Тажетдинов Илшат Азамат улы

Тажетдинов Илшат Азамат улы (20 май 1969 йыл) — ғалим-иҡтисады, дәүләт һәм юғары мәктәп эшмәкәре. 2018 йылдың октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы[1]. Иҡтисад фәндәре докторы, доцент. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы. «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2019).

Тажетдинов Илшат Азамат улы
Тыуған көнө 20 май 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (55 йәш)
Тыуған урыны Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Уҡыу йорто Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһы

Биографияһы

үҙгәртергә

Илшат Азамат улы Тажетдинов 1969 йылдың 20 майында Баймаҡ районы 2-се Этҡол ауылында тыуған. Тыуған ауылында һигеҙ класты тамамлағандан һуң, Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге интернат-мәктәбендә белем ала[2]. 1987—1989 йылдарҙа Совет Армияһында хеҙмәт итә.

Башҡорт дәүләт университетының математика һәм иҡтисад факультеттарын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһын тамамлай[2].

Илшат Азамат улы Тажетдинов — иҡтисад фәндәре докторы[3], доцент, бюджет федерализмына бағышланған хеҙмәттәр һәм мәҡәләләр авторы[2].

Башҡортостан Республикаһының I класлы дәүләт советнигы[2].

Хеҙмәт юлы

1993—1994 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университетының иҡтисад факультеты, стажер-тикшеренеүсе;

1994—1997 йылдарҙа — Башҡорт дәүләт университеты, аспирант;

1997—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының фәнни-тикшеренеү һәм мәғлүмәти-аналитик үҙәге, ғилми хеҙмәткәр;

1998—2000 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты хакимиәтенең Баш мәғлүмәт-аналитик идаралығы иҡтисад үҫеше бүлеге, баш белгес;

2001 йылда — Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығында социаль сфераны һәм фәнде финанслау бүлеге, бүлек начальнигы урынбаҫары ;

2001—2004 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығында мәғарифты, фәнде һәм мәҙәниәтте финанслау бүлеге, бүлек начальнигы ;

2004—2008 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәте, Иҡтисад үҫеше һәм социаль сәйәсәте идаралығы, идаралыҡ начальнигы;

2008—2010 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы буйынса Федераль казначействоһының идаралығы, Идаралыҡ начальнигы урынбаҫары;

2010 йылда — Башҡорт дәүләт университеты, иҡтисад һәм финанстар буйынса беренсе проректор[3].

2010 — хәҙерге ваҡытҡа тиклем Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының урынбаҫары — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Аппараты етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» ордены кавалеры (2019)[4].
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған иҡтисадсыһы[5].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә