Йосопов Вәкил Барый улы

Йосопов Вәкил Барый улы (20 февраль 1952 йыл) — мәҙәниәт өлкәһе ветераны, театр актёры, режиссёр. 1973—1998 һәм 2000—2004 йылдарҙа хәҙерге Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актёры, 1998—2000 йылдарҙа Ырымбур татар драма театры режиссёры; 2004 йылдан «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры, 2005 йылдан — Сибай концерт-театр берләшмәһе директоры, бер үк ваҡытта 2002 йылдан Сибай сәнғәт колледжы уҡытыусыһы. 1979 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993).

Йосопов Вәкил Барый улы
Тыуған көнө 1952
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР

Биографияһы

үҙгәртергә

Вәкил Барый улы Йосопов 1952 йылдың 20 февралендә Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Әмин ауылында ишле ғаиләлә тыуған. Бала саҡтан сәнғәткә, театрға ынтыла, уға хатта 15 йәшендә тыуған ауылында клуб менән идара итеүҙе ышанып тапшыралар. 1969 йылда районға Өфө дәүләт сәнғәт институтының режиссёры Бакиров килә һәм йәш кешенең актёрлыҡ һәләттәренә иғтибар итә[1]. Шул уҡ йылда, Темәс урта мәктәбен тамамлағандан һуң, сәнғәт институтының театр бүлегенә (Ғ.Ғ.Ғиләжев, Ф.Ҡ.Ҡасимова курсы) уҡырға инә.

1973 йылда институтты тамамлағандан һуң, Сибай дәүләт башҡорт драма театрында актёр булып хеҙмәт итә (1973—1998 һәм 2000—2004 йылдарҙа). Рәсәй сәнғәт һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең белемен камиллаштырыу институтында белем ала (Мәскәү, 1996; М. М. Новохижин курсы). 1998—2000 йылдарҙа Ырымбур татар драма театрында режиссёр булып эшләй, 2004 йылдан — «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры, бер үк ваҡытта 2005—2013 йылдарҙа — Сибай филармонияһы директоры. 2002 йылдан башлап Йосопов В. Б. шулай уҡ Сибай сәнғәт колледжында уҡыта.

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2013 йылдың 20 июнендәге ҡарарына ярашлы «Сулпан» Сибай башҡорт балалар театры һәм Сибай дәүләт филармонияһы Башҡортостан Республикаһының Сибай концерт-театраль берләшмәһенә ҡушылалар. Вәкил Барый улы концерт-театраль берләшмәһенең директоры итеп тәғәйенләнә (2013—2015). 2015 йылдан В. Йосопов — «Сулпан» театрының художество етәксеһе.

Актёр үҙенсәлекле ролдәрҙе лә: Садиҡ («Шайтан тоҡомо», Г.Мохтаров; дебют, 1974), Сильва («Өлкән улым» — «Старший сын), Анчугин („Төбәктә булған мәҙәктәр“ — „Провинциальные анекдоты“, икеһе лә — А. В. Вампилов), Сганарель („Дон Жуан“, Мольер), комик ролдәрҙе лә: Ғәлим („Диләфрүзгә дүрт кейәү“, Т.Ғ.Миңнуллин), Әлфәнис („Париж егете Әлфәнис“, Л. В.Вәлиев), Абдулла („Һөйәһеңме — һөймәйһеңме?“, Ф. М.Бүләков) берҙәй уңышлы башҡара[2].

Вәкил Йосопов үҙен әҫәрҙәрҙе оригиналь трактовкалай белгән талантлы режиссёр булараҡ та танытты. Уның эштәре лиризм, яҡшы һәм йылы юмор менән айырылып тора. Сибай башҡорт драма театры сәхнәһендә Ә.Ҡ.Атнабаевтың „Мөхәббәт тураһында йыр“ (дебют, 1995), „Ҡәһәрле мөхәббәт“, Ырымбур татар драма театрында — „Һөйәһеңме — һөймәйһеңме?“ (икеһе лә — Ф. Бүләков), Миңнуллиндың „Һөйәркә“; Әлмәт татар драма театрында — Н. Ғәйетбайҙың „Һөйәркәнде шкафҡа йәшер“, Ф. Бүләковтың „Һөйәһенме — һөймәйһеңме?“; Сулпан» театрында — «Һәпрүш» (В. Н. Афониндың «Һәпрүш, йәки Һаумы, ҡауырһынлы Ғәжәп йән» — «Мымрёнок, или Здравствуй, Чудо в перьях» пьесаһы буйынса) һәм башҡа спектаклдәр ҡуя[2]. Шулай уҡ ул йыш ҡына дөйөм ҡала байрамдарының режиссёры булараҡ саҡырыла.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1979 й.);
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (1993 й.);
  • Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2017 й.);
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (12.04.1976 й.);
  • ВЛКСМ Үҙәк Комитетының Почёт грамотаһы (1979 й.);
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (февраль, 2002 й.);
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (февраль 2009 й.);
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (февраль, 2010 й.);
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (март, 2012 й.);
  • Башҡортостан Республикаһы Президентының Почёт грамотаһы (04.04.2012 й.);
  • Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (2012 й.)
  • Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайының Почёт грамотаһы (29.02.2012 й.)
  • Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре Союзының К. С. Станиславский исемендәге миҙалы (2015 й.);
  • Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почёт грамотаһы (2017 й.);
  • Мәҙәниәт эшмәкәрҙәре профсоюз комитеты Президиумының Почёт грамотаһы (2017 й.);
  • Рәсәй Федерацияһы Президентын һайлауҙарында әүҙем ҡатнашҡан өсөн Рәхмәт Хаты. В. В. Путиндың Йәмәғәт хуплауы Халыҡ штабы етәксеһе С. Говорухин тапшыра (2012 й.);
  • Төрлө йылдарҙа Сибай ҡалаһы һәм Баймаҡ районы хакимиәттәре тарафынан бирелгән Почёт грамоталары.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә