Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы

Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы (16 май 1935 йыл27 май 2022 йыл) — педагог, партия һәм совет органдары хеҙмәткәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе, йәмәғәтсе. 1975—1982 йылдарҙа Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе.

Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы
 
Тыуған: 16 май 1935({{padleft:1935|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:16|2|0}})
Үлгән: 27 май 2022({{padleft:2022|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:27|2|0}}) (87 йәш)

Биографияһы

үҙгәртергә

Әмир Зәкир улы Сәйғәфәров Баймаҡ районы Ишбирҙе руднигы ҡасабаһында 1935 йылдың 16 майында тыуған. Атаһынан йәшләй етем ҡала.

Мин 1941 йылдың 22 июнь көнөн асыҡ хәтерләйем. Минең атайым Мөхәмәтзакир Ғәббәс улы көн һайын ауылдаштары менән хәрби күнекмәләр үткәрә ине. Өлкән йәштәге ағайҙар ағас мылтыҡтар һәм ҡылыстар тотоп шөғөлләнә торғайны, әбеҙ, бала-саға, ҡыҙыҡһынып күҙәтәбеҙ. Был көндө ул күнекмә үткәрмәне. Ир-егеттәр әллә ҡайҙа булды. Оҙаҡ ҡына ваҡыт үткәс, атайым ҡайтты, әсәйем, күҙ йәштәрен әкрен генә һөртә-һөртә, төйөнсөк әҙерләне. Атайым һуғышҡа киткәндә миңә алты, һеңлем Мөнирәгә ике генә йәш ине. Атайым Донецк өлкәһендә барған ҡаты алыштарҙың береһендә һәләк булды

Ишбирҙе ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Темәс педучилищеһына уҡырға инә, унда тыуған төйәгенең үткәнен, топонимикаһын өйрәнеү менән етди шөғөлләнә. 1954 йылда йүнәлтмә буйынса Силәбе өлкәһе Ҡоншаҡ районының төпкөл Мортаза ауылына уҡытырға тәғәйенләнә[1].

Ике комплектлы Мортаза башланғыс мәктәбендә 2-се һәм 4-се кластарҙы уҡыта, бер үк ваҡытта мәктәп мөдире вазифаһын да башҡара. Яңы уҡыу йылынан Сураҡ ете йыллыҡ мәктәбендә эш башлй. Бында география, физкультура дәрестәрен алып бара, класс етәксеһе була. Был ауылдың кешеләре, Башҡортостан ерлегенән айырылып йәшәгәнлектән, башҡорт әҙәби телен өйрәнә алмай, үҙ диалекттарында һөйләшә. Ата-әсәләр йыйылышында ул башҡорт балаларына туған телде уҡытыу ихтыяжы барлығын аңлата, кеше үҫешендә матбуғат ҙур роль уйнауын һыҙыҡ өҫтөнә ала. Гәзит-журналдарға әүҙем яҙылырға, йәмәғәт эштәрендә ҡатнашырға өндәй.

Шул осорҙан башлап, Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы матбуғат менән дуҫлаша, район, республика гәзит-журналдарында үткер мәҡәләләре менән сығыш яһай.

Бер йылдан уны Сураҡ мәктәбенең директоры урынбаҫары итеп ҡуйырға торғанда, уға әрме хеҙмәтенә саҡырыу килә. Ҡоншаҡ районының хәрби комиссары Краснобаев уны Свердловск танк училищеһына инергә димләй.

Әммә Әмир Закир улы уҡытыусы хеҙмәтенә хыянат иткеһе килмәй. Алыҫ Көнсығыштағы Уссури йылғаһы буйындағы Сихотэ-Алинь тауҙары итәгендә урынлашҡан часҡа, танк полкына, эләгә.

Совет Армияһында хеҙмәт итеп ҡайтҡас, Баймаҡ районы Таулыҡай ете йыллыҡ мәктәбендә, һуңынан, 1962 йылдан, Казанка мәктәбендә эшләй.

Башҡорт дәүләт университетының география факультетын уңышлы тамамлай.

1965 йылдан Сәйғәфәров Әмир Зәкир улы совет һәм партия эшендә. Элекке Сибай совхозының Ирәндек, Шверник, Күсей һәм Төйәләҫ бүлексәләренән төҙөлгән яңы «Ирәндек» совхозына партия комитеты секретары итеп тәғәйенләйҙәр.

Совхоз территорияһына ике ауыл Советы, 14 ауыл инә. Эре хужалыҡтың 14 мең гектар һөрөнтө ере, 11 фермаһы, ҙур машина-трактор паркы була. Бер нисә биш йыллыҡ йөкләмәләрен уңышлы үтәү һөҙөмтәләре буйынса совхоз КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының Күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнә. Әмир Закир улы Сәйғафаров 1971 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

1971 йылдың февраленен КПСС-тың Баймаҡ район комитетының пропаганда һәм агитация бүлеген, октябрҙән ойоштороу бүлеген етәкләй, партия район комитетының бюро ағзаһы итеп һайлана.

1975 йылдан һигеҙ йылға яҡын халыҡ депутаттарының Баймаҡ район Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй. Район Бөтә Союз социалистик ярышында еңеп, диплом менән бүләкләнә. Әмир Сәйғәфәров Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976) һәм икенсе «Почёт Билдәһе» ордены (1981) менән бүләкләнә.

1982 йылда уны 545-се ПМК начальнигы итеп ҡуялар.

Бер йылдан ул үҙ һөнәренә кире ҡайтарыуҙарын үтенә һәм Әмир Зәкир улы яңынан мәғарифҡа ҡайта, Баймаҡ мәктәп-интернатын етәкләй.

Бында ете йыл эшләгән осорҙа мәктәп-интернаттың матди-техник базаһын нығытыуға айырыуса етди иғтибар бирә. РТП, АТП, ДСУ, «Сельхозхимия», «Һаҡмар» колхозы етәкселектәре һ.б. менән шефлыҡ ярҙамы тураһында килешеүҙәр төҙөй. Мәктәп-интернат эргәһендә малсылыҡ фермаһы, емеш-еләк баҡсаһы, районда беренсе ҡышҡы теплица булдырыла. Балаларға, тыуған яҡтың топонимикаһын, матур һәм бай тәбиғәтен, иҫтәлекле урындарын өйрәнеү менән бергә тулайым ял ойоштороу маҡсатында, директор Һаҡмар буйында йәйге лагерь асыуға өлгәшә. Район биләмәләренә, унан ситтә ятҡан төрлө мөйөштәргә экскурсиялар, походҡа сығыу традицияһы нығына[2].

1989 йылда Әмир Зәкир улын 1-се Баймаҡ урта мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Әммә унда оҙаҡ эшләргә тура килмәй, тағы совет-партия эшенә әйләнеп ҡайта.

1990 йылдан Баймаҡ ҡала Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, 1991 йылдан — район Советы рәйесе.

1992 йылдан — Баймаҡ районы һәм Баймаҡ ҡалаһы хакимиәте башлығының социаль-гуманитар мәсьәләләр буйынса беренсе урынбаҫары. 1997 йылда хаҡлы ялға китә.

Ветеран 2022 йылдың 27 майында Баймаҡ ҡалаһында вафат була[3].

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
  • 1995 йылдан район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе.
  • Район гәзиттәре хәбәрсеһе.

Батыр Вәлид исемендәге әҙәби премия лауреаты (2003), материалды яңыса бирә белеүе, фәннилеге, документаллеге менән айырыла, уның күп хеҙмәттәре тарихтың «аҡ таптарын» асыуға бағышланған.

Ә. З. Сәйғәфәровтың ижади ҡумтаһында «Баймакский край» (Р. Үтәғолов һәм А. Баһуманов менән авторҙаш) тип аталған энциклопедик характерҙағы бик мөһим крайҙы өйрәнеү хеҙмәте бар. Был китаптың төп өлөшө Әмир Закир улының арымай-талмай Өфө, Ырымбур, Орскт һ. б. архивтарында ҡаҙыныу һөҙөмтәһе.

Ә. З. Сәйғафаровтың: «Баймаҡ һәм и баймаҡтар» китабы, «На страже здоровья. Баймакский район и этапы развития и становления здравоохранения», «Бурзянский род», «450 лет вместе с Россией», «Развитие общего образования» документаль-тарихи баҫмалары, «Дәрдмәнд: ижад сығанаҡтары — Ирәндектә» һ.б. китаптары, үҙенең фәнни нигеҙләнгәнлеге, фекер тәрәнлеге, теленең байлығы менән күренекле яҙыусыларҙың документаль әҫәрҙәре менән сағыштырырлыҡ. Интеллектуаль-лирик проза, шул уҡ ваҡытта ғилми тикшеренеүҙәргә таянып эшләнгән документалистика һәр ваҡыт үҙенсәлекле нәфислеге менән айырыла һәм уҡыусы уны ыңғай ҡабул итә. Авторҙың үҙенә генә хас стилистикаһы һәм донъяға ҡарашы күҙгә ташлана.

Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы Ә. З. Сәйғәфәров райондың йәмәғәт-сәйәси һәм мәҙәни сараларында әле лә әүҙем ҡатнаша.

Тел, тарих, крайҙы өйрәнеү буйынса мәғрифәтселек хеҙмәте өсөн Ә.З. Сәйғәфәровты 2010 йылда Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы «Халыҡ таныуы», ә 2013 йылдың 5 декабрендә Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайының «Ал да нур сәс халҡыңа» («За просвещение народа») махсус миҙалы менән бүләкләнә.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1976)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре
  • Баймаҡ районының Батыр Вәлид исемендәге әҙәби премияһы (2003)
  • ике «Почёт Билдәһе» ордены (1971, 1981)
  • Баймаҡ ҡалаһы һәм Баймаҡ районының почётлы гражданы
  • «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы (2013)

Библиография

үҙгәртергә

1. Баймакский край : Энцикл. и краевед. изд. / Амир Сайгафаров, Рамазан Утягулов. — Уфа : Китап, 2002. — 330 с., [1] л. цв. карт. : ил., портр., факс., цв. ил., портр.; 22 см; ISBN 5-295-03157-8 2.Ер-һыу атамалары.(Топонимика Баймакского района).Өфө,2004;

3.Бөрйән ырыуы (Бурзянский род).Өфө,2008;

4.450 лет вместе с Россией. Баймак,2007;

5.На страже здоровья. Этапы развития и становления здравоохранения. Сибай,2007;

6.Развитие общего образования. Баймакский район. Магнитогорск,2009;

7.Дәрдмәнд. Ижад шишмәһе Ирәндектән (Дэрдмэнд. Истоки творчества- на Ирандыке). Баймак,2009;

8.Ир иңендә ил ғәме. Баймаҡ,2010;

9.Илһөйәр һәм ғәййәр олатайҙарыбыҙ 1812 йылғы Ватан һуғышында. Баймаҡ,2012;

10.Иҫәнбәт-Сураш батыр ейәндәре төйәге. (Исянбетово- родина потомков Сураш батыра). Сибай,2015.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. https://baimak.bashkortostan.ru/district/honorary/442/ 2020 йыл 14 август архивланған.
  2. Ә.З.Сәйғафаров. Ер-һыу атамалары.(Топонимика Баймакского района). Өфө,2004
  3. В Башкирии скончался краевед, писатель и общественный деятель Амир Сайгафаров. ИА «Башинформ», 27 мая 2022 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 31 май 2022)

Һылтанмалар

үҙгәртергә