Мусин Ғүмәр Һаҙый улы
Мусин Ғүмәр Һаҙый улы (10 ноябрь 1946 − 14 апрель 2007) — философ, философия фәндәре докторы (2001), профессор (2003). Сәйәси золом ҡорбаны.
Мусин Ғүмәр Һаҙый улы | |
Тыуған көнө | 1946 |
---|---|
Тыуған урыны | Баймаҡ районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Ғилми дәрәжә | философия фәндәре докторы[d] |
Биографияһы
үҙгәртергәҒүмәр Һаҙый улы Мусин 1946 йылда Черемхово ҡалаһында тыуған. Уның атаһы репресияға дусар булып, һөргөнгә ебәрелә[1]. Ғүмәрҙең бала сағы тыуған Башҡортостанынан алыҫта үтә. Һуңынан ғаилә Баймаҡ ҡалаһына ҡайта, 3-сө һанлы урта мәктәпте тамамлай. 1995 йылда ғаилә башлығы аҡлана. Өфө авиация институтына уҡырға инә һәм 1969 йылда уны уңышлы тамамлай. 1972 йылдан алып Күмертау ҡалаһында машиналар эшләү заводтарында эшләй, артабан Өфө телефон аппаратураһы заводында эшләй. Төрлө юғары йорттарында уҡыта: 1975 йылдан — Башҡорт дәүләт педагогия институтында, 1979 йылдан — Өфө дәүләт сервис институтында, 1984 йылдан — Өфө дәүләт нефть техник университетында[1].
Фәнни эшмәкәрлеге рухи донъя һәм ихтыяждар диалектикаһын өйрәнеүгә арналған. 100 ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Төп хеҙмәттәре
үҙгәртергә- Через диалектику потребностей и духовного мира к устойчивому развитию. Уфа, 1999;
- Биосоциосистема: опыт потребностного подхода. Уфа, 2000 (авторҙаш);
- Единство потребностей и духовного мира как фактор устойчивого развития. Уфа, 2000.
- Потребностный подход в технико технологической деятельности. Уфа, 2002.[2].
2007 йылдың 14 апрелендә Өфөлә вафат була.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 МУСИН Ғүмәр Һаҙый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Икенсе баҫма. 2010 йыл, 30 бит
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик белешмә. Икенсе баҫма. 2010 йыл, 30 бит.
- МУСИН Ғүмәр Һаҙый улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Раскулаченные крестьяне Баймакского района в спецпоселении Черемхово Иркутской области.