Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙы
Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙы (31 март 1933 йыл — 21 февраль 2001 йыл) — малсы. 1949—1988 йылдарҙа Баймаҡ районы «Һәүәнәк» совхозы малсыһы, шул иҫәптән 1953 йылға тиклем һәм 1958—1961 йылдарҙа быҙау ҡараусы, 1953—1958 йылдарҙа һәм 1961 йылдан — һауынсы. СССР-ҙың 8-се саҡырылыш (1970—1974) Юғары Советы депутаты. Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976), Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының Почёт грамотаһы менән бүләкләнеүсе (1981). Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы (1996).
Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Рәсәй |
Тыуған көнө | 31 март 1933 |
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | 21 февраль 2001 (67 йәш) |
Вафат булған урыны | Һаҡмар, Баймаҡ районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | СССР Юғары Советы депутаты[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәФира Ғариф ҡыҙы Ниғмәтуллина 1933 йылдың 31 мартында Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Түбәнге Бетерә ауылында тыуған. 1944 йылда Ниғмәтуллиндар ғаиләһе «Һәүәнәк» совхозында эшләр өсөн Башҡорт АССР-ы Икенсе Урманзаводтан Һаҡмар ауылына күсеп килә. Һауынсы булып әсәйҙәре эшләй, һуңынан уның өлгөһөнә өс өлкән ҡыҙы эйәрә.
Фира Ғариф ҡыҙы 1949 йылда Баймаҡ районының «Һәүәнәк» совхозы Һаҡмар фермаһында эшсе булып хеҙмәт юлын башлай. 1953—1958 йылдарҙа — һауынсы, 1958—1961 йылдарҙа — ошо уҡ фермала быҙау ҡараусы. 1961 йылда һауынсы булып эшкә күсә. 1966 йылда һәр беркетелгән һыйырҙан 3700-әр килограмм, 1967 йылда — 4046-шар килограмм, 1968 йылда — 3350-шәр килограмм, 1969 йылда — 4057-шәр килограмм һөт һауып алыуға өлгәшә һәм районда беренсе булып һәр һыйырҙан һауылған һөт буйынса 4000 сиген үтә.
Туғыҙынсы биш йыллыҡ (1971—1975) һөҙөмтәләре һауынсы хеҙмәтенең юғары нәтижәле булыуын асыҡ сағылдыра: 1971 йылда һәр һыйырҙан 4024 килограмм, ә 1972 йылда — 4085 килограмм һөт ала. Киләһе йылда үҙенең юғары һауымлы төркөмөн икенсе һауынсыға тапшыра, ә үҙе тәүгә быҙаулаған һыйырҙарҙы ҡабул итә. Уларҙы оҫта һауып һөт төшөрөп, тағы ла ҙур хеҙмәт уңыштарына өлгәшә — һәр һыйырҙан 3726 килограмм һөт ала. 1975 йылда һауым 3763 килограммға тиклем арта. 1976 йылдың башында алдынғы һауынсы һәр һыйырҙан көн һайын 11 килограмм һөт һауа.
Бөтә Союз социалистик ярышында өлгәшкән ҙур уңыштары, туғыҙынсы биш йыллыҡ заданиеһын һәм малсылыҡ продукттарын етештереүҙе һәм дәүләткә һатыуҙы арттырыу буйынса ҡабул иткән йөкләмәһен үтәүҙә күрһәткән хеҙмәт батырлығы өсөн 1976 йылдың 10 мартында СССР Юғары Советы Президиумы Указы менән Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙына «Социалистик Хеҙмәт Геройы» исеме бирелә.
1988 йылда пенсияға киткәнгә тиклем Баймаҡ районының Һаҡмар фермаһында һауынсы булып эшләүен дауам итә.
Ғаиләһе: өлкән улы Камил оҙаҡ йылдар уҡытыусы булып эшләй. Кесе улы Азамат — һөнәре буйынса агроном, ауыл хужалығы производствоһында тәжрибәле ойоштороусы булараҡ дан ала.
Фира Ғариф ҡыҙы — беренсе класлы мастер-мал ҡараусы (1970).
СССР-ҙың Һигеҙенсе саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1970—1974).
Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙы 2001 йылдың 21 февралендә вафат була.
Маҡтаулы исмдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Социалистик Хеҙмәт Геройы (1976)
- Ике Ленин ордены (1966, 1976)
- СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ) алтын миҙалы
- «Социалистик ярыш алдынғыһы» билдәһе.
Хәтер
үҙгәртергә- Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙының иҫтәлеген мәңгеләштереү маҡсатында Һаҡмар ауылында һәм Баймаҡ ҡалаһында урамдарға уның исеме бирелгән.
- Ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Р. Утяев Труженице-героине исполнилось бы восемьдесят… // Баймакский Вестник. — 01.04.2013.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 29 март 2023)
- Сергей Каргапольцев. Ниғмәтуллина Фира Ғариф ҡыҙы . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 12 июль 2016.
- Баймаҡ районының рәсми сайты: Ниғмәтулла Фира Гарифовна