Галин Салауат Әхмәҙиә улы

(Галин Салауат Әхмәҙи улы битенән йүнәлтелде)

Галин Салауат Әхмәҙиә улы (3 март 1934 йыл29 март 2010 йыл) — фольклорсы-ғалим, педагог-методист, юғары мәктәп эшмәкәре. 1977—1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ педагогия институты проректоры, 1988—2010 йылдарҙа Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтының донъя һәм милли мәҙәниәт кафедраһы мөдире. 1975 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Рәсәй Федерацияһы Гуманитар фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (академигы), филология фәндәре докторы (1995), профессор (1995). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980). Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге йәштәр премияһы (1968) һәм Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премияһы лауреаты (2001).

Галин Салауат Әхмәҙиә улы
Тыуған көнө

3 март 1934({{padleft:1934|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:3|2|0}})

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы Баймаҡ районы Үрге Ғәҙелбай ауылы

Вафат көнө

29 март 2010({{padleft:2010|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:29|2|0}}) (76 йәш)

Вафат урыны

Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Ғилми даирәһе

фольклористика

Альма-матер

Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институты

Ғилми дәрәжәһе

Филология фәндәре докторы (1995)

Ғилми исеме

Профессор (1995)

Награда һәм премиялары

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы — 2001

Биографияһы

үҙгәртергә

Салауат Әхмәҙиә улы Галин 1934 йылдың 3 мартында Башҡорт АССР-ы (хәҙер Башҡортостан Республикаһы) Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылында колхозсы крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1-се Этҡол ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Темәс педагогия училищеһында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә. Тыуған районының Таулыҡай мәктәбендә бер йыл эшләгәс, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға инә һәм уның филилогия факультетын 1958 йылда тамамлай. 1962 йылдан алып ТТӘИ хеҙмәткәре, 1970 йылдан — Стәрлетамаҡ педагогия институтында эшләй: башҡорт филолологияһы кафедраһы мөдире, 1977—1983 йылдарҙа проректор. 1987 йылдан алып Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһы, 2004—1910 йылдарҙа донъя һәм милли мәҙәниәттәр кафедраһы мөдире. 1950—1970 йылдарҙа (1964 йылдан алып етәксе) Башҡортостан, шулай уҡ Ҡурған, Ырымбур, Пермь, Һамар, Һарытау, Свердловск, Силәбе өлкәләре буйлап йыл һайын үткәрелгән фольклор-этнографик экспедицияларҙа ҡатнаша.

Фәнни эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Фәнни эшмәкәрлеге башҡорт фольклористикаһы тарихына, фольклор жанрҙарын, башҡорт ауыҙ-тел ижады ҡомартҡыларын тикшереүгә арналған. «Йылдар һәм йырҙар» (1967), «Башҡорт халҡының йыр поэзияһы» (1977) китаптарында башҡ. халыҡ тарихи йырҙары жанр-тематика йәһәтенән классификацияланған һәм шиғри алымдарына характеристика бирелгән. «Башҡорт халыҡ эпосы» («Башкирский народный эпос»; 2004) китабында башҡ. эпосының үҫеше ҡарала. Күп томлы «Башҡорт халыҡ ижады», «Башҡорт халыҡ ижады» (рус т.) йыйынтыҡтарының редколлегия ағзаһы һәм төҙөүселәренең береһе. 200-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм уҡытыу-методик әсбаптар авторы, «Башҡортостан мәҙәниәте» («Культура Башкортостана»; 2002—2005) программаһының авторҙар коллективы етәксеһе, электрон әсбабының (2004) авторы.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1980)
  • РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1980)
  • РФ Хөкүмәтенең мәғариф өлкәһендәге премия (2001)
  • Ғ. Сәләм исемендәге премия (1968)

Фәнни хеҙмәттәре

үҙгәртергә
  • Заман һәм фольклор. — Өфө, 1972;
  • Тарих һәм халыҡ поэзияһы. — Өфө, 1996;
  • Тел асҡысы халыҡта: башҡорт фольклорының аңлатмалы һүҙлеге. — Өфө, 1999;
  • Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. 2‑се баҫ., үҙгәрешле. — Өфө, 2009.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Йылдар һәм йырҙар (1967)
  • Башҡорт халҡының йыр поэзияһы (1977)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  • Яйыҡбаев К. Я. Салауат Галин //Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре. 1-се кит. Өфө, 2003.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)
  • Ғәйнуллин М. Ф., Хөсәйенов Ғ. Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биобиблиографик белешмә. Тулыландырылған, төҙәтелгән икенсе баҫма. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1988. — 400 бит.  (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)
  • Гайнуллин М. Ф., Хусаинов Г. Б. Писатели Советской Башкирии. Биобиблиографический справочник / Оформление А. Королевского. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1977. — 416 стр. (рус.)  (Тикшерелеү көнө: 28 февраль 2019)

Һылтанмалар

үҙгәртергә