Төп менюны асырға

Талҡаҫ — Көньяҡ Уралдың көнбайыш битләүендәге күл. Башҡортостандың Баймаҡ районында урынлашҡан.

Талҡаҫ
Талкас?
52°50′13″ с. ш. 58°15′14″ в. д.HGЯO
Көньяҡ ярынан иртәнге күренеш
Көньяҡ ярынан иртәнге күренеш
ИлРәсәй Рәсәй
РегионБашҡортостан
Диңгеҙ кимәленән бейеклеге548,5 м
Оҙонлоғо3,9 км
Киңлеге1 км
Майҙаны3,9 км²
Күләме15,8 км³
Иң ҙур тәрәнлек12 м
Уртаса тәрәнлек4,5 м
Үтә күренеүсәнлеге20 м
Ағып сығыусы йылғаШөгөр
Талҡаҫ (Рәсәй)
Blue pog.svg
Талҡаҫ
Талҡаҫ (Башҡортостан Республикаһы)
Blue pog.svg
Талҡаҫ
Commons-logo.svg Талҡаҫ Викимилектә

ГеографияҮҙгәртергә

Күл сөсө һыулы, тектоник сығышлы, уйымы тау араларының тарайған төбө. Ирәндек һыртының көнбайыш итәгендә урынлашҡан. Түбә ҡасабаһынан 4 саҡырымда көньяҡ-көнсығышта ята. Аҫҡы ярында Иҫән ауылы бар. Төньяҡ һәм көньяҡ ярҙары туғайлы һаҙлыҡлы, көнсығыш һәм көнбайыш яры текәрәк. Көнсығыш яғы ҡаялы, ерек, ҡайын, ҡарағас ағастары менән ҡапланған. Көнбайыш яғы ла урманлы, тик күпләп киҫеү арҡаһында ағастар бик һирәкләнгән. Шөгөр — Таналыҡ ҡушылдығы ваҡытлы һыу сығанағы булып тора. 1978 йылда Талҡаҫ күле тәбиғәт ҡомартҡыһы тип иғлан ителде.[1].

БиоресурстарыҮҙгәртергә

Күлдә карп, һары балыҡ, суртан, алабуға, опто,густера, сабаҡ һ.б балыҡтар үрсей. Яр буйында ҡағараҡ, ҡарасабан ҡоштары оялай. Көнсығыш яры яғында 8-10 метр тәрәнлектә сапропель ятҡылығы бар. Ул балсыҡ менән кешеләр дауалана ала.

Рекреацион ресурстарыҮҙгәртергә

Һыуының таҙалығы, сафлығы матур ландшафты Көньяҡ Уралдағы иң матур ерҙәр иҫәбенә керә. Һәм популяр ял итеү урыны. Уны «Урал ыныйһй» тип тә йөрөтәләр[2]). Күлдән 300 метр алыҫлыҡта «Талҡаҫ» шифаханаһы урынлашҡан (1931 йыл төҙөлгән)[3].

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә