Камалова Лира Шәрип ҡыҙы
Камалова Лира Шәрип ҡыҙы (7 ноябрь 1935 йыл) — педагог, Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978). Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975). Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1995). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1971)[2].
Камалова Лира Шәрип ҡыҙы | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 7 ноябрь 1935[1] (89 йәш) |
Тыуған урыны | Сәйетҡол, Күгәрсен районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Һөнәр төрө | уҡытыусы, етәксе, методист |
Эш урыны | Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты |
Уҡыу йорто | Башҡорт дәүләт университеты |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре |
Биографияһы
үҙгәртергәЛира Шәрип ҡыҙы Камалова 1935 йылдың 7 ноябрендә БАССР-ҙың Күгәрсен районы Сәйетҡол ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған[3]. Бала сағы Баймаҡ районы Икенсе Этҡол ауылында үтә[4]. Ошо ауылда тулы булмаған урта мәктәпте тамамлағас, Темәс педучилищеһына уҡырға инә[4].
1960 йылда Лира Шәрип ҡыҙы Башҡорт дәүләт университетының тарих-филология факультетын тамамлай[3]. Ике уҡыу йортон да отличие менән тамамлай.
Университеттан һуң йәш белгес йүнәлтмә буйынса Хәйбулла районы Бүребай урта мәктәбенә ебәрелеп, урыҫ теле һәм әҙәбиәтен уҡыта башлай, артабан ул ошо уҡ мәктәптә уҡыу-уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләй, ә 1971 йылда мәктәп директоры итеп тәғәйенләнә[3]. Был уҡыу учреждениеһы районда иң эре учреждениеларҙан һанала, сөнки уҡыу өс сменала алып барыла, өсөнсө сменаһы — эшсе йәштәр мәктәбе.
Лира Шәрип ҡыҙы эшләгән осорҙа мәктәп тулыһынса кабинет системаһына күсә, ул мәктәптең матди базаһын нығытыуға бик күп көс һала. Кабинеттар яңы әсбаптар һәм техник уҡытыу саралары менән байытыла, китапхана тулыландырыла. Бүребай урта мәктәбенең педагогия коллективы ҙур уңыштарға өлгәшә: мәктәптә икенсе йылға ҡалыусылар булмай тиерлек, уҡыусыларҙың дөйөм һанынан 30-35 % тик яҡшы билдәләргә уҡый. Мәктәпте тамамлаусыларының һәр алтынсыһы юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Мәктәптә балалар белем алыуҙан тыш, сәнғәткә, спортҡа ылыҡтырыла. Өлкән кластары уҡыусылары автомобиль йөрөтөргә өйрәнә һәм мәктәпте тамамлап сығыуға ҡулдарына машина йөрөтөү буйынса танытма алалар. Шулай уҡ мәктәптә ҡайнар аш менән туҡланыу ойошторола[3]. Мәктәп етәксеһе булараҡ Лира Шәрип ҡыҙы Камалованың өлгөлө хеҙмәте лайыҡлы баһалана: 1971 йылда ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана, ә 1975 йылда уға «Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» исеме бирелә.
Ошо осорҙағы Бүребай мәктәбе тормошо тураһында Лира Шәрип ҡыҙы ҙур йылылыҡ менән иҫкә ала:
Баланы уҡытырға, тәрбиәләргә генә түгел, уны тормошҡа әҙерләр кәрәк. Уҡыусы үҙ хеҙмәтенең емештәрен күрергә тейеш. Шулай, өлкән синыфтары уҡыусылары машина йөрөтөргә өйрәнәләр, үҙҙәре йүнәтә, машиналарҙы хеҙмәтләндерә, гаражда тәртип һаҡлай инеләр. Мәктәптән сыҡҡан саҡта аттестат менән бергә машина йөрөтөүгә танытма ла алалар ине. Әлегә тиклем минең уҡыусыларым шылтыратып торалар һәм ғүмеренең шул осорон рәхмәт тойғолары менән иҫкә алалар[5]
.
1978 йылдың 27 июнендә уҡыусыларға уҡытыу һәм коммунистик тәрбиә биреү эштәрендә ҙур ҡаҙаныштар өсөн Лира Шәрип ҡыҙы Камаловаға СССР Юғары Советы Указына ярашлы Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.
1985—1987 йылдарҙа Лира Шәрип ҡыҙы Өфөгә күсә һәм Өфө урта мәктәбенә (хәҙер 20-се башҡорт мәктәбе) директоры итеп тәғәйенләнә. 1987—1993 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы Башҡортостан мәғариф хеҙмәткәрҙәренең квалификацияһын күтәреү институтында тәрбиә эше кабинеты мөдире булып эшләй. Хаҡлы ялға киткәнгә тиклем Башҡорт педагогия институтында квалификация күтәреү һәм профессиональ йәһәттән яңынан әҙерләү факультеты методисы вазифаһын башҡара (1993—2010)[6]. Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1995)[3].
Күп тапҡыр БАССР һәм РСФСР уҡытыусылар съездары делегаты итеп һайлана, КПСС-тың XXVI съезы делегаты, Бөтә Союз педагогик йәмғиәте президиумы ағзаһы була.
Хәҙерге ваҡытта Камалова Лира Шәрип ҡыҙы хаҡлы ялда, Өфө ҡалаһында йәшәй[3], әүҙем тормош алып бара, күп кенә ҡала сараларында ҡатнаша, студенттар менән осраша[7].
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергәХеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1971)
Ленин ордены (1978)
Социалистик Хеҙмәт Геройы (1978)
Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1975)
Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1995)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ https://warheroes.ru/hero/hero.asp?Hero_id=11927
- ↑ Сергей Каргапольцев. Камалова Лира Шәрип ҡыҙы . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 10 июль 2016.
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 3,4 3,5 Без формата
- ↑ 4,0 4,1 Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. Уфа: «Китап», 2002, 274 бит
- ↑ Стерлитамакский филиал БашГУ. Интервью с Л. Ш. Камаловой(недоступная ссылка)
- ↑ Камалова Лира Шәрип ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ В Советском районе поздравили Героев Социалистического Труда
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Герои труда/ Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трех степеней из Башкортостана. / сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа: Китап, 2011. — 432 с. — ISBN 978-5-295-05228-6.
- Камалова Лира Шәрип ҡыҙы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Баймакский край. Краеведческое и энциклопедическое издание. — Уфа: Китап, 2002. — 332 с.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Сергей Каргапольцев. Камалова Лира Шәрип ҡыҙы . «Герои страны» сайты. Дата обращения: 10 июль 2016.
- Стерлитамакский филиал БашГУ. Интервью с Л. Ш. Камаловой(недоступная ссылка)
- Поздравление с юбилеем
- Без формата
- Лучшие учителя школы Республики Башкортостан(недоступная ссылка)
- В Советском районе поздравили Героев Социалистического Труда
- 7 ноября празднует 75-летие Герой Социалистического Труда Лира Камалова