Һарыҡсылыҡ
Һарыҡсылыҡ — малсылыҡтың һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнеүсе тармағы. Еңел сәнәғәт өсөн ҡиммәтле сеймал: йөн һәм тире; аҙыҡ продукттары: ит, май һәм һөт бирә. Башҡортостан һарыҡсылығы оҙон тарихлы, республиканың бар төбәктәрендә лә тиерлек уның менән борон-борондан шөғөлләнәләр. Мәҫәлән, ата-бабалар һарыҡ тиреһенән төрлө һауыт-һаба яһаған, тирмә өсөн кәрәк-яраҡ эшләгән, йөнөнән тула һәм кейеҙ баҫҡан. Тире шулай уҡ тирмәнең үҙе өсөн кәрәк булған. Һарыҡтар йылҡы малы менән бер ҡатарҙан йыл әйләнәһенә тибендә йөрөгән.
Нигеҙҙә урындағы шырт йөнлө михнев тоҡомло һарыҡтар үрсетелгән. 1950 йылдан алып республикала урындағы һарыҡтары перекос (ит-йөн), алтай һәм совет мереносы (йөн-ит) тоҡомло тәкәләренән тотош ҡасырыу үткәрелгән. 1990 йылдарҙан республика хужалыҡтарында нәҙек йөнлө тоҡомло йөн-ит йүнәлешендәге һарыҡтар үрсетелде; ауыл халҡы аҫыраған һарыҡтарҙың байтағы ярым нәҙек һәм шырт йөнлө ҡатнаш төркөмдәрҙән тора. Республикала йылына 5 мең центнерҙан ашыу йөн ҡырҡып алынған. Әҙерләнгән иттең дөйөм күләмендә һарыҡ ите сағыштырмаса 4-4,5 % тәшкил итте.
Республика буйынса һәр һарыҡтан йөн ҡырҡыу уртаса 2,8-3,4 кг тәшкил итте. Дүртөйлө, Учалы, Баймаҡ, Туймазы,Ҡырмыҫҡалы райондарында 4-5-әр кг барып етте. Республиканың Урал аръяғы далалары (Баймаҡ, Әбйәлил, Хәйбулла һәм Ейәнсура райондары) тауар продукцияһын етештергән төбәк булып торҙо. Унда республикалағы һарыҡтарҙың 27 % тупланған ине, һәм йөн етештереүҙең 3-тән 1 өлөшөн улар етештерҙе. Һуңғы йылдарҙа һарыҡсылыҡ республикала ҡырҡа кәмене.
- В Зианчуринском районе расширяется география овцеводства. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 2 апрель[1].
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Васильев Н. А. , Целютин В. К. Овцеводство и технология производства шерсти и баранины. М.1990.
- Ерохин А. И., Ерохин С. А. Овцеводство. — М.: МГУП, 2004. — 479 с ISBN 5-8122-0780-1
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 2 апрель (рус.) (Тикшерелеү көнө: 3 апрель 2016)
Һылтанмалар
үҙгәртергәФото Викимилектә |
- Баранина и овцеводство 2010 йыл 26 март архивланған.