Хөсәйенов Ирек Әбделхәй улы
Хөсәйенов Ирек Әбделхәй улы (20 февраль 1928 йыл — апрель 2002 йыл) — мәғариф ветераны, тарихсы, тыуған яҡты өйрәнеүсе. «Хеҙмәт батырлыҡ» миҙалы менән бүләкләнгән. БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы[1].
Хөсәйенов Ирек Әбделхәй улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 20 февраль 1928 |
Тыуған урыны | Темәс, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Вафат булған көнө | апрель 2002 (74 йәш) |
Вафат булған урыны | Баймаҡ, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, тыуған яҡты өйрәнеүсе |
Биографияһы
үҙгәртергәИрек Әбделхәй улы Хөсәйенов 1928 йылдың 20 февралендә Башҡортостандың Баймаҡ районы Темәс ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Темәс педагогия училищеһын тамамлағандан һуң урындағы мәктәптә башланғыс класы уҡытыусыһы булып башлай. 1952—1958 йылдарҙа партияның Баймаҡ район комитетында пропаганда һәм агитация бүлегендә — инструктор, артабан партия контроле кабинеты мөдире булып эшләй. 1958 йылдан алып 1969 йылға тиклем Баймаҡ ҡалаһындағы 1-се һанлы урта мәктәбенә (1918 йылда асылған тәүге совет мәктәбе) директор итеп тәғәйенләнә. Унан һуң Баймаҡ 3-сө урта мәктәбенә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире булып күсә, ошо уҡ мәктәптә күп йылдар дауамында тарих уҡытыусыһы була[1].
Артабан район эшсе йәштәр мәктәбе директоры, крайҙы өйрәнеү музейы етәксеһе була.
Пенсияға сыҡҡандан һуң Ирек Әбделхәй улы район китапханаһында эшләй, бында ул «Атайсал» клубын ойоштора. Клуб ағзалары тыуған яҡтың тарихын, арҙаҡлы шәхестәрен тергеҙеүгә күп көс һала һәм райондың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша. Уның положениеһына ярашлы ошондай ойошмалар һәр ауыл китапханаһы янында ойошторола[2]. Ҡала һәм ауыл клубтары составына абруйлы, көслө рухлы, тарих менән ҡыҙыҡһынған зыялы кешеләр инә. Клубтың һәм уның ауыл филиалдары эшмәкәрлегенә һәм йүнәлештәрен билдәләүгә Ирек Әбделхәй улы шаҡтай күп көс һала.
Баймаҡ районы китапханаһы янында шулай уҡ «Атайсал тип янған йөрәктәр» аҡһаҡалдар клубын ойоштороу буйынса инициатор була[2]. «Күк Ирәндек» (1990) исемле плакаттың тәүге редакторы. Ул шулай уҡ «Темәс» буклетын (1991), «Баймаҡ» буклетын (1994) сығарыуҙа әүҙем ҡатнаша[1]. И. Ә. Хөсәйенов урындағы матбуғат биттәрендә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса, данлыҡлы яҡташтары тураһында әленән-әле мәҡәләләр баҫтыра.
Юғары мәҙәниәтле, киң энциклопедик белемле кеше булараҡ Ирек Әбделхәй улы кеше менән аралашырға, ниндәйҙер яҡшы маҡсаттарға әйҙәргә оҫта булды, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуы күптәргә ҡанат ҡуйҙы. Ул яҡшы шахматсы ла ине, район һәм ҡала турниҙарында ҡатнашты.
2002 йылдың апрелендә Баймаҡ ҡалаһында вафат була.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- «Хеҙмәт батырлығы» миҙалы[1]
- «БАССР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы» билдәһе
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Баймаҡ еренең күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Баймаҡ ҡалаһы. 2003 йыл, 99 бит.
- «Атайсал тауышы»