Мәүлитов Вилүр Шәкирйән улы

уҡытыусы, һәүәҫкәр композитор

Мәүлитов Вилүр Шәкирйән улы (17 март 1951 йыл) — педагог, һәүәҫкәр композитор. Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы лауреаты (2000). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре.

Мәүлитов Вилүр Шәкирйән улы
Тыуған көнө 17 март 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1] (73 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Вилүр Шәкирйән улы Мәүлитов 1951 йылдың 17 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Күгиҙел ауылында Фәүзиә һәм Шәкирйән Мәүлитовтар ғаиләһендә беренсе бала булып тыуа[2]. Башта тыуған ауылында уҡый, артабан — Темәс урта мәктәбендә. Совет Армияһына хеҙмәткә алынғанға тиклем «Ирәндек» совхозында токарь булып эшләй. 1969—1972 йылдарҙа Балтика флотында хеҙмәт итә. Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлағандан һуң Ишeмбай ҡалаһының 2-се интернат-мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡыта. 1980 йылда тыуған яҡтарына ҡайта, райондың төрлө мәктәптәрендә эшләй[3]. Һуңғы йылдарҙа Билал ауылында төпләнеп, урындағы мәктәптә уҡытыусы булып эшләй, бер үк ваҡытта Баймаҡ балалар ижады үҙәгендә — фольклор түңәрәге етәксеһе[4].

Оҫта баянсы булараҡ, хеҙмәт иткән саҡта ла, студент йылдарында ла, ҡайҙа эшләһә лә — баяндан, ҡурайҙан, ғөмүмән, йыр-моңдан айырылмай. 1993 йылда үҙенең беренсе йырын яҙа — М. Юлмөхәмәтов һүҙҙәренә «Сәскә менән Күбәләк». Ошо йырҙы башҡарып, уның өлкән ҡыҙы Айгөл Баймаҡта үткән «Уйна, гармун» район конкурсында тамаша һөйөүе призына лайыҡ була, ә 1994 йылда — 1-се урынды ала[3].

Вилүр Мәүлитов — 100-ҙән ашыу йыр авторы, улар район һәм республика сәхнәләренән, радио һәм телевизорҙан йыш яңғырай. Йыр уҡытыусыһы һәм фольклор түңәрәге етәксеһе булараҡ, ул балалар өсөн дә йырҙар ижад итә.

  • «Китап» (М. Сиражи һүҙ.)
  • «Өсмөйөшлө хаттар» (Г. Дәүләтшина һүҙ.)
  • «Онотмайыҡ» (М. Рәмов һүҙ.)
  • «Ҡайтманығыҙ тыуған илдәргә»(Н.Нәжми һүҙ.)
  • «Мәңгелек ут» (Ә. Моратов һүҙ.)
  • «Онотмаһын мине тыуған ил» (М.Харис һүҙ.)
  • «Һыбайлылар»
  • «Һағыныу», «Ҡурай» (Й. Ильясова һүҙ.)
  • «Ике тирәк», «Ауылым», «Бәхет», «Олоғайған һайын», «Егеттәр» (Ф. Сербаев һүҙ.)
  • «Әминем», «Гармун моңо» (И. Ғүмәров) һәм башҡалар[4].
  • «Күңелкәйем һине уйлайҙыр» (А. Игебаев һүҙ.)
  • «Йөрәк менән йөрәк һөйләшә» (А. Игебаев һүҙ.)
  • «Кил һин, иркәм» (М. Хисамова һүҙ.)
  • «Ауылымда киске уйындар» (Р. Сурағол һүҙ.) һәм башҡалар[2].

«Сулпылар» телетапшырыуында В. Мәүлитовтың йырҙары йыш ҡына башҡарыла. Шулай уҡ балалар баҡсаһында композиторҙың ижад емештәре менән бәләкәстәрҙе таныштыралар. Билдәле йырсылар Р. Харрасов, Ф.Сербаев, А.Салауатов, Ю.Һағынбаев, Б. Азаматова, М.Ҡотоев, И.Абдуллин, Ф.Йосопов, Рәмил һәм Радмир Туйсиндар, Фәнүр һәм Фәттәх Аралбаевтар В.Мәүлитовтың йырҙарын үҙ репертуарҙарына алған[4].

2001 йылда уның тәүге йырҙар йыйынтығы нәшер ителә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге премияһы (2000)[3].
  • Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған дөйөм белем биреү хеҙмәткәре[4].
  • «Ин якшы атай» республика конкурсы еңеүсеһе (2004)[3].
  • «Башҡортостан ынйылары» республика конкурсы — «Күгиҙел» фольклор берләшмәһе коллективы (етәксеһе Мәүлитов В. Ш.) — 3 урын, 2014 йыл[5]
  • Мәғариф министрлығының Маҡтау хаты[5].
  • РФ мәғарифының почетлы хеҙмәткәре (2005).
  • Баймаҡ районына намыҫлы хеҙмәте өсөн миҙалы (2017).
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2020).
  • Баймаҡ районына — 100 йыл миҙалы (2018).
  • ДОСААФ-тың почетлы юбилей билдәһе (2018)
  • «Хеҙмәт ветераны» миҙалы(2011).
  • «Бөтә Рәсәй ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн» билдәһе (2006).
  • Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почёт грамотаһы (2021).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://vk.com/club109817174
  2. 2,0 2,1 Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 92 бит
  3. 3,0 3,1 3,2 3,3 ВЛЮБЛЕННЫЙ В МУЗЫКУ
  4. 4,0 4,1 4,2 4,3 https://vk.com/club109817174Рәхим(недоступная ссылка) итегеҙ !!!... (Вилюр Шәкирйән улы Мавлютов)
  5. 5,0 5,1 http://roobaimak.ucoz.ru/news/respublikanskij_konkurs_zhemchuzhiny_bashkortostana/2014-04-03-374 РЕСПУБЛИКАНСКИЙ КОНКУРС «ЖЕМЧУЖИНЫ БАШКОРТОСТАНА»

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Баймакская энциклопедия / гл. ред. И. Х. Ситдиков. — Уфа: Башк. энцикл., 2013. — 640с.: ил., карты, ноты. ISBN 978 -5-88185—084-5 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 апрель 2023)