Алдар (Алдар Иҫәкәев, Алдар Иҫәнгилдин; билдәһеҙ[1]18 май 1740) — башҡорт тарханы, 1695—1696 йылдарҙа Ҡырым һәм Азов походтарында ҡатнашып батша Пётр I ҡулынан дәүләт наградаһы һәм грамота алған яугир, Ҡаҙағстанды Рәсәйгә ҡушыуҙа илгә ҙур хеҙмәт күрһәтеүсе күп телдәр белеүсе дипломат, илсе.

Алдар Иҫәкәев
Ҡушаматы

Алдар-батыр

Тыуған урыны

Бөрйән улусы, Нуғай даруғаһы (хәҙерге Баймаҡ районы)

Үлгән ваҡыты

18 май 1740({{padleft:1740|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})

Вафат урыны

Минзәлә, Ҡазан даруғаһы (хәҙерге Минзәлә районы)

Хеҙмәт итеү йылдары

16961740

Хәрби алыш/һуғыш

Икенсе Азов походы 1696 йылы,Башҡорт ихтилалы (1704—1711), Башҡорт ихтилалы (1735—1740)

Рус батшалығы халыҡты рәхимһеҙ иҙә, ҡыҫа башлағас, батшаларға ҡаршы халыҡты яуға күтәргән ихтилал етәксеһе. Бөрйән ырыуының башлығы, 1730-сы йылдар уртаһынан — Нуғай даруғаһы Бөрйән ырыуы-улусының старшинаһы.

Алдар батыр — исеме йырҙарҙа йырланған, легенда-риүәйәттәрҙә данланған, тарихи сығанаҡтарҙа урын алған легендар шәхес.

БиографияһыҮҙгәртергә

Алдар (Алдарбай) Иҫәкәевтың тыуыу ваҡыты аныҡ билдәле түгел. Фараз буйынса, яҡынса 1660-сы йылдар уртаһында Ҡана йылғаһы буйында урынлашҡан ауылда (хәҙер Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Әтек ауылы янында) тыуған. Нәҫел буйынса тархан: ҡартҡартатаһы Байһары, Ҡадирбәк Байбәхтин (яҡынса 1646 йылда үлгән) һәм атаһы Иҫәкәй Ҡадирбәков тархан титулына эйә булғандар. Ә. З. Әсфәндиәров буйынса, атаһы Иҫәкәй Ҡадирбәков 1681—1684 йылдарҙағы башҡорт ихтилалында ҡатнашҡан[2].

Батша Пётр I бүләк ителгән Ырғыҙ йылғаһы буйында (Яҡшымбәт Йәнтикәев менән бергә), бынан тыш Торғай йылғаһының тамағында (хәҙерге Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһе), Табын ҡәлғәһе янында шәхси ерҙәре булған[3][4][5].

ХәтерҮҙгәртергә

  • Батырҙың тыуған ауылы Бөрйән районы Әтек ауылында батырға һәйкәл ҡуйылды. Рәсеме. 2013 йылдың 9 апрель көнөндә архивланған.

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ӘҙәбиәтҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә