Йәнекәев Булат Һиҙиәт улы

тома һуҡыр йырсы, музыкант

Йәнекәев Булат Һиҙиәт улы (21 ғинуар 1942 йыл) — тома һуҡыр музыкант, йырсы һәм композитор. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).

Йәнекәев Булат Һиҙиәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 21 ғинуар 1942({{padleft:1942|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:21|2|0}})[1] (82 йәш)
Тыуған урыны 1-се Моҡас ауылы, Моҡас ауыл Советы, Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР[1]
Һөнәр төрө йырсы

Биографияһы

үҙгәртергә

Булат Һиҙиәт улы Йәнекәев 1942 йылдың 21 ғинуарында БАССР-ҙың Баймаҡ районы 1-се Моҡас ауылында тыуған. Дүрт-биш йәш тирәһендә бәхетһеҙлеккә тарып, ике күҙенә тома һуҡыр булып ҡала[2]. Бик бәләкәй сағынан музыкаль һәләттәре асыла, гармунда, скрипкала, мандолинал, ҡурайҙа уйнарға өйрәнә[2]. Белорет районының Үрге Әүжән ауылындағы махсус интернат-мәктәптә уҡый. 1957 йылда Мәскәүҙә Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестивалендә ҡатнаша.

1959 йылдан алып Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Белорет уҡыу-производство предприятиеһында эшләй, 1964 йылдан «Металлург» мәҙәниәт һарайының башҡорт халыҡ театрының музыкаль биҙәүсеһе. 1979 йылда Бәләбәйгә күсерелә, 1979—2003 йылдарҙа Һуҡырҙар йәмғиәтенең Бәләбәй уҡыу-производство предприятиеһында эшләй. Ҡурайсылар һәм башҡорт фольклор ансамблдәре ойоштора, бер үк ваҡытта 1992 йылдан Бәләбәй ҡалаһының 1-се балалар сәнғәт мәктәбендә, 2003—2009 йылдарҙа башҡорт гимназияһында музыканан уҡыта[3]. Булат Һиҙиәт улы етәкселегендәге башҡорт фольклор ансамбле I һәм III Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалдеренең лауреаты була.

Йәнекәев Булат халыҡ традицияларына таянып, йырлауҙы ҡурай һәм баянда уйнау менән тәбиғи берләштерә. Репертуарында башҡор халыҡ йырҙары: «Кәкүк», «Сибай», «Һыр», «Урал», «Әллүки»; М.Ғ.Имашев, З.Ғ.Исмәғилев, М.Ә.Мозафаров, Р. М.Хәсәнов, Х. Ф.Әхмәтов һәм башҡалар әҫәрҙәре. «Мостай маршы» инструменталь пьесаһы (2004) һәм башҡорт, татар шағирҙары һәм үҙ һүҙҙәренә яҙылған 300-ҙән ашыу йыр, шул иҫәптән Р.Хәкимйәндең «Красноусол вальсы», үҙ һүҙҙәренә «Бәләбәй уттары», «Тыуған ауылым», «Һағындым» йырҙары авторы[3].

Йәнекәев Булат Һиҙиәт улының исеме республикала бик тиҙ таныла, йыр-моң һөйөүселәрҙең ихтирамын һәм һөйөүен яулай, уның йырҙары радио һәм телевидение тапшырыуҙарында йыш яңғырай[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1993).
  • Бөтә Рәсәй һуҡырҙар үҙешмәкәр сәнғәте смотры лауреаты (1970),
  • Бөтә Союз хеҙмәтсәндәр үҙешмәкәр художестволы ижады фестивале лауреаты (1977; икеһе лә — Мәскәү),
  • Бөтә Рәсәй Һуҡырҙар йәмғиәтенең Башҡҡортостан идаралығы республика үҙешмәкәр сәнғәт смотрҙары (Өфө, 1974, 1989; Бәләбәй, 1987),
  • «Башҡорт халыҡ йыры — 91» республика конкурсы лауреаты (1991),
  • «Еңеү яҙы» һәүәҫкәрҙәр ижады фестивале (Өфө, 1995),
  • Халыҡ-ара ҡурайсылар һәм йырсылар конкурсы (Ҡазан, 1998) лауреаты[3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Башкирская энциклопедия (урыҫ)Башкирская энциклопедия, 2005. — 4344 с.
  2. 2,0 2,1 2,2 Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 66 бит.
  3. 3,0 3,1 3,2 http:///index.php/component/content/article/8-statya/6173-j-nek-ev-bulat-i-i-t-uly |ЙӘНЕКӘЕВ Булат Һиҙиәт улы

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 66 бит.

Һылтанмалар

үҙгәртергә