Ирәндек
Ирәндек (рус. Иренды́к) — көньяҡ-көнсығыш Башҡортостандағы тау арҡаһы. Оҙонлоғо — 135 км. Иң юғары нөктәһе — Көҙгөнташ тауы (бейеклеге 987 м). Тау арҡаһы Башҡортостандан Учалы, Әбйәлил, Баймаҡ һәм Хәйбулла райондарында урынлашҡан. Ирәндек тауы порфирит, диабаз, эзбизташ кеүек тау тоҡомдарынан барлыҡҡа килгән. Төньяҡ өлөшөндә — урман менән ҡапланған тайга, көньяғында — бүтәгә-ҡылған үләнле дала. Ирәндек — Урал тауҙарының матур урыны. Бында боронғо ҡаласыҡтар, оҫтаханалар һәм ташланған ауылдар урыны табыла. Көнсығыш битендә Ибраһим шарлауығы урынлашҡан.
Ирәндек | |
Иренды́к, Ирандек | |
Ирәндек тауҙары | |
Координаталар: 53°06′32″ с. ш. 58°22′01″ в. д.HGЯO | |
---|---|
Урынлашыуы | Көньяҡ Урал |
Тау системаһы | Урал тауҙары |
Оҙонлоғо | 135 км |
Киңлеге | 10 — 20 км |
Иң бейек түбәһе | Ҡоҙғонташ |
Тау түбәһе бейеклеге | 987 м |
Викиһаҡлағыста категория |
Ирәндектең Учалы районында урынлашҡан төньяҡ өлөшө Бәләкәй (Кесе) Ирәндек тип атала. Иң бейек түбәләре — Тораташ (921 м) һәм Кәзәташ, Ҡарт-Муйнаҡ ауылы янында урынлашҡан. Иң төньяҡ нөктәhендә, Комсомольск ҡасабаhы янындағы Бөркөт-тау түбәhе аша Ирәндек Күмәс тау арҡаһына тоташа.
Топоним
үҙгәртергәИсеменең килеп сығышы менән бәйле башҡорт риүәйәте бар. Алданған Оморҙаҡ тауҙан төшөп, үҙәнгә еткәс: — Хәҙер беҙ өйрәндек! — тип ҡысҡырып ебәргән.
Күлдәре һәм йылғалары
үҙгәртергәТау арҡаһы буйында матур йылға һәм күлдәр урынлашҡан. Көнбайыш битендә — Граф күле һәм Талҡаҫ куле. Тау түбәһенән Таналыҡ һәм Төйәләҫ йылғалары ағып төшә.
Ирәндек. Башҡорт халыҡ йыры. Иҙрис Гәниев. | |
Помощь по воспроизведению |
Учалы районында Ирәндек буйынан Уй йылғаһы ағып төшә, Ҡарағайкүл (рус. Ворожеич) урынлашҡан.
Ирәндек башҡорт халыҡ йыры
үҙгәртергәҺай!.. Иртәнсәккәй тороп, бер ҡараһам,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө,
Һай!.. Саңҡ-саңҡ итә Ирәндек бөркөтө.
Өмөт өҙмәң, дуҫтар, был донъянан,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Байрам булып китер бер көндө,
Һай!.. Байрам булып китер бер көндө.
Һай!.. Иркәләрмен, тинем, кис килермен, тинем,
Уң ҡулында көмөш йөҙөк,
Ҡуш беләҙек, билкәй нәҙек,
Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти,
Һай!.. Ҡарттар күрер, ярамай, йәнем, ти.