Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы

Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы (1861 йыл — 1923 йыл) — сәсән-импровизатор, ҡурайсы, башҡорт фольклорын йыйыусы.

Әлмөхәмәтов Хәмит Хужиәхмәт улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Рәсәй империяһы
 СССР
Тыуған көнө 1861
Тыуған урыны 2-се Эткол, Орск өйәҙе, Ырымбур губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 1923
Вафат булған урыны 2-се Эткол, Йылайыр кантоны, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яҙыусы

Биографияһы

үҙгәртергә

Хәмит Хужиәхмәт улы Әлмөхәмәтов (Хәмит-сәсән) 1861 йылда Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙе 2-се Этҡол  ауылында (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы) хәлле ғаиләлә тыуған. Хәмит бала сағында үҙаллы рус телен үҙләштерә, ҡурай уйнарға, бейергә һәм йырларға өйрәнә. Йәш сағында музыкаль аккомпанемент аҫтында ҡобайырҙар башҡарғаны өсөн сәсән тип атала.

Муллаҡай мәҙрәсәһендә уҡый. Сауҙала эшләй (сауҙа кибете тота), ям хеҙмәтен алып бара. 39 йәшендә мировой судья булып һайланған, 1913 йылда икенсе тапҡыр мировой судья булып һайлана.

Урыҫ, ҡаҙаҡ, башҡорт телдәрен яҡшы белә

Оҙон көйҙәрҙе ҡурайҙа башҡарыусы, башҡорт фольклоры (ҡобайыр, иртәктәр) белгесе. Ҡобайырҙар ижад итә, үҙе яҙғандарҙы һәм башҡаларҙыҡын башҡара[1].

Ғәбит-сәсәндән һәм Әлмөхәмәтовтан 1910 йылда М. А. Буранғолов «Урал батыр», «Ҡарас һәм Ҡараһаҡал» эпостарының өлөштәрен,  «Урал» йырын яҙып ала. Иҫтәлекле был ваҡиға хөрмәтенә 2006 йылда стела ҡуйылған.

Өс улы: Килдейәр, Рамаҙан һәм Аллаяр, ейәндәре була. 1923 йылда вафат булған.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә