Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы

Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы (15 июнь 1929 йыл — 14 апрель 2009 йыл) — актёр. 1944—2004 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры. 1954 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1986), Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1979) һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1969).

Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы
Тыуған көнө 15 июнь 1929({{padleft:1929|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (95 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, СССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәмзә Ибраһим улы Ҡурсаев 1929 йылдың 15 июнендә БАССР-ҙың Йылайыр кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районы) Юлыҡ ауылында тыуған.

1966 йылда Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған (И. Х. Йомағолов курсы). 1944—2004 йылдарҙа (өҙөклөктәр менән) Баймаҡ театры, Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры (1957 йылдан[1]) актёры. Һуғыш ваҡытында театрҙа ҡатын-ҡыҙ актрисалар менән 15-йәшлек Хәмзә лә спектаклдәрҙә ҡатнаша. «Шулай ҙа була» трагик фарсында Х. Ҡурсаев фронтовик-офицер ролен башҡара[2]. Баймаҡ районының Юлыҡ ауылы уҡытыусыһы Фидай Әбүбәкиров иҫтәлектәренән: «Тормош йыры» йә «Басир йыры» беҙҙең ауылға спектакль булып килде. Малай ғына Хәмзә Ҡурсаев Басир ролендә уйнаны. Шунда йырланы ул. Ас-яланғас, ҡайғыға сумған ҡатын-ҡыҙ уны үҙ итте, ошо йырға бөтә аһ-зарын һалды". Халыҡ араһында «Фатима» исеме аҫтында билдәле йырҙы Хәмзә Ҡурсаев ғүмеренең аҙағынаса йырланы[3].

Төп ролдәре

Лавкасы Шәғәли («Зимағорҙар», С. Мифтахов), Ғәлимйән («Башмағым», Ғ Ибраһимов), тирмәнсе («Ҡаһым түрә» йәки 1812 йыл, Б. Бикбай), Закир менән Ғәйфулла («Ҡара йөҙҙәр», М.Ғафури), Ҡуян Ғәләүи («Тальян гармун», Ғ. Әхмәтшина),Дәүләтбай, Мисбахов («Ҡыҙ урлау», «Йәйәүле Мәхмүт», М. Кәрим), Зәки Өмөтбаев («Бер мөхәббәт яҙмышы»), И. Абдуллин), Фаруҡша («Әсәләр көтәләр улдарын», Ә. Мирзаһитов), Йәнгилде («Башҡорт туйы», М. Буранғулов)[4].

Урыҫ һәм сит ил драматургияһы әҫәрҙәре буйынса спектаклдәрҙә Хәмзә Ҡурсаевтың ролдәре кәүҙәләндереү сараларының теүәллеге, әҫәрҙең жанрын аныҡ тоя белеүе менән айырылып тора: Сганарель («Ирекһеҙҙән табип» — «Лекарь поневоле», Мольер), Жевакин («Өйләнеү» — «Женитьба», Н. В. Гоголь), Кисельников («Упҡын» — «Пучина»), Миловидов («Ете юл сатында» — «На бойком месте»; икеһе лә — А. Н. Островский) һәм башҡалар[5].

2009 йылдың 14 апрелендә Сибай ҡалаһында вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002. 332 с.
  2. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2003.
  3. Тарих төпкөлөнә һеңгән йыр 2018 йыл 16 сентябрь архивланған.
  4. Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл
  5. Ҡурсаев Хәмзә Ибраһим улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә