Тойғонов Марсель Марат улы
Тойғонов Марсель Марат улы (19 декабрь 1970) — микробиолог. Медицина фәндәре докторы (2003), профессор (2005).
Биографияһы
үҙгәртергәМарсель Марат улы Тойғонов 1970 йылдың 19 декбрендә БАССР-ҙың Баймаҡ районы Йомаш ауылында тыуған. Урта белемде тыуған ауылында ала. Башҡорт дәүләт медицина институтын тамамлаған (1993). 1994—1995 йылдарҙа Өфөлә «Сая» предприятеһында эшләй, 2003 йылдан алып «Иммунопрепарат» педприятиеһының Фән һәм технологиялар департаментында фән буйынса директор урынбаҫары, 2007 йылдан — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте аппаратында (2008 йылдан башлап бүлек мөдире), 2009—2010 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының «Башфармация» Дәүләт униатр предприятиеһында генераль директор, бер үк ваҡытта 1998 йылдан алып медицина университетында ла (2014 йылдан башлап микробиология, вирусология кафедраһы мөдире)[1].
2003 йылда диссертация яҡлап, медицина өлкәһендә иң йәш фән докторы була (33 йәштә)[2]
Фәнни эшмәкәрлеге микробиология, иммунология, биотехнология, лабораторлыҡ диагностика проблемаларына, дарыу һәм диагностика препараттары эшләүгә арналған. М. М. Тойғонов ҡатнашлығында Citrobacter diversus 256, Citrobacter freundii 255, Escherichia coli ГИСК 251 һ.б. бактерияларҙың штамдары, «хужа—патоген» системаһында шартлы патоген микроорганизмдарҙың (энтеробактериялар) үҙ-ара молекуляр генетик тәьҫир итешеү үҙенсәлектәре өйрәнелә[1].
130-ҙан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 ТОЙҒОНОВ Марсель Марат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 21 бит.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- ТОЙҒОНОВ Марсель Марат улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2010 йыл, 22 бит.
- Сказание о земле Баймакской. Уфа, Издательство «Слово», 1998