Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы

Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы (3 февраль 1948 йыл20 июнь 2022 йыл) — инженер, иҡтисадсы; хужалыҡ, партия, совет һәм муниципаль органдар хеҙмәткәре, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр кандидаты (1998), иҡтисад фәндәре докторы (2005), профессор. «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986), Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе (1998), Сибай ҡалаһының почётлы гражданы (2003)

Йәрмөхәмәтов Зиннур Ғөбәйҙулла улы
Тыуған көнө 1945
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Зиннур Ғөбәйҙулла улы Йәрмөхәмәтов 1948 йылдың 3 февралендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Хәсән ауылында тыуған.

1963 - 1968 йылдарҙа Сибай тау-байыҡтырыу техникумында уҡый, техник-электромеханик һөнәрен үҙләштерә[1].

Магнитогорск тау‑металлургия институтының тау (1976) һәм иҡтисад (1979) факультеттарын тамамлаған. 1970—1971 йылдарҙа 34‑се ПТУ‑ла (Сибай ҡалаһы) производствоға уҡытыу мастеры. 1976 йылдан алып Баҡал руда идаралығының «Сидерит» ер аҫты шахтаһы тау мастеры[2].

Сибай ҡалаһында төрлө вазифаларҙа эшләй: 1979 йылдан башлап Башҡортостан махсуслаштырылған ремонт‑төҙөлөш идаралығында, 1981 йылдан алып Башҡортостан баҡыр‑көкөрт комбинатында (өлкән нормалаусы, 1982 - 1990 йылдарҙа партком секретары[1]); 1990 йылдан — халыҡ депутаттарының ҡала Советы башҡарма комитеты рәйесе, 1992 йылдан — ҡала хакимиәте башлығы, 1999 йылдан — БДУ‑ның Сибай институты директоры, бер үк ваҡытта 2006 йылдан башлап һалымдар һәм һалым һалыу кафедраһы мөдире[2]. 1998 йылда — кандидатлыҡ диссертацияһын, 2005 йылда докторлыҡ диссертацияһы яҡлай.

Фәнни эшмәкәрлеге республика хужалыҡ комплекстарының формалашыуы һәм эшләүе мәсьәләләренә арналған.

50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, шул иҫәптән дүрт монография авторы[1].

2022 йылдың 20 июнендә Мәскәү ҡалаһында вафат булды[3].

Төп хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Проблемы социально‑экономического развития уральского региона Республики Башкортостан. Уфа, 2001 (авторҙ.);
  • Социально‑экономические проблемы в регионах и их военно‑экономические проявления. М., 2003;
  • Башкирский медно‑серный комбинат. Сибай, 2011 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 29 бит
  2. 2,0 2,1 ЙӘРМӨХӘМӘТОВ Зиннур Ғөбәйҙулла улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  3. В Москве скончался бывший мэр и почетный гражданин Сибая Зиннур Ярмухаметов (рус.) (Тикшерелеү көнө: 23 июнь 2022)

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 29 бит.
  • Сказание о земле Баймакской. Уфа, Издательство «Слово», 1998

Һылтанмалар

үҙгәртергә