Хәйбуллин Әбүталип Сәфәрғәле улы
Викидатала элемент тултырылмаған |
Хәйбуллин Әбүталип Сәфәрғәле улы (1898—1942) — яҙыусы, дәүләт эшмәкәре[1]. Сәйәси золом ҡорбаны.
Биографияһы
үҙгәртергәӘбүталип Сәфәрғәле улы Хәйбуллин 1898 йылда Ырымбур губернаһы Орск өйәҙенең[1] (хәҙерге Баймаҡ районының) Туҡтағол ауылында тыуған. Хәлил, Темәс ауылдарындағы мәктәптәрҙә белем ала. Башҡорт фольклоры менән йәш сағынан ҡыҙыҡһына, эҙләнә, өйрәнә, фольклор материалдарын йыя. Ҡурайсы булып таныла, бейергә лә оҫта була.
Хәйбуллин Әбүталип Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша. Һуғышта Ш. Ғәбдиев менән бергә була. Ауыр ваҡыттарҙа бер-береһенә таяныс булып, империалистик һуғыштың бөтә ауырлығын үткәрәләр. Мосолман һалдаттары араһында һуғышҡа ҡаршы агитация алып баралар[1].
Һуғыштан һуң Хәйбуллин Граждандар һуғышында, ҡыҙылдар яғында, һуғыша. Яңы тормошто төҙөүҙә, емерелгән сәнәғәт предприятиеларын тергеҙеүҙә әүҙем ҡатнаша[2].
1924 йылда Түбә руднигында рудник комитеты рәйесе була, һуңынан уны Өфөгә, профсоюздарҙың өлкә комитетына, эшкә саҡыралар.
Баш ҡалала эшләгән осорҙа ул әҙәби эшмәкәрлек менән мауығып китә, әҫәрҙәрен журнал-гәзиттәрҙә баҫтыра.
1935 йылда «Сурағол» исемле повесть яҙа, әҫәрҙе күренекле дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы Афзал Таһировҡа бағышлай. Илдә репресиялар башланғас, Хәйбуллин да эҙәрлекләүҙәргә дусар була. «Сурағол» повесының икенсе китабы баҫылып өлгөрмәй ҡала, ҡулъяҙмаһы эҙһеҙ юғала[2].
1942 йылда ғәйепһеҙгә репрессияланып атыла. 1962 йылда аҡлана[1].
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.
- Оҙаҡҡа һуҙылған ғазап(недоступная ссылка)26.07. 2014