (1971—1977). 1977 йылда, институтты дауалаусы табип һөнәре буйынса тамамлағандан һуң, Сибай туберкулез диспансеры мөдире булып эшләй башлай. 1985—1988 йылдарҙа Ленинград педиатрия медицина институтының спорт медицинаһы һәм реабилитацияһы кафедраһына аспирантурала уҡый[1]. 1989 йылда Мәскәүҙә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай (Темаһы «Изменение функционального состояния юных пловцов с разным соматотипом и уровнем биологического созревания») һәм ошо уҡ йылда Башҡорт медицина институтында уҡыта башлай. 1997 йылда БДМУ-ның физик тәрбиәләү, дауалау физкультураһы һәм табип контроле кафедраһына мөдир итеп тәғәйенләнә[1]. 2007 йылда физик тәрбиә кафедраһы буйынса доцент дәрәжәһенә лайыҡ була[2].

Физик тәрбиәләү, дауалау физкультураһы һәм табип контроле хеҙмәте Республика Балалар клиника хәстәханаһында физиотерапия бүлегендә 1972 йылдан эшләй башлай. Дауалау физкультураһы һәм спорт буйынса табиптар араһында тәүгеләрҙән З. Х. Мусин була. 1999 йылдан медицина реабилитацияһы бүлеге үҙаллы структура подразделениеһы булып эшләй башлай. Хеҙмәтте проектлауҙа һәм асыуҙа бүлектең беренсе мөдире, мануаль терапевт Мусин Зөбәйер Харис улы бик әүҙем ҡатнаша һәм 2013 йылға тиклем БДМУ-ның физик тәрбиәләү, дауалау физкультураһы һәм табип контроле кафедраһын етәкләй[3].

Юғары категориялы табип.

1992, 1994, 1996, 1998, 2002, 2007, 2008, 2011, 2012, 2013 йылдарҙа квалификацияһын күтәреү йәки һөнәрен камиллаштырыу буйынса курстар үтә (Санкт- Петербург педиатрия мединститутында, Ростов дәүләт медицина университетында, БДМУ-ла һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ла), «Дауалау физкультураһы һәм спорт медицинаһы» һөнәре буйынса сертификатҡа эйә (14.06.2013)[2].

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни ҡыҙыҡһыныу өлкәләре: спорт медицинаһы, спорт иммунологияһы;

124 фәнни, уҡыу-уҡытыу методик эштәре авторы;

2 уйлап табыу патенты бар: «Эшкә һәләтлелекте күтәреү ысулы» («Средство для повышения спортивной работоспособности») (2330669-сы һанлы патент), «Спортсыларҙың эшкә һәләтлелегенә дарыуҙар тәьҫиренең баһалау ысулы» («Способ оценки действия лекарственных средств на работоспособность спортсменов») (2336806-сы һанлы патент); студенттар өсөн 5 уҡыу ҡулланмаһы авторҙашы[2].

Ижтимағи эшмәкәрлеге: «Спорт медицинаһы һәм ДФК», «Физиотерапия», «Курортология һәм аяҡҡа баҫтырыу медицинаһы» һөнәрҙәре буйынса Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының аттестация һәм сертификация комиссиялары ағзаһы[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Башҡортостандың атҡаҙанған табибы (4 апрель 2006, Башҡортостан Республикаһы Президентының УП −120-се һанлы Указы); БДМУ-ның, Башҡортостан Республикаһы мәғариф министрлығының, Рәсәй федерацияһы һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәре профсоюзының, Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Маҡтау грамоталары (1997, 2000, 2004, 2005, 2007, 2015)[2].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
  2. 2,0 2,1 2,2 2,3 2,4 Мусин Зубаир Харисович 2019 йыл 2 апрель архивланған.
  3. https://www.ufardkb.ru/reabilitaciya/ 2020 йыл 4 июль архивланған. Отделение медицинской реабилитации № 1

Сығанаҡтар

үҙгәртергә