Әптекәй (рус. Оптакай) [1][2] — Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районындағы күл (Рәсәй)[3].

Әптекәй
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Исеменең килеп сығышы үҙгәртергә

М. Ғ. Усманова фаразлауынса, атамаһы Әптекәй (Әптек) башҡорт исеменән алынған. Баймаҡ районында ошо уҡ атамалы ауыл булған, хәҙер бөткән ауылдар исемлегендә[4].

2020 йылдың 18 ноябрендә Баймаҡ районы Басай ауылынан Иҫәнбәткә табан киткән юл ситендә күрһәткес барлыҡҡа килә. Унда ошо урындан 7 км алыҫлыҡта ятҡан Әптекәй күленә йүнәлеш бирелгән, әммә күрһәткестә таныш булмаған «Оптанай», «OPTANAY» атамалары яҙылғанға күрә, ошо тирәләге ауылдары халҡы ризаһыҙлыҡ белдерҙе, «ВКонтакте» селтәрендә ҙур бәхәс тыуҙы[5].

Географик урыны үҙгәртергә

Әптекәй күле диңгеҙ кимәле өҫтөнән 484 м бейеклектә урынлашҡан. Иҫәнбәт ауылынан — 2, 3 км, Күсей, ауылынан 4, 5 км алыҫлыҡта ята. Күл төньяҡтан көньяҡҡа табан 600 метрға һуҙылған, киңлеге 250 м, максималь тәрәнлеге биш метр тирәһе, күл көҙгөһө 11 га тәшкил итә. Ярҙары текә, ташлы. Ташы балсыҡлы һәүерташтан, йәшмәнән, ҡомташтан тора. Көньяҡ яры тигеҙ. Күлдә табан балығы күп[6]. Әптекәй күленән төньяҡ-көнбайышта Балыҡлы һәм төньяҡта Ағаслы күлдәре ята[2][3]. Ошо өс күл (Әптекәй, Балыҡлы, Ағаслы) Өскүл атамаһы аҫтында ла билдәле.

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Ҡалып:ГКГН
  2. 2,0 2,1 Лист карты N-40-117 Тубинский. Масштаб: 1 : 100 000. Издание 1980 г.
  3. 3,0 3,1 Данные получены при помощи картографического сервиса Яндекс.Карты.
  4. Минсылыу Усманова. Имя отчей земли. Историко-лингвистическое исследование топонимии басейна реки Сакмар. — Уфа: Китап, 1994. — 272 с. ISBN 5-295-01337-5
  5. ОПТАНАЙ КҮЛЕ ҠАЙҘА?(недоступная ссылка)
  6. Ред.составитель А. Багуманов. Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 2002. — 332 с. — ISBN 5-295-03157-8.

Һылтанмалар үҙгәртергә

Әҙәбиәт үҙгәртергә