Журавлёв Даниил Арсентьевич

Журавлев Даниил Арсентьевич (25 декабрь 1900 йыл — 16 сентябрь 1974 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәре, артиллерия генерал-полковнигы (1944), КПСС ағзаһы.

Журавлёв Даниил Арсентьевич
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Хеҙмәт итеүе СССР
Тыуған көнө 25 декабрь 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})
Тыуған урыны Баймаҡ, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 16 сентябрь 1974({{padleft:1974|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:16|2|0}}) (73 йәш)
Вафат булған урыны Мәскәү, СССР
Ерләнгән урыны Новодевичье зыяраты[d]
Һөнәр төрө мемуарист, полководец
Сәйәси фирҡә ағзаһы Советтар Союзы Коммунистар партияһы
Ҡатнашыусы ВКП(б)-ның XVIII съезы[d]
Хәрби звание генерал-полковник[d]
Командалыҡ иткән Московский фронт ПВО[d] һәм Западный фронт ПВО[d]
Һуғыш/алыш Мәскәү өсөн ҡаты һуғыш[d]
Ғәскәр төрө противовоздушная оборона[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы Ҡыҙыл Байраҡ ордены Ленин ордены «Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһының егерме йыллығы» юбилей миҙалы орден Кутузова I степени Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) В. И. Лениндың тыуыуына 100 тулыу айҡанлы юбилей миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы "Совет Армияһының һәм Флоттың утыҙ йыллығы" юбилей миҙалы юбилейная медаль «50 лет Вооружённых Сил СССР» «Мәскәүҙең 800 йыллығы иҫтәлегенә» миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Даниил Арсентьевич Журавлев 1900 йылдың 25 декабрендә Ырымбур губернаһы Баймаҡ заводы ауылында шахтер ғаиләһендә тыуған. 1918 йылдан Ҡыҙыл Армия сафында, граждандар һуғышында ҡатнаша. 1919—1922 йылдарҙа Көнсығыш һәм Төркөстан фронттарында хеҙмәт итә. 1-се саҡырылыш РСФСР Юғары Советы депутаты.

1922 йылда Хәрби сәйәси курс, 1928 йылда — С. С. Каменев исемендәге Сумы артиллерия мәктәбен тамамлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанға тиклем Рязань артиллерия училищеһы начальнигы вазифаһын биләй. 1941 йылдың майынан 1-се Һауа һөжүменән һаҡланыу (ПВО) корпусы командиры итеп тәғәйенләнә, бер үк ваҡытта Мәскәү Һауа һөжүменән һаҡланыу пункты начальнигы, 1942 йылдың апреленән Мәскәү Һауа һөжүменән һаҡланыу фронты командиры.

Һуғыш барышында Көнбайыш Һауа һөжүменән һаҡланыу фронты командиры.

1946 йылдан Көнбайыш һәм Төньяҡ‑Көнбайыш округтарының Һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрҙәре командиры, СССР Һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрҙәре командующийы урынбаҫары, радио-техник элемтә ғәскәрҙәре һәм СССР Һауа һөжүменән һаҡланыу ғәскәрҙәренең элемтә хеҙмәте начальнигы.

1950 йылда К. Е. Ворошилов исемендәге Юғары хәрби академия ҡарамағындағы Юғары командалыҡ составы белемен камиллаштырыу курсын тамамлай[1]

1954 йылда запасҡа китә. Мәскәүҙең почетлы гражданы була. 1974 йылдың 16 сентябрендә Мәскәүҙә вафат була. Новодевичье зыяратында ерләнгән.

«Огневой щит Москвы» китабы авторы.

Ғаиләһе: ҡатыны, ҡыҙы — АҠШ-та Совет илселеге хеҙмәткәре, улы фронтта һәләк була.

Саҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Д. А. Журавлев мемуарҙары

үҙгәртергә
  • Журавлёв Д. А. Огневой щит Москвы / Литературная запись Смотрицкиого Евгения Александровича. — М.: Воениздат, 1972. — 232, [20] с. — (Военные мемуары). — 100 000 экз. (пер.)
  • Журавлёв Д. А. Огневой щит Москвы / Литературная запись Е. А. Смотрицкого. — Изд. 2-е. — М.: Воениздат, 1988. — 240, [20] с. — (Военные мемуары). — 65 000 экз. — ISBN 5-203-00054-9. (пер.)

Баймаҡ ҡалаһында урам Журавлев Даниил Арсентьевич исеме менән аталған. Мәскәүҙә — Журавлев майҙаны бар.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә